Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 800


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘФСИЛӘТ
зировать; в форме деепричастия на -п употребляется в значении наречия подробно. Тәфсилләп аңлатыу. Тәфсилләп һөйләү. Тәфсилләп тикшереу. ■ Зәкиә апай тәуҙә һәр хатты төпсөп, ваҡ ҡына итеп яҙылған хәрефтәрен тәфсилләп ҡараны. Т. Килмөхәмәтов. Үрәзмәтов Дутов тураһында бик тәфсилләп, мауыҡтырып һөйләне. Ғ. Лоҡманов. Мансурҙың ниндәй шарттарҙа үҫеүе һәм тәрбиәләнеуе хаҡында Байназаров тәфсилләп һөйләне. X. Зарипов.
ТӘФСИЛӘТ [ғәр. и. иҫк. кит.
ҡар. тәфсил. Ваҡиғаның тәфсиләте. Бар тәфсиләтен аңлатыу. Тәфсиләтенә төшөнөп етмәү.
ТӘФСИР [ғәр. j^] (Р.: толкование; И.: interpretation; T.: tefsir) и. кит. ҡар. аңлатма.
Комментарий. □ Толкование, объяснение сути, комментарий. Ҡөрьән тәфсире. Текст аҙағында тәфсир биреу. ■ Беҙҙә Ҡөрьән һәм әфтиәк тәфсирҙәре була торғайны. 3. Биишева. [Ҡинйә — Ҡамай муллаға:] Һәй, ҡайҙа инде ул һиңә уның [Ҡөрьәндең] төбөнә төшөнөү. Тәфсирен ҡараштыр, булмаһа. Ғ. Ибраһимов.
ТӘФСИР ИТЕҮ (тәфсир ит-) ҡ. ҡар. тәфсирләү 1. Ваҡиғаны бар асылында тәфсир итеп биреу. Ғәрәп һүҙҙәрен тәфсир итеп сығыу.
ТӘФСИР ҠЫЛЫУ (тәфсир ҡыл-) ҡ. ҡар. тәфсирләү 1. Ғәрәпсә яҙылған Ҡөрьәнде уҡып тәфсир ҡылды. Тәфсир ҡылырға булды.
ТӘФСИРЛӘҮ (тәфсирлә-) (Р.: толковать; И.: interpret; T: tefsir etmek) ҡ.
1. Аңлатыу, аңлатма биреү, төшөндөрөү. □ Толковать, объяснять, комментировать. Тәфсирләп биреу. Тәфсирләп сығыу. Ҡөрьән сүрәләрен тәфсирләү. Уҡығанда аңлашылмаған ерҙәрен тыңлаусыға тәфсирләп бара.
2. Бөтә нескәлектәренә иғтибар итеү; ентекләү, бөтмөрләү. □ Делать что-то тщательно. Тәфсирләп һөйләү. Тәфсирләп эшләу. Тәфсирләп йыуыу. Тәфсирләп таҙартыу. ■ Яңы документтарҙа Ҡөнлө урманы һәм йылға буйы сабынлыҡтарының баяр ере тип танылыу ы тураһында семәрле хәрефтәр менән тәфсирләп хәбәр ителгән ине.
3. Ураҡсин. Ғимран бирелеп, тәфсирләп эш
ләне һәм маҡсатына иреште. Ғ. Хисамов. [Ҡыҙҙың] атаһы алдында шәп булыр өсөн тарихты тәфсирләп өйрәнә башланым. Д. Шәрәфетдинов.
ТӘФСӘКӘЙ (Р: коротыш; И.: shortie; T: bodur) и. диал. ҡар. тәпәш II.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы кеше. □ Коротыш, коротышка (низкорослый человек). Тәфсәкәй менән һонтор. Тәфсәкәй булһа ла, уҙе көслө.
ТӘФТИШ [ғәр. lAhj] (Р.: расследование; И.: investigation; T: teftiş) и.
1. Төрлө маҡсатта (белеү, асыҡлау, мәғлүмәттәр алыу маҡсатында) үткәрелгән тикшереү эше. □ Расследование, ревизия, проверка. Фәнни тәфтиш. Тәфтиш яһау. Тәфтиш эше. Тәфтиш итеу. Тәфтиш ҡылыу. Мәхкәмә тәфтише. ■ [Мифтахты] тәуҙә һалдаттан ҡасҡан дезертир сифатында ҡулға алғандар. Ләкин тәфтиш барышында был дөрөҫләнмәгән. К. Мәргән. Тәфтиш барышында был ике тыңлаусының элек тә һәр саҡ ҡыҙмаса булып йөрөүе асыҡланды. Р. Өмөтбаев. Ур тамағында бер нисә көн буйы мәхкәмә тәфтише барҙы. Ғ. Ибраһимов.
2. Ниндәйҙер ойошма йәки вазифалы кешенең эшен тикшереү, ҡарау эше; ревизия. □ Расследование, ревизия, контроль. Тәфтиш үткәреү. Тәфтиш комиссияһына ағзалар һайлау. Ентекле тәфтиш үткәрелде. Тәфтиш барышы. Тәфтиш ваҡытында тамамланды. ■ Политбүлек начальнигының тәфтише башлана. Р. Өмөтбаев.
3. тар. Рәсәйҙә XVIII — XIX быуаттарҙа йән башынан яһаҡ алыу өсөн үткәрелгән халыҡ иҫәбе; рәүиз. □ Ревизия. Тәфтиш йомғаҡтары. Тәфтиш һөҙөмтәләре буйынса ҡарар ҡабул итеү. Үткәрелгән тәфтиштән сығып һығымта яһау.
ТӘФТИШ ИТЕҮ (тәфтиш ит-) ҡ. ҡар. тәфтишләү. Тәфтиш итә башлау. Тәфтиш итеп сығыу. Эш аҙағынаса тәфтиш ителеп бөтмәне.
ТӘФТИШ ҠЫЛЫУ (тәфтиш ҡыл-) ҡ. ҡар. тәфтишләү. ■ [Хан:] Арыҫлан үлгән, эше бөткән. Мин хан һеҙгә, рөхсәтем юҡ тәфтиш ҡылып йөрөмәккә. «Бабсаҡ менән
800