ТӘХЕТ
Күсәк». [Әхмәди уйланды:] Тәпегә төшкән һунар, бөтөнләй булмаһа ла, ҡап яртыһы минеке була, мин судьяға быны әйтермен, ул барыһын да тәфтиш ҡылыр. Ж. Кейекбаев.
ТӘФТИШЛӘҮ (тәфтишлә-) ( Р.: расследовать; И.: investigate; T.: teftiş etmek) ҡ.
Тикшереү, ҡарау. □ Расследовать, ревизовать, проверять. Тәфтишләй башланылар. Тәфтишләп сыҡтылар. Ойошманың эштәре уңышлы тәфтишләнде. М Туҡтамыш менән Бәҙерғол депутат алып килгән наказдарын икәүләшеп бик ныҡ тәфтишләп сыҡтылар, һәр пунктын нығытып, өҫтәп, дәлилләп бер нисә көн ултырҙылар. Ғ. Хөсәйенов. [Әҙһәм ҡарт һалҡын ҡан менән:] Суд тәфтишләр. Ж. Кейекбаев.
ТӘФТИШСЕ (Р: следователь; И.: investigator; T.: sorgu hakimi) и.
Тикшереү эшен алып барыусы. □ Следователь. Тәжрибәле тәфтишсе. Тәфтишсе ҡуйылған талаптарҙы үтәргә тырышты. Тәфтишсе булған дәлилдәрен килтереп иҫбатлай башланы. ■ Тәфтишсе өҫтәлендә көбәге менән инеүсегә ҡарап «наган» системаһындағы ете яһаулы револьвер ята. Р. Байымов. Район прокуратураһынан килгән тәфтишсе Әфләтунов менән иҫәнләште. Ә. Вәли. Тәфтишсе нишләптер бик тә кәйефле ине, Мусаны киң йылмайып ҡаршы алды. Р. Солтангәрәев.
ТӘФӘККЕР [ғәр. jLâj] (Р: раздумье; И.: meditation; T: tefekkür) и. иҫк. кит.
Кемдеңдер уйланыуы, уйға сумыуы. □ Раздумье, размышление. ■ Күҙ текәп бер нөктәгә, китте бик төпһөҙ тәфәккергә таба. Ш. Бабич. [Хәмит:] Башымды ҡулымдың усына ҡуйып, сәғәттәрсә тәфәккер һәм уй менән көндәремде үткәрә башланым. М. Ғафури.
ТӘФӘККЕР ИТЕҮ (тәфәккер ит ) (Р: задуматься; И.: ponder(over); meditate; T: tefekküre dalmak) ҡ. иҫк. кит.
Уйланыу, уйға батыу. □ Задуматься, размышлять, раздумывать. Тәфәккер итеп тороу. Тәфәккер итеп алыу. Оҙаҡ тәфәккер итеп торғандан һуң үҙенә генә билдәле ҡарарға килде. Тәфәккер итеп йөрөү.
ТӘФӘККЕР ҠЫЛЫУ (тәфәккер ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәфәккер итеү. Тәфәккер ҡыла башланы. Төрлө уйға сумып, тәфәккер ҡылып йөрөнө.
ТӘФӘХХЕР [ғәр. >^| (Р: хвастовство; И.: boastfulness; T: tefahhur) и. иҫк. кит. ҡар. маҡтаныу 1.
Кемдеңдер маҡтаныуы. □ Хвастовство. Урынһыҙ тәфәххер. Тәфәххергә бирелеүсән.
ТӘФӘХХЕР ИТЕҮ (тәфәххер ит ) (Р: хвалиться; И.: boast (of), swagger (about); T: tefahur etmek) ҡ. иҫк. кит.
Үҙеңде, яҡыныңды, үҙ эшеңде йәки нәмәңде шәп итеп күрһәтеү. □ Хвалиться, хвастаться. // Хвастовство. Саманан тыш тәфәххер итә. Тәфәххер итергә ярата. Тәфәххер итергә кереште. Гел тәфәххер итеп ала. ■ Тәфәххер итәләр ер һатҡанына. Бәйеттән.
ТӘХЕЛЕШ (Р: участие; И.: relation; intervention; interference; T.: müdahale) и. диал. ҡар. ҡатнашлыҡ.
Ниндәйҙер эш-хәлгә туранан-тура булған бәйләнеш; ҡыҫылыш. □ Участие, вмешательство. Хирургтың тәхелеше. Хәрби тәхелеш. Тәхелеше булмаһын.
ТӘХЕЛ ШАРАБЫ (Р: пшеничная водка; И.: corn brandy; T.: tahıl alkolü) и.
Игендән эшләнгән аҡ араҡы. □ Пшеничная водка. Тәхел шарабы ҡойоу. Тәхел шарабы эсеү. ■ Күп тә үтмәй, ахун менән хужа, икенсе бүлмәгә сығып, аш алдынан тәхел шарабын тағы ла төшөрөп алды. Р. Өмөтбаев.
ТӘХЕТ [ғәр. osj] (Р: трон; И.: throne; T.: taht) и.
1. Хөкүмәт эштәрен башҡарғанда батша йәки король ултырыу өсөн ҡалҡыу урынға ҡуйылған аҫыл биҙәкле урындыҡ. □ Трон, престол. / Тронный, престольный. Алтын тәхет. Тәхеттә ултырыу. Тәхет вариҫы. Тәхет телмәре. ■ Батшалыҡтың тәхетен дер һелкетеп, күтәрелгән тағы башҡорттар. Р. Бикбаев. Дүрт батырын эйәртеп, ҡолдан тәхет күтәртеп, Катил батша килгән, ти. «Урал батыр». • Берәүҙең бәхетенән берәү төшә тәхетенән. Әйтем.
2. күсм. Батша йәки король власының символы рәүешендә ҡулланыла. □ Власть.
26 - 1.0037.16
801