Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 803


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘҺЛИЛ
Ҡартала урындарҙы тәхминән билдәләү. ■ Данлыҡлы башҡорт ғәскәрҙәре тәхминән 1919 йыл 10-15 сентябрҙә .. бик тиҙ арала Петроградҡа оҙатылырға приказ алды. Ғ. Ибраһим-Ҡыпсаҡ.
ТӘХРИЗНАМӘ [ғәр. -uU (Р- В03" звание; И.: appeal; T.: tahriz) и. иҫк. кит. ҡар. өндәмә.
Халыҡҡа телдән йәки яҙма рәүештә еткерелгән саҡырыу һүҙе. □ Воззвание, призыв. Тәхризнамә сығарыу. Тәхризнамә таратыу. Һуғышты туҡтатырға өндәп яҙылған тәхризнамәләр. В Шәруҡ ҡылдым тәзкир вә тәхризнамә яҙмаҡҡа. «Батыршаның хаты».
ТӘХРИР [ғәр. (Р.: редакторство; И.: editorship; T.: tahrir) и. иҫк. кит.
1. Редактор эше, вазифаһы; мөхәррирлек, редакторлыҡ. □ Редакторство. / Редакторский. Тәхрир эше башҡарыу. Хаттың тәхрирен тамамлап ҡуйыу.
2. Рәсми ҡағыҙ, хат. □ Официальное письмо. Тәхрир яҙыу. Тәхрир әҙерләу. Тәхриргә имза ҡуйыу.
ТӘХРИР ИТЕҮ (тәхрир ит-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. редакторлау.
ТӘХСИЛ [ғәр. (Р: успех; И.: success; gain; T.: tahsil) и. иҫк. кит.
1. Ҙур көс, тырышлыҡ менән яулап алынған уңыш, ҡаҙаныш. □ Успех, достижение, победа. Мәғрифәт өлкәһендәге тәхсил. Етди тәхсилгә ирешеү. Оло тәхсил яулау.
2. Уҡыу, белем алыу. □ Учение. ■ Мир-ғәле ғилме тәхсил өсөн Хорезмға килде. «Башҡорт шәжәрәләре»нән. Мәғрифәте тәхсилдән һис бер ваҡыт иренмә. Ш. Бабич.
ТӘХСИЛ ИТЕҮ (тәхсил ит-) (Р: достигать; И.: win; gain; merit; T.: tahsil etmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Тырышлыҡ, хеҙмәт менән нимәлер яулап алыу, өлгәшеү, ҡаҙаныу. □ Достигать, приобретать, добиваться. Уңыш тәхсил итеү. һәнәр тәхсил итеү.
2. Өйрәнеү, белем алыу. □ Приобретать знания. Тәхсил итеү маҡсаты менән. Тәхсил итеп йөрөү. ■ М. Ғафури тәүге һабаҡтарҙы Оло Үтәш мәҙрәсәһендә тәхсил иткән. Экспедиция материалдарынан.
ТӘХСИЛ ҠЫЛЫУ (тәхсил ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәхсил итеү 2. ■ [Өлкәндәр — Кинйәгә:] Ғилем тәхсил ҡылыу юлында изге уйың булғас, Бохары шәрифкә сәфәр тот. Ғ. Ибраһимов.
ТӘХСИН [ғәр. (Р: похвала; И.: praise; T: tahsin) и. иҫк. кит. ҡар. афарин.
1. Маҡтауҙы, хуплауҙы белдергән һүҙ. □ Похвала, одобрение. Тәхсин билдәһе. Тәхсин әйтеп, маҡтап тороу. Тик тәхсин һүҙҙәре генә ишетергә тура килде. Бала-сағаның һәләтенә тәхсин әйтеп ҡанатландырып тороғоҙ. М Ҡылған эшемә хаҡ ҡуя алмаҫтар тимә, «афарин!», «тәхсин!» тип, телгә алмаҫтар, тимә. М. Ғафури.
2. Белем кимәлен күрһәткән «яҡшы» билдәһе. □ Отметка «хорошо». Тәхсин алыу. Тәхсин ҡуйыу. Тәхсингә алданып йөрөү. Тәхсин өсөн түгел, белем алыр өсөн уҡы. ■ Башҡа шәкерттәргә «афарин», «тәхсин» билдәләре ҡуйылғанда, Ғәлиәкбәров Садрислам гел «имтияз» билдәһе генә алыр булды. Ф. Иҫәнғолов. Ул [Ғариф] уландары алған «афарин», «тәхсин» шәһадәтнамәләрен быя-лалатып [ҡуйҙы]. Ғ. Хәйри.
ТӘҺДИД [ғәр. (Р: угроза; И.: menace; T.: tehdit) и. иҫк. кит. ҡар. янау.
Насарлыҡ эшләү, үс алыу тураһында алдан ҡурҡытып белдергән иҫкәртмә. □ Угроза, устрашение. Тәһдидтәр менән кешене ҡурҡыта. Ҡаты тәһдид менән киҫәтте.
ТӘҺДИД ИТЕҮ (тәһдид ит-) (Р.: угрожать; И.: threaten; T.: tehdit etmek) ҡ. иҫк. кит.
Ҡурҡытыу, янау. □ Угрожать, устрашать. Тәһдид итеп йөрөй. Тәһдид итергә ярата. Баштан уҡ тәһдид итеп тора. ■ [Талаптар] мәҙрәсә идараһы һәм мөдәристәр тарафынан ҡабул ителмәгән һүрәттә уҡыу ташлау, мәҙрәсәнән сығып китеү менән тәһдид ителә ине. М. Ғафури.
ТӘҺЛИЛ [ғәр. (Р: тахлиль; И.: kind of Moslem maxim; T.: tehlil) и. дини.
«Лә илаһи илла Алла» (бер Алланан башҡа Алла юҡ) тигән һөйләмдең әйтелеше. □ Тахлиль (произнесение слов «нет Бога, кроме Аллаха»). ■ Мәйетте алып сығып киткәндә,
26*
803