ТӘҺӘЖЖЕД
99 ҡабат тәһлил әйтәләр, тиҫбе тарталар. «Башҡорт мифологияһы »нан. Өйгә кереп, тәһлил әйтеп, доға ҡылдылар ҙа, әсәйҙең кәүҙәһен күтәреп, йыназа ағасына сығарып һалдылар. М. Ғафури.
ТӘҺӘЖЖЕД [ғәр. 4^] (Р.: тахаджуд; И.: Tahajjud; T.: teheccüd) и. дини.
Төн уртаһында уҡыла торған намаҙ. □ Тахаджуд (ночная молитва). Тәһәжжед намаҙы. ■ Фарыз, ғилем, тәғлимдә юҡ ҡайғыһы, уҙе уҡыр тәһәжжед тороп кистән. М. Аҡмулла.
ТӘҺӘРӘТ [ғәр. (Р: омовение перед молитвой; И.: ablution prior to a prayer; T: taharet) и. дини.
1. Намаҙ алдынан аяҡ-ҡулды сайыу тәртибе. □ Омовение перед молитвой. Тәһәрәт алыу ҡағиҙәләре. Тәһәрәт боҙолоу. Тәһәрәт һыныу. Тәһәрәткә әҙерләнеү. Тәһәрәт кәрәк-яраҡтары. Тәһәрәт өсөн суйын ҡомғанына һыу һалып мейес өҫтөнә ҡуйҙы. ■ Иман белмәй, дин тотмайса мөрит булмаҡ, тәһәрәттең хөкөмөн белмәй намаҙ ҡылмаҡ .. дин исламдан тайыуҙың байлы имде. Мөнәжәттән. Әсәһе тәһәрәт яңыртыу өсөн ҡомғанға һыу һалырға ҡушһа, Ғәфүрә эстән, был ниндәй бөтмәҫ намаҙ була икән, тип уйлай торғайны. Ж. Кейекбаев. • Этлеккә тәһәрәт кәрәкмәй. Әйтем. Яуызлыҡҡа тәһәрәт кәрәкмәй. Әйтем.
2. һөйл. Тәбиғи йомош; хәжәт. □ Естественные надобности. Оло тәһәрәт. Кесе тәһәрәт. Тәһәрәткә барып килеү. ■ Фәүзиә тәһәрәткә була тышҡа сыҡһа, ҙур өйҙөң тәҙрәләре яҡтырып торғанын күрҙе. Т. Ғарипова.
ТӘҺӘРӘТ АЛЫУ (тәһәрәт ал-) ҡ. дини. ҡар. тәһәрәтләнеү. Тәһәрәт алырға әҙерләнеү. Тәһәрәт алып килеү. ■ Мәзин еҙ ҡомғанын тотоп тәһәрәт алырға, Сәрби аҡ күнәге менән һыйыр һауырға сыҡҡан. С. Агиш. Ҡәйүм бисмиллаһын әйтә-әйтә, ҙур һары таста аяҡтарын йыуып, тәһәрәт ала ине. Ғ. Лоҡманов.
ТӘҺӘРӘТЛӘНЕҮ (тәһәрәтлән ) (Р: совершать омовение; И.: do an ablution; T.: taharetlenmek) ҡ. дини.
Намаҙға әҙерләнеп, тәһәрәт ҡағиҙәләре менән сайыныу, йыуыныу, тәһәрәт алыу. □ Совершать омовение. Тәһәрәтләнә башлау. Тәһәрәтләнеп килеү. Тәһәрәтләнергә барыу.
■ Иҫәкәй ҡабаланмай ғына тәһәрәтләнде, һыулы усы менән таҡыр башын, һаҡал-мыйығын һыйпаштырҙы ла тирә-яғына күҙ йүгертте. Н. Мусин. Әбделғәлим ҡарт урынынан һикереп торҙо ла, арлы-бирле тәһәрәтләнеп, ҡыптыр-көптөр кейенде лә мәсеткә ашыҡты. Р. Өмөтбаев. Юлдыбикә әбей, иртә менән иртүк тороп, сыуалға маҙы-рата ут яғып ебәрҙе лә бик тиҙ генә тәһәрәтләнеп алды, урҙалағы дебет яулығын урындыҡҡа йәйеп, оҙон итеп намаҙ уҡыны. Т. Хәйбуллин.
ТӘҺӘРӘТ ТАҪТАМАЛЫ (Р: молитвенный коврик; И.: prayer rug; T.: namazlık) и. диал. дини.
Намаҙ уҡығанда алға түшәлә торған махсус ябыу; намаҙлыҡ. □ Молитвенный коврик (матерчатая подстилка, обычно белая, в виде коврика, на которой совершают молитву). Тәһәрәт таҫтамалын йәйеп ултырҙы. Тәһәрәт таҫтамалы өҫтөнә ултырып, намаҙын башланы.
ТӘҺӘРӘТҺЕҘ (Р: без омовения; И.: without an ablution; T.: taharetsiz) с. дини.
Тәһәрәтләнмәй торған. □ Без омовения.
■ [Мирза хәҙрәттең ҡатыны аш мәжлестәрендә:] Балаларығыҙҙы минән алып, тәһәрәтһеҙ йөрөй торған мөғәллимәгә бирҙегеҙ. Ғ. Хәйри.
ТӘШБИҺ [ғәр. (Р.: аллегория; И.: allegory; T.: teşbih) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер оҡшатылып, сағыштырылып бирелеше; аллегория. □ Аллегория. Тәшбиһ аша кәүҙәләндереү. Яҙыусы тәшбиһте оҫта ҡуллана. ■ [Автор] тормошто мөбаләғэләр, тәшбиһтәр менән кәүҙәләндерергә тырыша. Д. Юлтый. Мин был тәшбиһтәр менән бөтә ғүмерем буйынса мөсәлләм була алмам. М. Ғафури.
ТӘШБИҺ ИТЕҮ (тәшбиһ ит ) (Р: срав нивать кого, что с кем, с чем; И.: compare smth. to smth/smb; T: teşbih etmek) ҡ. иҫк. кит.
804