ТӘШҮИШ
Сағыштырыу, оҡшатыу. □ Сравнивать кого, что с кем, с чем. М Был ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрен күктәге айға тәшбиһ итер инем. М. Ғафури. Нисек оялмай уларҙың сәстәрен шәйлә ҡорт яһаған ебәккә тәшбиһ итергә кәрәк? М. Ғафури.
ТӘШБИҺ ҠЫЛЫУ (тәшбиһ ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәшбиһ итеү. Тәшбиһ ҡылып ҡарау. ■ Бәғзе ғәрәп шағирҙары быларҙың [ҡыҙҙарҙың] бөгөлөп-һығылып торған, һауаға осоп китергә йөрөгән зифа буйҙарын әллә ниндәй ағастарға, беҙҙең был ерҙә — тал сыбыҡҡа тәшбиһ ҡылалар. М. Ғафури. Тимер, беҙҙең орлоҡто һин тәшбиһ ҡыл һыйырға. Ш. Бабич.
ТӘШКИЛ ИТЕҮ (тәшкил ит-) [ғәр. JA-^I (Р.: составлять; И.: compose, form; T.: teşkil etmek) ҡ.
Күләм, һан иҫәбенә инеп, бер бөтөндө барлыҡҡа килтереү, бөтөн яһау. □ Составлять, образовать. Күпселек тәшкил итеү. Өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Урмандың яртыһын ылыҫлы ағастар тәшкил итә. ■ Был цехтың бинаһы өс гектар ерҙе тәшкил итә. М. Ғафури. Анимизм һәм тотемизм мәжүсилектең, йәғни ислам дине ингәнгә тиклем булған ҡараштарҙың нигеҙен тәшкил итә. Ф. Нәҙершина.
ТӘШНӘ [фарс. (Р.: азартный; И.: reckless; T.: teşne) с. иҫк. кит.
1. Ҡомарлы, ҡомһоҙ. □ Азартный, страстный; увлекательный. Тәшнә бәхәс. Тәшнә уйынсы. Тәшнә холоҡло ир. ■ Ғөрбәт зерә ҡалдығы тәшнә хажиҙар өсөн. М. Өмөтбаев.
2. һыуһаусы. □ Жаждущий. Тәшнә булмаған кеше.
ТӘШРИФ [ғәр. (Р: визит; И.: visit; T.: teşrif) и. иҫк. кит.
Кемдеңдер бер ергә йәки бер кеше ҡаршыһына ҡыҫҡа ваҡытҡа барыуы; визит. □ Визит, посещение. Тәшриф яһау. Тәшриф ҡылыу. Уйламаған тәшриф. Көтмәгән тәшриф. Кисәге тәшрифтән тәьҫирләнеп йөрөй.
ТӘШРИФ БОЙОРОУ (тәшриф бойор-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәшриф итеү. К [Куян — айыуға:] Күптән көткән падишаһ хәҙрәттәре мәмләкәтебеҙгә тәшриф бойорҙолар, һеҙҙе күреп һөйләшмәксе була. Б. Мирзанов.
[Әмирханов:] Һеҙҙең ханығыҙға тәшриф бойороуҙы үҙебеҙгә дәрәжә һанайбыҙ, бәли, ханым әфәнде! — тине. С. Агиш.
ТӘШРИФ ИТЕҮ (тәшриф ит-) (Р: посетить; И.: visit; T.: teşrif etmek) ҡ. иҫк. кит.
Күрә килеү, барып күреү. □ Посетить, нанести визит, навестить. Көтмәгәндә тәшриф итте. Бер көндө әсәйемдәр тәшриф иттеләр.
ТӘШРИФ ҠЫЛЫУ (тәшриф ҡыл-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. тәшриф итеү. Йома көн тәшриф ҡылды.
ТӘШТИТ [ғәр. (Р: ташдид; И.: sort of Arab diacritics; T.: teşdîd) и. иҫк. кит.
Ғәрәп орфографияһында ҡуш тартынҡыны белдереү өсөн хәреф өҫтөнә ҡуйылған диакритик билдә. □ Ташдид (диакритический знак арабского алфавита для обозначения удвоенного согласного звука). Тәштит ҡуйыу. Тәштит ҡуйырға онотоу. Тәштит билдәһе. Тәштит менән ҡуш тартынҡыны билдәләү.
ТӘШТИТЛӘҮ (тәштитлә-) (Р: ставить ташдид; И.: put a diacritic; T.: teşdîd ile iki harfi bir etmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Ғәрәп орфографияһында ҡуш тартынҡыны белдереү өсөн хәреф өҫтөнә тәштит ҡуйыу. □ Ставить ташдид. Тәштитләп сығыу. Тәштитләй башлау.
2. күсм. Ҡат-ҡат ҡабатлау. □ Повторять. Тәштитләп һөйләү. Мейегә һеңдереп тәштитләй. Һәр һүҙенә баҫым яһап тәштитләй, һуңғы һүҙен тәштитләп ҡуйҙы. М [Түрә — Янышҡа:]Нәүбәтте тағы ныҡлап тәштитләп сығырбыҙ. Ғ. Хөсәйенов.
ТӘШТӘЙ-ТӘШТӘЙ (Р: бяша-бяша; И.: onomatopoeic word; T.: prüü prüü) саҡ. диал.
һарыҡты саҡыра торған һүҙ. □ Бяша-бяша (употребляется для подзывания овец). Әбейҙең тәштәй-тәштәй тип һарыҡтарҙы саҡырғаны ишетелде. Хужаһының тәштәй-тәштәй тигән тауышына һарыҡтары әллә ҡайҙан сабып килеп етте.
ТӘШҮИШ [ғәр. (Р: бунт; И.: riot; T: teşviş) и. иҫк.
1. Баҫым, ҡыҫымға ҡаршы ҡуҙғалған хәрәкәт, буталыш, бола. □ Бунт, беспорядок. Тәшүиш күтәрелде. Эске тәшүиштән һаҡ
805