Академический словарь башкирского языка. Том VIII. Страница 807


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТӘЬҪИРЛӘНЕҮ
да бәхәстәр ҡуба, бер-береһенә ғәйеп ташлауҙар була, тәьминәттең насарлығына, эшселәр, механизмдар, материалдар етешмәугә зарланалар. Ш. Янбаев. Юлда саҡта йә өҫтәлмә ҡорал-яраҡ, йә тәьминәт ихтыяжы килеп тыуа. Ә. Хәкимов.
ТӘЬМИНӘТСЕ (Р.: снабженец; И.: provider; T.: tedarik eden kimse) и.
Тәьминәт эшендә эшләгән хеҙмәткәр. □ Снабженец. Тәьминәтсе булып эшләу. ■ Тып-тыныс ҡына ҡайтып китергә һәм иртәгә машина менән тәьминәтсе ебәрергә мөмкин. Т. Сәғитов. Дәуләт уны таныны — меж-колхозстрой идаралығының тәьминәтсеһе. Н. Мусин. [Кәли — заводтың кадрҙар буле-гендә эшләусе кешегә:] Армейский складта тәьминәтсе булып эшләнем. И. Ғиззәтуллин.
ТӘЬСИС [ғәр. (Р: основа; И.: foundation; T.: tesis) и. иҫк. кит.
Ниндәйҙер бер эш-хәлдең башланышы, нигеҙе. □ Основа. Тәьсис һалыу. Ныҡлы тәьсис.
ТӘЬСИС ИТЕҮ (тәьсис ит-) (Р: основать; И.: found; T: tesis etmek) ҡ. иҫк. кит.
Нимәгәлер нигеҙ һалыу, ойоштороу, төҙөү. □ Основать, учреждать. Яңы хужалыҡ тәьсис итеу. Тау эше буйынса идаралыҡ тәьсис итеу. Ойошма тәьсис итеу. Тәьсис итә башлау.
ТӘЬҪИР [ғәр. j^j] (Р: влияние; И.: influence; T.: tesir) и.
Кем йәки нимәнеңдер икенсе берәугә йәки нәмәгә тейгән шауҡымы һәм шунан килгән һөҙөмтә. □ Влияние, воздействие, действие. Көслө тәьҫир. Кире тәьҫир. Ыңғай тәьҫир. Дарыуҙың тәьҫир көсө. Яҡшы тәьҫир ҡалдырыу. Насар тәьҫир уятыу. Йыр тәьҫиренә бирелеу. ■ Әхмәҙулла бабай һуҙен бөтөрҙө, һөйләгән ваҡиғалар тәьҫирендә бер аҙ тын ултырҙыҡ. Ә. Вахитов. Куңелендә ҡайнаған уйҙар тәьҫирендә берсә ҡыҙыу, берсә яй атлаған Хашим фермаға килеп тә етте. Т. Ғарипова. Ҡәйум, кистән ук урынға ятһа ла, көндөҙгө ошо ғауға, ығы-зығы тәьҫиренән һаман йоҡоға китә алғаны юҡ. Ғ. Лоҡманов.
ТӘЬҪИР ИТЕҮ (тәьҫир ит-) (Р: влиять;
И.: influence; T.: tesir etmek) ҡ.
Йоғонто яһау. □ Влиять, воздействовать, производить впечатление. ■ Йыр бөтәһенә лә бик ныҡ тәьҫир итте, буғай, оҙаҡ ҡул саптылар. Д. Юлтый. Хәйрулла бабайҙың да изге теләк менән әйткән һуҙҙәре Миңнуллаға әллә нисек тәьҫир иттеләр. Р. Ғабдрахманов. Хәбәр Сәхигә йәшен һуҡҡан кеуек тәьҫир итте. И. Ғиззәтуллин.
ТӘЬҪИРЛЕ I (Р: действенный; И.: effective; T.: tesirli) с.
1. Тәьҫир итерлек, йоғонто яһарлыҡ көсө булған. □ Действенный, эффективный. Тәьҫирле сара. Көслө тәьҫирле дарыу. Тәнҡит тәьҫирле булды. Көслө тәьҫирле кеше. Ауыр тәьҫирле һауа баҫымы. ■ Бындағы [диңгеҙ ярындағы] дауалау ванналары көслө тәьҫирле. М. Садиҡова.
2. Тәьҫиргә бирелеүсән, әҫәрләнеүсән. □ Производящий впечатление, впечатляющий; захватывающий. Тәьҫирле бала. Тәьҫирле һуҙ әйтеу. Тәьҫирле әҫәр ижад итеу. Тәьҫирле әҫәр уҡыу. Тәьҫирле хәбәр ишетеу.
ТӘЬҪИРЛЕ II (Р: действенно; И.: effectively; T: tesirli) р.
1. Йоғонто яһап, эффектлы. □ Действенно, эффективно. Тәьҫирле итеп һөйләу.
2. Тәьҫир итерлек, йоғонто яһарлыҡ. □ Производящий впечатление, впечатляющий; захватывающий. Бала куңеле тәьҫирле була. Тәьҫирле йырлау. Тәьҫирле һөйләу.
ТӘЬҪИРЛӘН ДЕРЕҮ (тәьҫирләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. тәьҫирләнеү, понуд. от тәьҫирләнеү. Гармун моңдары тәьҫирләндереп ебәрҙе. Бала саҡ хәтирәләре тәьҫирләндерҙе.
ТӘЬҪИРЛӘНЕҮ (тәьҫирлән-) (Р: расчувствоваться; И.: be deeply moved; T: te-sirlenmek) ҡ.
1. Кем йәки ниҙер йоғонтоһонда тойғоға бирелеү. □ Расчувствоваться. Йырҙан тәь-ҫирләнеу. ■ Әсәһенең вафат булыуы Зәй-нәпкә бик ауыр тойолдо, ул иланы, һуң дәрәжәлә тәьҫирләнде. М. Ғафури. Көнбикә тыныс ҡына йылмая, һис бер нәмәгә лә тәьҫирләнмәгән. С. Агиш.
2. Тәьҫиргә бирелеү, әҫәрләнеү. □ Воодушевляться, быть под впечатлением чего-л. //
807