УҠМАҠ
кыпчак. Уҡлы ҡарағайҙар йыйыны. Уҡлы ҡарағай аймағы. Уҡлы ҡарағай кешеләре.
УҠМАҠ (уҡмағы) и. диал. ҡар. уҫмаҡ I,
1. Я Уйындан уҡмаҡ сыға. Экспедиция материалдарынан.
УҠМАНЫУ (укман) ҡ. диал. ҡар. уҡраныу. Яланда аттар уҡманып ҡуя. Бер туҡтауһыҙ уҡманыу. Уҡмана башлау.
УҠМАРЫЛДЫРЫУ (уҡмарылдыр-) ҡ. диал. ҡар. уҡмаштырыу. Уҡмарылдырып ҡуйыу. Уҡмарылдырып бөтөү. Бер-береһенә уҡмарылдырыу.
УҠМАРЫЛЫУ (уҡмарыл-) ҡ. диал. ҡар. уҡмашыу 1. Уҡмарылып бөтөү. Уҡмарыла башлау.
УҠМАШ I (Р.: скомканный, слипшийся; И.: clotted; T.: buruşturulmuş) с.
Киҫәк-киҫәк йәбешеп, бергә ойошҡан. □ Скомканный, слипшийся, сбитый в комок. Уҡмаш сәс. Уҡмаш балсыҡ. Я Ни булған, имеш, — тип, бабай һары-һороһо күренеп торған уҡмаш батҡаҡлы йомғаҡты юғары күтәрҙе. И. Ғиззәтуллин. Бына әле лә тәҙрә янындағы тәпәшәк кенә ултырғыс өҫтөнә ҡуйылған ҡалын япраҡлы, уҡмаш сәскәле ҙур гол күҙгә ташланды. 3. Ураҡсин.
УҠМАШ II (Р: скомканно; И.: in lumps; T.: buruşturulmuş)^.
1. Бер-береһенә йәбешеп. □ Скомканно, комочками. Уҡмаш булып йәбешеп ҡалыу.
2. Төркөм булып, бер ергә йыйылып, аралаш. □ Скученно. ■ Аһ, элек һис кенә лә яҡшылыҡ менән яманлыҡтың шулай бергә уҡмаш булыуын белмәй ине Фәүзиә. М. Садиҡова.
УҠМАШ III (Р: комок; И.: bundle; lump; T.: top, parça) и.
Төйөрсөк, йомарлаҡ, киҫәк. □ Комок. ■ Аҡҡола .. өҫтөнә һырышҡан епшек ҡар уҡмаштарын ҡағынды. Б. Бикбай.
УҠМАШҠАНЛЫҠ (уҡмашҡанлығы) (Р: сплочённость; И.: cohesion, solidarity; T.: birlik) и.
Берҙәм булыу хәле. □ Сплочённость. Төркөмдөң уҡмашҡанлығы. Уҡмашҡанлыҡ арҡаһында еңеп сығыу.
УҠМАШТЫРЫЛЫУ (уҡмаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. уҡмаштырыу, страд, от уҡ
маштырыу. ■ Шундай ауыр, шундай ҡурҡыныслы минуттарҙа, һәр аҙым, һәр һулыш һаналған секундтарҙа сәнскеле сыбыҡтарҙан уҡмаштырылған өс-дүрт бот ауырлыҡтағы рогаткаларҙы күтәреп барырға кәрәк. Д. Юлтый. Ултырышта һөйләгән бөтә һүҙҙәр, әйтелгән фекерҙәр бер нисә һүҙ менән йыйылып, уҡмаштырылып, йомғаҡ яһап әйтелделәр. А. Карнай.
УҠМАШТЫРЫУ (уҡмаштыр-) (Р: комкать, сбивать, скатывать в комок; И.: lump; T: keçeleştirmek) ҡ.
1. Киҫәк-киҫәген бергә ныҡ итеп йәбештереү. □ Комкать, сбивать, скатывать в комок. Балсыҡты уҡмаштырып йәбештереү. Я Иртәнсәк күк йөҙөнә тағы ҡояш сыға. Гүйә, төнгө йондоҙҙарҙы берәү ҡулы менән алған да, уҡмаштырып, ҙур бер шар яһап ҡуйған тиерһең. К. Мәргән.
2. Бергә аралаштырып, ныҡ беректереү; ойоштороу (сәсте, йөндө). □ Слеплять, комкать. Йөндө уҡмаштырыу.
3. күсм. Бергә йыйыу; туплау. □ Сплачивать; группировать. // Сплочение, группирование, группировка. Я Балаларын бер тирәгә уҡмаштырып, хужабикә сәйгә саҡырҙы. Яр. Вәлиев. [Кәшфулла:] Колхозды башлап ебәреү өсөн беҙгә көстәрҙе уҡмаштырырға, ышанысты берләштерергә кәрәк. М. Кәрим. Уның [Ғосамдың] ана шул ныҡлығы уҡмаштырып тота ла инде бөрйәндәрҙе. Б. Рафиҡов.
УҠМАШЫУ (уҡмаш-) (Р: спутываться, сваляться; сбиваться, скатываться в комок; И.: lump up; T.: buruşmak) ҡ.
1. Киҫәк-киҫәк булып бергә йәбешеү, бергә ойошоу. □ Спутываться, сваляться; сбиваться, скатываться в комок. Я Уҡмашҡан еүеш ҡар бөртөктәре кешеләрҙең күҙҙәренә килеп бәрелә, тирләп ҡыҙған биттәренә ҡунып иреп аға, яға эсенә инеп сирҡандыра, бейәләйҙе еүешләтә һәм әкренләп ҡулды өшөтә. Ә. Вәли. [Ғилмандың] биттәренә лә, яңаҡтарына ла, ҡан менән уҡмашып, балсыҡ ҡатҡайны. Ғ. Лоҡманов. Хәмиҙә әбей, урынынан күтәрелеп, боҙға уҡмашҡан бер ҡатлы тәҙрә ситенән тышҡа ҡараны. Я. Хамматов.
100