Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 101


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҠСЫ
2. Бер урынға йыйылыу, тупланыу (болотҡа ҡарата). □ Скучиваться, собираться в кучу М Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар, бергә уҡмашып, тотош күкте ҡаплап алдылар, көн ҡапыл ҡараңғыланды. Б. Бикбай.
3. Бергә аралашып, ныҡ берегеү; ойошоу (сәскә, йөнгә һ. б. ҡарата). □ Сваляться, спутаться. М Уның [Кәримовтың] сал төшкән, башҡорт халҡында һирәк осрай торған ерән сәстәре тирҙән уҡмашып ҡатҡан. Ғ. Аллаяров. Ялағай яҡтыһында буй-буй уҡмашып маңлайына төшкән сәстәре күренеп ҡала Рәмзилдең. Д. Бүләков. Зөһрәнең уҡмашҡан керпектәренә тағы ла йәш бөртөктәре йыйылды, ләкин был юлы ул илауҙан тыйылып ҡала алды. Д. Исламов.
4. кусм. Бергә йыйылыу; тупланыу.
□ Сплачиваться, смыкаться; сбиваться в кучу. ■ Ҡыпсаҡтар уларға [монголдарға] бергә уҡмашырға ирек бирмәне, ҡорос шына һымаҡ һәр тарафҡа йырып инеп, монгол сиреуен ваҡ киҫәктәргә айырҙы. Р. Байымов. Ҡыҙыл ярҙың нәҡ тубәһендә, бер уҙәккәрәк уҡмашып, район ойошмаларының биналары йыйнаҡ, ыҡсым өйҙәр араһында айырымланып тора. Яр. Вәлиев. Теүәл сәғәт берҙә урамдың төрлө мөйөштәренән төркөм-төркөм халыҡ сығып бер ҙур йомғаҡҡа уҡмашты. Р. Кинйәбаев.
5. диал. ҡар. ҡосаҡлашыу. Уҡмашып тороу. Уҡмашып атлау.
УҠМОРОН и. диал. ҡар. уҡбаш. Уҡмо-рон — диңгеҙ балығы.
УҠРА (Р: овод бычий; И.: gadfly; Т.: büvelek) и. зоол.
1. һыйыр малының арҡа тиреһе аҫтына йомортҡа һала торған себен. □ Овод бычий (лат. Hypoderma bovis). КЗ Башмаҡ угеҙҙәр уҡраның тешләуенә түҙә алмай сәбәлән[ә]. Ғ. Дәүләтшин. Уҡра иһә кешене саҡмай. Й. Мостафин. Яратһаң, һағыҙаҡ ҡына тугел, уҡра булырһың. С. Поварисов.
2. Шул йомортҡанан яралып, малдың тиреһе аҫтында ҙурайып ятҡан аҡ ҡорт.
□ Личинка овода (заводится под кожей у рогатого скота). ■ Эшлеклерәктәре .. ялан кәртәнең ҡап уртаһында ялҡау ғына көй
шәп ятҡан ҡыҙыл туҡал һыйырҙың арҡаһынан уҡраһын таҙарталар. 3. Биишева.
УҠРАН БАЛ и. диал. ҡар. һитә. Уҡран балды тәмләп ҡарау.
УҠРАНЫУ (уҡран-) (Р: тихо призывно ржать; И.: neigh softly; T.: yavaş kişnemek) ҡ.
Өндәшкән, саҡырған кеүек, йомшаҡ ҡына итеп тауыш биреү (йылҡы малына ҡарата). □ Тихо призывно ржать. // Тихое призывное ржание. М Йугән тауышын ишетеп, яу аттары уҡранды. М. Буранғолов. Закирҙы аты уҡранып көтөп тора ине. 3. Биишева. Һыу аръяғында уны [Һарыҡайҙы] уҡранып [аттар] саҡыралар ине. С. Ильясов.
УҠРАНЫШЫУ (уҡраныш-) ҡ. урт. ҡар. уҡраныу, взаимн. от уҡраныу. Малдар уҡраныша. Уҡранышып тороу. Бер туҡтауһыҙ уҡранышыу.
УҠРА СЕБЕНЕ и. ҡар. уҡра 1. һыйырҙарҙы уҡра себене интектерә. Уҡра себененә ҡаршы дарыу. Уҡра себененән ҡотолоу.
УҠРАУ (уҡра-) ҡ. диал. ҡар. уҡраныу. Я Айырылғанда атым, уҡрай-уҡрай тыпырсынып, ерҙе сапсыны. Б. Вәлид.
УҠ САПТЫРЫУ (Р: соревнование по стрельбе из лука; И.: arrow shooting contest; T: ok atma yarışı) и.
Уҡ атыу ярышы. □ Соревнование по стрельбе из лука. Уҡ саптырыу ярышы үткәреү. Уҡ саптырыу буйынса беренсе урын алыу. Уҡ саптырыу — борондан килгән ярыш.
УҠСЫ (Р: стрелок (из лука); И.: archer; T: okçu) и.
1. Уҡ атыусы. □ Стрелок (излука). Мәргән уҡсы. ■ Ул [Баяс] үҙенең бер туған апаһы менән бергәләп, биленә һөңгө тағып, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, иң яҡшы уҡсыларҙы йыйып ғәскәр ойошторғандан һуң һалдаттарға ҡаршы һуғыш башлаған. Я. Хамматов. Батша ат еткән ергә ат ебәреп, хат еткән ергә хат ебәреп, мәргән уҡсыларҙы саҡыртҡан. Әкиәттән. Бер генә уҡсы ла ҡошҡа атып тейҙерә алмаған. Әкиәттән. • Уҡсы тейҙерә алмағанға, уҡ ғәйепле түгел. Әйтем. Ир аралаған һынсы булыр, ер аралаған уҡсы булыр. Әйтем.
2. тар. Йәйәүле ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һалдат. □ Стрелок (стрелки). / Стрелковый.
101