Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 102


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҠСЫЛ
■ Тағы мылтыҡтар тауыш бирҙе, тағы уҡсылар тороп баҫты. Б. Рафиҡов. Сәғит, уҡсы полктарҙың лагерҙарын у теп, танкистарға табан юл тотто. И. Ғиззәтуллин. Пехота училищеһын бер котелоктан ашап, бергә тамамлаған Хикмәт, Нәғим, Таһир уҡсы взвод командирҙары булып бер ук ротаға эләктеләр. X. Ғиләжев. Уҡсыларҙың туҡтап ҡалыуы башҡа частарҙың уңышына ҡурҡыныс тыуҙыра. Б. Ноғоманов.
3. (баш хәреф менән) астр. Йондоҙлоҡтоң береһе (Саян менән Кәзәмөгөҙ йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Стрелец. Уҡсылар бик ҡыҙыу ҡанлы була.
4. миф. Яман көстәрҙән ҡурсалау көсөнә эйә әҙәм. □ Стрелок, воин (мифологизированное лицо). ■ Уҡсы ингән өйгә ен-пәрей кермәй. «Башҡорт мифологияһы »нан.
УҠСЫЛ (Р.: острый; И.: sharp, pointed; T.: sivri) с. диал.
Үткер булып торған нәп-нәҙек башлы, сәнсеп торорлоҡ үткер; осло. □ Острый, остроконечный. Уҡсыл һәнәк.
УҠСЫН (Р: лук линейный; И.: wild onion species, Allium lineare; T.: bir soğan türü) и. диал.
1. Тау битләүҙәрендә үҫә торған ҡамыш һабаҡлы эре әсе йыуа; оҫҡон йыуа. □ Лук линейный (лат. Allium lineare). Уҡсын ашау. Уксын йыйыу. Уҡсын тип йыуаға оҡшаған бер уҫемлеккә әйтәләр.
2. Ҡырҙа үҫкән һарымһаҡ; ҡыр һарымһағы. □ Дикий чеснок (лат. Allium ursinum). Уҡсын йыйыу. Уҡсын бик файҙалы. Уҡсын уҫкән ер.
3. миф. Яман көстәрҙән ҡурсалау көсөнә эйә үлән. □ Лук-чеснок (имеет отгонную силу). ■ Ен-шайтан килмәһен тип, уксын ашарға ҡуша өләсәйем. «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
УҠТА и. диал. ҡар. һуҡта. Уҡта сығыу. Уҡта йолҡоу.
УҠТАЙЫУ (уҡтай-, уҡтая) (Р: съёживаться; И.: shrivel; T: büzülmek) ҡ. диал.
Йомарланып ҡына сүгеү. □ Съёживаться. Уҡтайып ултырыу. Ҡапыл уҡтайыу.
УҠТАЛЫУ (уҡтал-) (Р: намереваться, порываться делать, совершать что\ И.: be about to; T: -mak niyetinde olmak) ҡ.
1. Ниҙер эшләргә, әйтергә йыйынып, ынтылыш яһау. □ Намереваться, порываться делать, совершать что. ■ Малай кубекләнеп торған һөт менән тулған туҫтаҡты ике ҡуллап тота, ауыҙына килтерә, тын да алмай эсеп бөтөрөргә уҡтала, әммә кире уйлай, ҡапҡаға йунәлә. И. Абдуллин. Йөҙө бешкән сейә төҫлө йылтыраған Әлмира йәнә ниҙер һорарға уҡталғайны ла, Радик асыулы ҡарап торғас, тыйылып ҡалды. Р. Байбулатов. Сафураның һыйыры ҡойма аша ғына өйөлгән бесәнгә әллә ҡасандан бирле уҡтала ине. Ф. Чанышева.
2. Ярһып, нимәгәлер ҡарай ынтылыу; ташланыу, атлығыу. □ Бросаться, набрасываться, кидаться на кого, что. И Хәҙер инде дошман һалдаттары ҡасмай, кубеһенсә, ергә ятып, ата-ата шыуыша, ағастарға ышыҡланып, алға утергә, совет һуғышсыларын тиҙерәк өҙгәләп ташларға уҡтала ине. Ә. Байрамов. Тертләп киткән Асия, ниндәйҙер ашығыслыҡ менән уҡталып, Зиннәтул-ланың плащ еңенән эләктереп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. М. Садиҡова. Ә Тимербулат һаман да, ике ботло гер һымаҡ йоҙроғон һелтәп, Миңлебайға уҡтала, уға янай ине. В. Исхаҡов.
УҠТАН-СУҠТАН КЕЙЕНЕҮ (уҡтан-суҡтан кейен-) (Р: быть одетым с иголочки; И.: be dressed spick and span; T: iki dirhem bir çekirdek {düzgün, güzel giyinmek) ҡ.
Матур итеп өр-яңынан кейенеү. □ Быть одетым с иголочки. ■ [Айытбай — Алтынбикә тураһында:] Мәгәр донъяһын тота... Балалары ла уҡтан-суҡтан кейенеп, тап-таҙа йөрөй. Ф. Иҫәнғолов.
УҠТАУ I (Р: нижняя часть рукояти плуга; И.: ploughshare grip detail; T.: pulluk kolunun alt kısmı) и. диал.
Һабан тотҡаһының аҫҡы өлөшө. □ Нижняя часть рукояти плуга. Һабандың уҡта-уын нығытыу. Уҡтауы һынған.
УҠТАУ II и. диал. ҡар. уҡлау I. Уҡтау менән йәймә йәйеу. Ағас уҡтау. Уҡтау яһау.
102