Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 103


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҠЪЯПРАҠ
УҠТА-ҺУҠТА (Р.: изредка, иногда; И.: rarely; T.: zaman zaman, arasıra, bazen) p. диал.
Ваҡыты-ваҡыты менән; һирәк-һаяҡ. □ Изредка, иногда, время от времени, временами; урывками. М Урам тын, тик беҙҙең командирҙың уҡта-һуҡта: «Һайт-два-три!.. Һайт-два-три!» — тип ҡуйған тауышы ғына тынлыҡты боҙа. И. Насыри.
УҠ-ҺАҘАҠ (уҡ-һаҙағы) (Р.: саадак; И.: archery; T: savaş ve av okları) и. йыйн.
1. тар. Яу һәм һунар уҡтары. □ Стрелы. ■ Ялтырап та үтә, атҡан саҡта, уҡ-һаҙаҡтың башаҡ ҡоросо. Халыҡ йырынан.
2. Уҡтан, яндан торған бөтә ҡорал.
□ Саадак, сагайдак, сайдак. М Яугирҙарҙың барыһы ла уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, кәкре ҡылыс менән ҡоралланған. Р. Байымов. Кейенеп-яһанған, уҡ-һаҙаҡтарын, бүтән ҡоралдарын аҫҡан, .. төрлө ризыҡ таҡҡан төлкө һәм ҡамсат бүрекле егеттәр ултырыш осона йыйылғанда, ҡояш саҡ күтәрелеп килә ине әле. Н. Мусин. Әсфәндиәрҙең ҡул аҫтында һигеҙ кеше бар, уларҙы ла каруан алып килгән уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралландырҙылар. Б. Рафиҡов.
3. миф. Инициация менән бәйле миф-лаштырылған предмет. □ Лук с налучником, колчан со стрелами, оружие (в башкирской народной культуре связан с инициацией юношей). М Ҡатындарға уҡ-һаҙаҡ аша атларға ярамай. «Башҡорт мифологияһынан.
УҠ ҺАЛМЫН! (Р: название старинной башкирской игры; И.: kind of naitional game; T.: ok atma oyunu) и. этн.
Уҡ атыш уйыны (тәүҙә сәпкә аталар; тейҙерә алмаған берәү өҫкә ата, ҡалғандары һауалағы шул уҡҡа ата; ергә төшкәс, был уҡты сәнсеп ҡуялар, шунан һәр кем үҙ уғы төшкән ерҙән ҡырҡҡыс менән уға тағы ата).
□ Название старинной башкирской игры. Уҡ һалмыш уйнау. Уҡ һалмыш уйнарға өйрәтеү.
УҠ-ҺАЯ и. йыйн. ҡар. уҡ-һаҙаҡ 1, 2. Уҡ-һаяны ҡулға алыу. Иҫтәлеккә уҡ-һая бүләк итеү.
УҠШЫТҠЫС (Р: тошнотворный; И.: nauseating; T.: mide bulandırıcı) с.
Ҡоҫҡоно килтергес. □ Тошнотворный, вызывающий тошноту, рвоту. Уҡшытҡыс еҫ.
■ [Өфөлә] автомобилдәрҙән сыҡҡан уҡшытҡыс зәңгәр төтөн дә кәмемәне. «Башҡортостан», 27 декабрь 2013.
УҠШЫТЫУ (уҡшыт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. уҡшыу, понуд. от уҡшыу.
■ Ер иҙән уртаһында салҡан ятҡан мәйеттең баш осона тубыҡланып йыназа сығарғанда ниндәйҙер һаҫыҡ еҫ уны [Аҡмулланы] уҡшытты. Я. Хамматов. Мәйет еҫе, дары еҫе, төтөн еҫе аралашҡан һауа күңелде болғата, уҡшыта, ҡоҫҡоно килтерә. С. Пова-рисов.
2. эйһ. ф. ҡар. уҡшыу. безл. от уҡшыу. М Ауыҙға ҡапҡас, аштан йүкә, тимер тәме килә... Бер-ике ҡалаҡ ҡапһаң, уҡшыта башлай. Д. Юлтый. [Фәтихов] тороп йүгерер, һикергеләр ине — хәл юҡ, өҫтәүенә, баш әйләнә, уҡшыта, алыҫта сиркәү ҡаҡҡан кеүек, ҡолаҡ сыңлай. И. Абдуллин. Диңгеҙҙә йөрөп өйрәнмәгән Күсәрев, Фәтхи, Зөһрә, Ғәлимәләрҙе тирбәтә, аяҡҡа баҫтырмай, күңелдәрен болғата, уҡшыта ине, диңгеҙ айыуы Ғәләү ҡарт ҡына бирешмәй. А. Таһиров.
УҠШЫУ (уҡшы-) (Р: блевать, рвать; И.: feel like vomiting; T: kusmak) ҡ.
һеңмәгән ашты йәки бүтән нәмәне ауыҙ аша ашҡаҙандан сығарыу; ҡоҫоу. □ Блевать, рвать. // Рвота. М Өйгә килеп кергәс тә Әлфиәнең күңеле болғана, һарыуы ҡайнай башланы, уҡшыны. И. Абдуллин. Икенсе сынаяҡ сәй яһарға ынтылғанда, Зинүнә ҡапыл уҡшыны һәм, усы менән ауыҙын тотоп, тышҡа йүгерҙе. Ә. Вәли. Ул [Хәким] уҡшыған һайын бөтөрөлә, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ғазаплана, борсола ине. М. Ғафури.
УҠЪЯПРАҠ (уҡъяпрағы) (Р: стрелолист; И.: Sagittaria; T: su okları) и. бот.
Яр буйында, һаҙмат урында үҫә торған нәҙек оҙон япраҡлы, аҡ сәскәле үлән. □ Стрелолист (лат. Sagittaria). Уҡъяпраҡ тамыры. Уҡъяпраҡ йыйыу. Уҡъяпраҡ аҡмаған йәки ағымы әкрен булған һыу ятҡылыҡтары буйында үҫә.
103