Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 104


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҠЫЙ-ЯҘА БЕЛЕҮ
УҠЫЙ-ЯҘА БЕЛЕҮ (уҡый-яҙа бел ) (Р.: быть грамотным; И.: be literate; T.: okuma yazma bilmek) ҡ.
Белемле, уҡымышлы булыу. □ Быть грамотным. ■ Аҡмулла уҙ илеңдең генә хәрефен танып, уҡый-яҙа белеуҙе тугел, э сит телдәрҙе белеу кәрәклеген дә әйткән икән. «Киске Өфө», № 4, 2013. Белем кимәлдәребеҙ ҙә тигеҙ тугел: яңы уҡый-яҙа белә башлағандар ҙа, ауыл мәктәбенең дурт-биш синыфын тамамлаусылар ҙа бар. Б. Бикбай.
УҠЫЛАТАЙ (Р.: названый отец; И.: my sworn father; T.: manevi baba) и. диал. ҡар. морондоҡ атай.
Боронғо йола буйынса, сит йәки туған булмаған ағайҙы йәки морондоҡ әсәйҙең ирен туғандарса аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған атай. □ Названый отец (муж названой матери). Уҡылатайға буләк тапшырыу. Уҡылатай кәңәштәре. Уҡылатай булыу.
УҠЫЛГЕЙӘҮ (Р: муж названой дочери; И.: my sworn daughter’s husband; T.: manevi kızın kocası) и. этн. диал. ҡар. морондоҡ кейәү.
Морондоҡ ҡыҙҙың ире. □ Муж названой дочери. Уҡылгейәу менән танышыу.
УҠЫЛҒЫҘ (Р: названая дочь; И.: my sworn daughter; T.: manevi kız) и. этн. ҡар. морондоҡ ҡыҙ.
Йола буйынса, морондоҡ әсәгә ҡыҙ итеп алынған ситтән төшкән килен кеше. □ Названая дочь. Уҡылғыҙ итеу. Уҡылғыҙ яһау.
УҠЫ Л ДАУ (уҡылда-) ҡ. ҡар. уңҡылдау.
УҠЫЛИНӘЙ (Р: названая мать; И.: my sworn mother; T.: manevi anne) и. этн. ҡар. морондоҡ әсәй.
Боронғо йола буйынса, сит ерҙән төшкән килендең ире йәшәгән ерҙә аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсәһе; үкел әсәй, ҡиәмәтлек әсәй. □ Названая мать. Уҡыл-инәй итеу. Уҡылинәй булыу. Уҡылинәй яһау.
УҠЫЛЫУ (уҡыл-) ҡ. төш. ҡар. уҡыу 1—2, 4—6. страд, от уҡыу 1—2, 4—6. М Тантаналы ултырыштан һуң хәрбиҙәргә ордендар, миҙалдар тапшырылды, хәрби званиелар биреу тураһындағы приказдар уҡылды. Ғ. Аллаяров. Ҡөрьән уҡылды, доға
ҡылынды. Р. Байымов. Приговор уҡылғанда, залда шылт иткән тауыш та булманы. X. Зарипов. Булған китаптары ҡат-ҡат уҡылып сыҡҡандан һуң өйҙә эшһеҙ ултырғанда, Салих әбейҙе куҙәтте. X. Мохтар.
УҠЫЛЫШЛЫ с. ҡар. уҡымлы. Уҡылышлы роман. Уҡылышлы хикәйә.
УҠЫЛЫШҺЫҘ (Р: нечитаемый; И.: not legible; T.: okurlar arasında yaygın olmayan) c.
Уҡыуға насар. □ Нечитаемый. Уҡылышһыҙ китап. Уҡылышһыҙ хат.
УҠЫЛӘСӘЙ (Р.: названая мать; И.: my sworn mother; T.: manevi anne) и. этн. диал. ҡар. морондоҡ әсәй.
Боронғо йола буйынса, сит ерҙән төшкән килендең ире йәшәгән ерҙә аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсәһе. □ Названая мать. Уҡыләсәй итеу. Уҡыләсәй булыу. Уҡыләсәй яһау.
УҠЫМЛЫ (Р: читаемый; И.: legible; Т.: okunabilir) с.
Уҡыуға һәйбәт. □ Читаемый. Уҡымлы әҫәр. М [Айнур мәҡәләһен] ни хәтлем генә шымаларға, уҡымлы итергә тырышмаһын, рәтле килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Н. Мусин. Гәзит тағы ла уҡымлыраҡ, утемлерәк булһын өсөн ауыл хәбәрселәренең, уҡыусыларыбыҙҙың да ярҙамы, терәк булыуы зарур. Г. Ситдиҡова. Вәзих Исхаҡов «Комиссар һеңлеһе» тигән уҡымлы повесть яҙҙы. М. Кәримов.
УҠЫМЫШ (Р: грамота; И.: literacy; Т.: okuma yazma bilme) и.
Уҡып алған белем. □ Грамота, грамотность; образование. ■ Илмырҙа ҡарт фекеренсә, Азаматов кеуек кешегә бер ҙә уҡымышы булмаған ҡатын-ҡыҙ димләу килешеп бөтмәйәсәк ине. Ә. Вәли. [Алдарбай:] Уҡымышым уҙем өсөн генә. Н. Мусин. Сергей Башкирцев, ауылда уҫһә лә, шаҡтай уҡымыш алған. Р. Солтангәрәев. [Фәузиә — Мөғлифә тураһында:] Китап ситтәрендәге яҙыуҙарға ҡарағанда, уҡымышы ла шәп булған бит уның! Т. Гарипова.
УҠЫМЫШЛЫ (Р: грамотный; И.: literate; T.: okuma yazma bilen) с.
Белемгә эйә, уҡымышы бар. □ Грамотный; начитанный, образованный, просвещённый, эрудированный. ■ Хәҙерге бынауы уҡымыш
104