УҠЫТЫУ
лы, һылыу егет менән ул саҡтағы Алёшаны бер ук кеше итеп куҙ алдына килтереуе ҡалай ҡыйын. 3. Биишева. Абыҙ — уҡымышлы кеше, уҙендәге ғилемен башҡаларға тарата. Ғ. Ибраһимов. Уҡымышлы кеше менән гәпләшеп ултырыуың уҙе бер ғумер, — тине ҡарт, Ҡасимовҡа турҙән урын курһәтеп. В. Исхаҡов.
УҠЫМЫШЛЫЛЫҠ (уҡымышлылы-ғы) (Р.: образованность; И.: literacy; enlightenment; T.: bilgili ve kültürlü olma hali) u.
Белемгә эйә, уҡымышы булыу хәле. □ Образованность, просвещённость; начитанность, эрудированность. ■ Рәхилә инәй революцияға тиклем бер байҙың берҙән-бер ҡыҙы булған. Ата-әсәһе тирә -яҡта уҡымыш -лылығы, кешелеклелеге менән дан тотҡан. «Йәшлек», 13 ғинуар 2014. Элегерәк Баҡый мөғәллим, Баҡый шәкерт, хатта Баҡый хәлфә тип уҡымышлылығы менән тирә-яҡҡа исеме таралған был кеше менән Айбулат беренсе тапҡыр яҡындан осрашты. Һ. Дәүләтшина.
УҠЫНСЫ и. диал. ҡар. тиресе 1. Уҡынсы һәнәренә өйрәнеу. Уҡынсы булыу.
УҠЫНЫУ (уҡын-) (Р.: читать молитву (про себя); И.: say prayers; T.: dua okumak) ҡ.
Ауыҙ эсенән доға, намаҙ уҡыу. □ Читать молитву (про себя). ■ [Әсәһе:] Ғәлимә балам, һаташаһың, тороп ултыр, уҡынып ят, балам! М. Ғафури. Әбей ерәнсәйҙең эргәһендә, мөгөр-мөгөр уҡынып, хайуанды өшкөрөргә тотондо. Ж. Кейекбаев. Ҡурҡышҡан кешеләр мәсеттән уҡына-уҡына сығып, төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Әкиәттән.
УҠЫТТЫРЫУ (уҡыттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. уҡытыу, понуд. от уҡытыу. Аят уҡыттырыу. Әкиәт уҡыттырыу. ■ Суверенитетты яулаһаҡ та, ҡала мәктәптәрендә балаларҙы туған телдә уҡыттырыу өсөн йәмәғәтселеккә бик ҡаты көрәшергә тура килде. «Башҡортостан», 12 октябрь 2012.
УҠЫТЫЛЫУ (уҡытыл-) ҡ. төш. ҡар. уҡытыу, страд, от уҡытыу. Н Аҡманда .. ике мәктәп бар. Был йылда ҡыҙҙар-малайҙар тәу тапҡыр бергә уҡытыла. 3. Биишева.
УҠЫТЫУ (уҡыт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. уҡыу I, 1, 2, 4-5. понуд. от уҡыу I, 1, 2, 4-5. Аят уҡытыу. Никах уҡытыу. М Тимербай хатты уҡыта алманы. Ғ. Аллаяров. [Уҡытыусы] ошо уҡ хикәйәне булеп-булеп бер нисә кешенән уҡытты һәм ахырҙа беҙгә ошо хаҡта инша яҙырға ҡушты. Ә. Вәли.
2. Белемгә өйрәтеү. □ Учить, обучать кого. // Учение, обучение. Уҡытыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу. Уҡытыу ысулдарын өйрәнеу. Уҡытыу эшен еңелләштереу. ■ Олатайым алты йәшемдә саҡта өйҙә миңә урыҫса хәрефтәр танытып булашһа ла, ни өсөндөр, төрки уҡытманы. Б. Бикбай. Балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләу өсөн мәктәп менән ғаилә бер ук дәрәжәлә яуаплы. Яр. Вәлиев. Хәнифә апай: «Ни курһәм дә курермен, ә улымды барыбер уҡытасаҡмын!» — тип уйланы. Р. Ғабдрахманов.
3. Педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү, уҡытыусы булыу. □ Учить, преподавать. // Преподавание. Техникумда уҡытыу. Башланғыс кластарҙы уҡытыу. М Мария Николаевна уҙған йыл ошо Башҡорт пед-техникумына уҡытырға килде. С. Агиш. Хәҙер Иштуған унда көндөҙ бер уҙе дурт класты уҡыта. 3. Биишева. Хәбир өйҙән сыға, урам буйлап йөрөй, уҙе уҡытҡан техникумға килеп инә. Ә. Бикчәнтәев.
4. кусм. Ҡаты сара менән киҫәтеү; аҡылға ултыртыу. □ Проучить кого. М [Мөлөк — Степанға:] Өндәшмәгән һайын ҡоторҙоң да киттең. Уҡытырмын мин һине, иманһыҙ! Т. Хәйбуллин.
♦ <Арт> һабағын (йәки иманын) уҡытыу тейешле яза биреү; кәрәген биреү, аҡылға ултыртыу. □ Наставлять на ум, дать взбучку, дать жару. ■ Бигерәк тә халыҡты талап һимереусе яһаҡсыларҙың .. иманын уҡытырға кәрәк. Ә. Хәкимов. [Лейтенант Дәу-ләтов:] Егеттәр, давай, фрицтарҙың арт һабағын уҡытайыҡ әле. Ә. Ихсан. [Фәрит:] Ҡар ғына төшһөн, һабағын уҡытырмын әле мин уның [буренең], бер байтал өсөн әллә нисәмәгеҙҙең башына етермен. И. Кинйәбулатов.
105