УҠЫТЫУСЫ
УҠЫТЫУСЫ (Р.: учитель; И.: teacher; instructor; T.: öğretmen) и.
1. Уҡытыу эше менән шөғөлләнгән кеше. □ Учитель, преподаватель. / Учительский, преподавательский. Башҡорт теле уҡытыусыһы. Уҡытыусы булып эшләү. Башланғыс кластар уҡытыусыһы. ■ Нур бик бәләкәйҙән ук ҡоштар менән мауыҡты, уҡытыусылары уны, ботаник булыр был, тип курәҙә итте. И. Абдуллин. Ғөмүмән, Сәлих ауылы башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Сара апайҙа белем алған балалар ситтә лә уңғандар, тәртиплеләр һәм яҡшы уҡыйҙар ине. Р. Байбулатов. Тәүге еңеүгә өлгәшкән йәш уҡытыусының йөҙө яҡты, шат, куңеле кутәренке ине. И. Ғиззәтуллин.
2. ҡар. остаз. Йәштәрҙең уҡытыусыһы.
УҠЫТЫУСЫЛАР БҮЛМӘҺЕ (Р: учительская; И.: teachers’ common room; T.: öğretmenler odası) u.
Мәктәптә һәм башҡа ҡайһы бер уҡытыу учреждениеларында уҡытыусыларға тәғәйенләнгән бүлмә. □ Учительская. М Мәмдүҙә апай уны [Вәсиләне] кисә генә тағы ла уҡытыусылар булмәһенә саҡыртты. Р. Ғабдрахманов.
УҠЫТЫУСЫЛЫҠ (уҡытыусылығы) (Р: учительство; И.: educator's job; T.: öğretmenlik) и.
Уҡытыу, белем биреү эше. □ Учительство. / Учительский, преподавательский. Уҡытыусылыҡ итеү. ■ Сәйетҡолдан һуң ике егет Ырымбур уҡытыусылар семинарияһынан .. уҡытыусылыҡ хоҡуғы биргән аттестат алып сығалар. Б. Бикбай. О, ниндәй ҙур рәхәтлек булырға тейеш ул уҡытыусылыҡ эше! Ә. Вәли. [Ирназаров:] Фронтта йөрөгәндә ҡай саҡ уҡытыусылыҡ һәнәрен онотоп ҡуймағайым тип борсолоп та алғылай инем. X. Зарипов.
УҠЫТЫУ-ТӘРБИӘ ЭШЕ (Р: учебно-воспитательная работа; И.: educational activity; T.: talim ve terbiye çalışmaları) и.
Балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған эш. □ Учебно-воспитательная работа. Уҡытыу-тәрбиә эшенең планы. Уҡытыу-тәрбиә эшенең уңыштары. Уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу.
УҠЫУ I (уҡы-) (Р: читать; И.: read; Т.: okumak) ҡ.
1. Яҙылғанды йәки хәрефтәр, башҡа яҙыу тамғалары менән баҫылғанды ҡысҡырып йәки үҙ алдыңа ҡабул итеү, танышыу. □ Читать. // Чтение, читка. Гәзит уҡыу. Тасуири уҡыу. ■ Яҙыусы әҫәрен берәй журналда баҫтырһа йәки китап итеп сығарһа, уны меңәрләгән кеше уҡый. 3. Ураҡсин. Ҡолтаба хатты уҡый ҙа эштең ниҙә икәнен һиҙеп ала. «Алпамыша». Китап уҡыу инсандың йөҙөнә — нур, күңеленә шатлыҡ килтерер. Р. Фәхретдинов. [Таһир:] Яҙа белмәйем, ләкин аҙ-маҙ уҡый беләм. Р. Өмөтбаев. • Уҡыным тимә, белдем тиген. Мәҡәл.
2. Яҙылған, баҫылған берәй нәмәне аңлай, ҡабул итә белеү. □ Читать. // Чтение. Ике телдә уҡыу. Инглизсә уҡый белеү. ■ Вил Ваһапович практиканы ике тапҡыр Париж-да үткән, француз классиктарын төп нөсхәлә уҡый. Ш. Хажиәхмәтов.
3. күсм. Берәй төрлө тышҡы билдәләр буйынса кемдеңдер эске кисерешен, фекерен һ. б. белеү. □ Читать, чувствовать. Күҙҙәренән уҡыным. П Калмыктарға тартым, фронт елдәрендә ҡарайып сыныҡҡан подполковниктың етди көсөргәнеш һыҙаттары ятҡан киң яңаҡлы битендә врач был кешенең тайпылышһыҙ ҡарарын уҡығандай булды. Р. Өмөтбаев. [Дистанов] күптән Нурихановтың килеү серен йөҙөнән уҡығайны инде. Д. Бүләков.
4. Ниндәйҙер тексты яттан, күңелдән әйтеү, һөйләү. □ Читать, декламировать. Шиғыр уҡыу. Намаҙ уҡыу. ■ Тәмәке тартыуына ҡарамаҫтан, Вафин — үҙе былай бик динле кеше; ҡурҡыныс килгән ваҡыттарҙа, иренен ҡыбырлатып, бер өҙлөкһөҙ доғаларын уҡый. Д. Юлтый. Тыуған ауылы тирәһендәге тәбиғәт күренешенә арналған шиғырын уҡыуҙан да Миңлеғәле был юлы тыныслана алманы. Я. Хамматов. Солтандың Көрьән уҡып халыҡты таң ҡалдырыуы тураһында бөтәһе лә ишетеп өлгөргәйне. Ғ. Хисамов.
5. Тойғо менән оҙон итеп теләк, ҡарғыш һ. б. әйтеү. □ Читать, произносить. М Бейей улар [тол ҡатындар] арып йығылғансы,
106