Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 107


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҠЫУ йылы
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа. Р. Сафин. Тәртипте нығытыуҙы талап итеп, взвод командирҙарына өгөт-нәсихәт уҡыған өлкән лейтенанттың оҙонса аҡһыл йөҙө һурыҡҡан, .. сикә сәстәренә сал төшкән. Я. Хамматов. Егет, әбейгә рәхмәт уҡып, ул өйрәткән юл менән киткән. Әкиәттән.
6. Тыңлаусыларға телдән ниндәйҙер мәғлүмәтте, ниҙеңдер эстәлеген һөйләү. □ Читать, обучать. Доклад уҡыу. Лекция уҡыу.
7. Белемгә өйрәнеү, берәй төрлө белем алыу, үҙләштереү. □ Учиться, обучаться чему. // Учёба, обучение. Йөрөп уҡыу. Ситтән тороп уҡыу. Уҡырға барыу. Врачлыҡҡа уҡыу. Агрономлыҡҡа уҡыу. ■ Шамилдыц Мәскәүҙә уҡый башлауына ла хәшһеҙ айҙар булды. Я. Хамматов. • Уҡығандың теле икәү. Әйтем.
8. Билдәле бер фәнде өйрәнеү. □ Учиться, обучаться чему, изучать. // Учёба, обучение, изучение. Физика уҡыу. Сит тел уҡыу.
9. Ниндәйҙер уҡыу йортоноң уҡыусыһы булыу. □ Учиться, обучаться где. // Учёба, обучение. Университетта уҡыу. Мәктәптә уҡыу. Гимназияла уҡыу. ■ Һуңғы йылдарҙа техникумда уҡығанда, был яҡтарға практикаға йөрөгәндә, мин тәү тапҡыр Урал тауҙарын күрҙем һәм уларға ғашиҡ булдым. И. Абдуллин. Әсәһе һигеҙ класты, атаһы ун класты бөткәс, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәндәр, артабан ҡалалағы бер төҙөлөшкә эшкә тәғәйенләнгәндәр. Ә. Әминев.
УҠЫУ II (Р.: чтение; И.: reading; Т: okuma) и.
1. Яҙылғанды йәки хәрефтәр, башҡа яҙыу тамғалары менән баҫылғанды таныу, ҡабул итеү өсөн булған күнекмә. □ Чтение, учёба. Уҡыу китабы. М Шулай ҙа хатты баяғыса асыҡ, теремек тауыш менән уҡыуын дауам итте [Байрас]. 3. Биишева.
2. Белем алыу буйынса ойошҡан рәүештә башҡарылған эш; һабаҡ. □ Учёба. / Учебный. Уҡыуға йөрөү. Киске уҡыу. Уҡыу планы. Я Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! М. Аҡмулла. Хәҙер инде полковник башы-
аяғы менән уҡыу, белем алыу донъяһына сумды. Р. Өмөтбаев. Баҫыуҙа шау-гөр килеп йөрөгән Миңлеғәле, мәктәптә уҡыуҙар башланғас, класта Зәкиә ултырған партаны буш күреп, күңелендә ниндәйҙер юҡһыныу һиҙҙе. Я. Хамматов. Флүрә университетта уҡыуына ҙур тырышлыҡ һалманы, һирәкләп дискотекаларға барғыланы, тик унда ла күңеленә толҡа тапманы. Ш. Хажиәхмәтов. • Уҡыу үҙе ауыр булһа ла, емеше татлы була. Мәҡәл.
3. күпл. Айырым бер мәсьәләгә арналып, белгестәрҙең белемен күтәреү өсөн ойошторолған доклад йәки лекциялар циклы.
□ Чтения. Әҙәби уҡыуҙар. ■ Ауыл биләмәләре башлыҡтары уҡыуҙарҙа ауыл халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, һорауҙарға аныҡ яуаптар алды. «һаҡмар», 2 ноябрь 2013.
УҠЫУ ЗАЛЫ (Р: читальный зал; И.: reading hall; T.: okuma salonu) и.
Китап уҡыу өсөн тәғәйенләнгән бүлмә.
□ Читальный зал. Уҡыу залын йыһазландырыу. Уҡыу залында шөғөлләнеү. Электрон уҡыу залы. М Уҡыу залында берәүҙәр бирелеп китап уҡый, икенселәр реферат яҙа, ниндәйҙер датаға арнап докладтар әҙерләй. «Йәншишмә», 13 февраль 2013.
УҠЫУ ЙОРТО (Р: учебное заведение; И.: educational establishment; T.: öğretim kurumu) и.
Белем биреүсе һәм фәнни эш менән шөғөлләнергә ярҙамлашҡан белем биреү усағы. □ Учебное заведение. Абруйлы уҡыу йорто. Уҡыу йорто танытмаһы. ■ Ҡышҡы каникул мәлендә Хәйбулла районында республика ҡалаларында белем алған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн «Студент каникулы» ун көнлөгөн ойоштороу һәйбәт йолаға әүерелде. «Башҡортостан», 17 ғинуар 2015.
УҠЫУ ЙЫЛЫ (Р.: учебный год; И.: academic year; T.: öğretim yılı) и.
Уҡыу йорттарында йыллыҡ уҡыу циклы.
□ Учебный год. Яңы уҡыу йылы. Уҡыу йылы аҙағы. Уҡыу йылы тамамланыу. ■ Сентябрь айында мәктәпкә ҡабул ителеп, оялышынан бер тапҡыр ҙа тәнәфескә сыҡмай, ҡыш үт
107