УҠЫУ КИТАБЫ
кәреп, Таһир бер уҡыу йылында дүрт класс бөтөрөп, башланғыс мәктәпте тамамлай. Р. Өмөтбаев. Яңы уҡыу йылынан башлап ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡырға тейешмен. Я. Хамматов.
УҠЫУ КИТАБЫ (Р.: учебник; И.: schoolbook; T: ders kitabı) и.
Ниндәйҙер бер әлкәлә белем биреү өсөн ҡулланылған дәреслек. □ Учебник. Уҡыу китабының темалары. Уҡыу китабын әҙерләү. Электрон уҡыу китабы.
УҠЫУЛЫ с. диал. ҡар. уҡымышлы. Уҡыулы ауыл ҡарттары. Уҡыулы бала. Уҡыулы дин әһеле.
УҠЫУ ӨЙӨ (Р: изба-читальня; И.: village reading room; T.: okuma evi) и. иҫк.
XX быуат башында мәҙәни-ағартыу учреждениеһы. □ Изба-читальня. Уҡыу өйөнә йыйылыу.
УҠЫУСЫ (Р: ученик; И.: pupil; student; T: öğrenci) и.
1. Башланғыс йәки урта уҡыу йортонда уҡыған бала. □ Ученик, учащийся, школьник, обучающийся. / Ученический, школьный. Мәктәп уҡыусыһы. Яҡшы уҡыусы. Уҡыусылар ижады. ■ Вил Ваһапович, үҙенең ҡалын портфелен ҡосаҡлап, уҡыусыһына баҡты. Ш. Хажиәхмәтов.
2. Кемдәндер берәй һәнәргә өйрәнгән, ҡайҙалыр һәнәр оҫталығын үткән кеше.
□ Ученик (тот, кто обучается какой-л. профессии у кого-л., проходит профессиональную выучку где-л.). Токарҙың уҡыусыһы.
3. Китап, гәзит уҡыған кеше (яҙыусыға ҡарата). □ Читатель. / Читательский. Уҡыусылар менән осрашыу. Уҡыусылар конференцияһы. Журнал уҡыусылар ижады. Уҡыусылар хөкөмө.
4. Китапханаға йөрөп уҡыған кеше.
□ Читатель. / Читательский. Китапхананың әүҙем уҡыусылары. Уҡыусылар менән осрашыу. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү. М Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы киң күләм уҡыусылар менән төрлө күмәк саралар уҙғарыу үҙәге лә булып тора. «Йәшлек», 2 октябрь 2012.
УҠЫУ-УҠЫТЫУ (Р: обучение; И.: instruction; T.: eğitim) и.
Мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттарында белем биреү эшен тәьмин иткән бөтә сара.
□ Обучение. / Учебный. Уҡыу-уҡытыу эше. Уҡыу-уҡытыу бүлеге. Уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре. ■ Тәүге башҡорт әлифбаһы — «Букварь для башкир» рус алфавиты нигеҙендә Ырымбур губернаһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы В. В. Ката-ринский тарафынан 1892 йылда баҫтырыла. «Ағиҙел», № 7, 2012.
УҠЫУ-ЯҘЫУ (Р: грамота; И.: literacy; T.: okuma yazma) и. йыйн.
Хәрефтәрҙе уҡый, яҙа белеү. □ Грамота (умение читать и писать). Уҡыу-яҙыуға һәләтле. М Уҡыу-яҙыу менән ҡоралланған кеше аңлы тормош ҡора ала. М. Ғафури. Керпек елпеүгә теләгәне алдына килеп, иркәлектә, зиннәт тә ниғмәт эсендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, үткер зиһенле, аҡыллы Зөмрәт йәштән үк уҡыу-яҙыуға, донъя хәлдәрен үҙенсә бер епкә теҙергә өйрәнде. Ә. Хәкимов.
УҠЫШТЫРҒЫЛАУ (уҡыштырғыла-) (Р: почитывать время от времени; И.: read on and off; T.: zaman zaman okumak) ҡ.
һирәк-һаяҡ ҡына уҡып алыу. □ Почитывать время от времени. Гәзит-журнал уҡыштырғылау. Кистәрен китап уҡыш-тырғылау.
УҠЫШЫУ (уҡыш ) ҡ. урт. ҡар. уҡыу. взаимн. от уҡыу. Китап уҡышыу.
УҠ-ЯН (Р: оружие; И.: weapon; T.: ok ve уау) и. йыйн.
Боронғо атыу ҡоралы, уҡ һәм йәйә.
□ Оружие, лук со стрелой. Уҡ-ян яһау. Уҡ-янды ҡулға алыу. Уҡ-ян менән ҡоралланыу. М Алыҫ ерҙе осоп үтер толпар атым дағаланған, уҡ-ян, ҡылыс ялтлап тора — өҙәңгегә тарта табан. Й. Солтанов. Мылтыҡҡа ҡаршы уҡ-ян менән һуғышып булмай бит. Ғ. Хисамов. Алпамыша .. алмас ҡылысын тағып, уҡ-янын алып, әсәһе, һеңлеһе, Барсынһылыу менән хушлашып, яу ҡайтарырға киткән, ти. «Алпамыша».
УЛ I (Р: сын; И.: son; T.: oğul) и.
1. Ир бала (ата-әсәһенә ҡарата). □ Сын. Кинйә ул. Өлкән ул. ■ Ҙурайҙы инде улым,
108