УЛАЙ
ҙурайҙы, икеләтә бейек үҙемдән. Бәхете лә, аҡылы ла шулай булһын ине, тим мин күңелдән. 3. Биишева. Улыңды, Ниязғол батыр, уҡытырға мәҙрәсәгә бирергә кәрәк. Б. Рафиҡов. [Хажисолтан] кәләш алып башҡа сыҡҡан ике оло улына ла үҙенеке кеүек өй һәм мал торлаҡтары һалдырҙы. Я. Хамматов. • Ата байлығы улға йоҡмаҫ. Әйтем. Улы барҙың ҡулы бар. Мәҡәл.
2. Үҙ балаңдың ир балаһы; ейән. □ Внук. Өлкән улының өс улы бар.
3. Ата-әсәһе үҙеңдән йәшерәк булған ир бала. □ Сынок. ■ Ниғмәтулланың нимәгә төрттөргәнен ҡарт шунда уҡ һиҙҙе: «Юҡ, улым, ҡарт көнөмдә гонаһлы булырға теләмәйем». Я. Хамматов.
4. Ил, халыҡтың ир затынан булған бер вәкиле. □ Сын Родины. Башҡорт улы. Урал улдары. Я Заманалар булған элгәре, булған илдең батыр улдары. С. Юлаев, һин хәҙер Ватандың хөр улы, бынан һуң асыҡ тот күҙеңде. Ш. Бабич.
5. Билдәле бер эш, тормош әлкәһенең ысын вәкиле. □ Сын. Хеҙмәт улы. Я Халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш. Р. Шәкүр.
УЛ II (уның, уға, уны, унан, унда) (Р.: он;
И.: he; she; it; Т.: о) зат а.
1. Быға тиклем йәки һуңынан булған хикәйәләүҙә исеме әйтелгән телмәр предметын йәки субъектын күрһәтә. □ Он, она, оно. Ул йырлай. Уға ҡарау. Уны күреү. Унда уҡый. ■ Ул [Хәйретдин] йомшаҡ күн менән ҡапланған креслолар, ултырғыстар, төрлө приборҙар торған өҫтәл һәм келәмдәр менән йыһазландырылған бүлмәне тәүге тапҡыр күрә. Я. Хамматов. Ошо һағыш уны [Сергей-ҙы] әсир итеү менән, уның кисәге көндәренә яңынан йән керҙе. А. Абдуллин.
2. Билдәле бер затҡа, булып үткән эш-хәлгә, урын-ваҡытҡа кире ҡайтарып тоҫҡай. □ Тот, та, то. Ул ваҡытта уҡыу. Ул урында булмай сығыу. ■ Ул саҡта беҙ күмер урынына шахталарҙың һыуын бушаттыҡ. Р. Ниғмәти. Бала булып нығый икән унан ике йөрәк
тәге мөхәббәт, һәм ул бала, һинең йәшлек булып, ғүмереңде дауам итә икән. Ғ. Сәләм. Имән ҡырҡып, уҡ яһаған [егет], ул уҡтың башағына осло таш ҡуйған. «Әкиәттән».
УЛ III (Р: выражает подтверждение действия; И.: intensifying particle ‘and; but’; T: işte) киҫ.
Һөйләмдәге бер һүҙҙе айырып йәки ниндәйҙер эш-хәлдең булмышын раҫлап, баҫым яһау өсөн ҡулланыла. □ Выражает подтверждение действия. Я Йәшәү — хеҙмәт, көрәш үҫеш бит ул. 3. Биишева. Мәктәп биргән белем — ғүмерлеккә етә торған сикһеҙ байлыҡ ул. К. Шафиҡова. Башлап ҡуйған сирек сәй, эсмәһәң дә, бөтә ул. Халыҡ йырынан.
2. Ниҙеңдер төрлө яғына, төрлө сифат, рәүешенә баҫым яһап, теҙеп күрһәткәндә ҡулланыла. □ И ..., и ... . я Эй, Баҙаргөл, матурлыҡта баҙарың бар. Минең һиңә ике төрлө назарым бар: ул һимеҙлек, ул тигеҙлек биргән Хоҙай, һаҡлан, туташ, күп маташһаң, аҙарың бар! Ш. Бабич.
3. Икән, ине ярҙамлыҡ ҡылымдары менән белдерелгән теләк мәғәнәһен көсәйтә. □ Со вспомогательными глаголами икән, ине выражает желание. Тиҙерәк яҙ булһа икән ул. Ҡош һайрағанын ишетһәң ине ул. Я Донъяға ике тыуһаң ине ул, — тине Шәйхетдин бабай. М. Хисмәтуллина.
УЛАҒУМАРТА (Р.: колодочный улей; И.: log bee-hive; T: ап kovanı) и. диал. ҡар. түмәр умарта.
Бал ҡорттары өсөн түмәрҙе соҡоп яһалған оя. □ Колодочный улей. Улағумарта эшләү. Улағумарта ултыртыу. Улағумар-таға балауыҙ ҡуйыу.
УЛАЙ (Р: так; И.: so; that way; T.: öyle)/?.
1. Ул рәүешле. □ Так. Улай уйлама. Улай итмә. Я [Ҡолсобай:] Улай кешене мыҫҡыллама, «көлә етә, артынан һөрә етә», ти. Я. Хамматов. Күптәр пластик ҡалдыҡтарҙы баҡсала, урамда, йылға буйҙарында яндыра. Улай эшләү һаулыҡ өсөн, тирә-яҡ мөхит сафлығы өсөн бик хәүефле. «Йәншишмә», 14 ноябрь 2012.
2. Ул яҡҡа. □ В ту сторону, туда; в том направлении. ■ Юлдар әле улай, әле былай
109