УЛАЙ БУЛҒАС
уҙғанлыҡтан, уның [Гөлйөҙөмдөң] ҡайҙа боролғанын белеп булманы, һ. Дәүләтшина. Терпе әллә кем булып ҡалҡып тороп баҫыуы булды, тегене әсе ел улай ҙа, былай ҙа тәгәрәтергә керешмәһенме! Ф. Аҡбулатова.
3. Кешенең һүҙенә йәки хәленә һығымта яһағанда, нимәнелер иғтибарға алып, билдәләп ҡуйған һымаҡ иткәндә әйтелә. □ Так-то, так; ах, вот как?; оказывается, так! Улай икән. М Тубән ос Әмирхандарҙың мунсаһы янып китте. Башҡа бәлә-ҡаза куреусе юҡ. Именлек улай. М. Кәрим. Ә Ғәли ағай, тырпаҡ мыйығын бора биреп, уйланып: «Улай...» — тип ҡуйҙы. 3. Биишева. Улай икән... — тип һуҙҙы Маһира ҡарсыҡ, уны, ой кешеһен, эш ығы-зығыһы бөтөнләй борсомай, шуға әңгәмәне уҙ яйына ҡайырҙы. X. Тапаҡов. [Йәноҙаҡ:] Улай икән, ҡайтып киләм тиген, ә? М. Тажи.
УЛАЙ БУЛҒАС (Р.: если так; И.: in that case; T: öylese) мөн.
Бер төрлө эш-хәлдән, шарттан сығып, ниндәйҙер фекергә килгәндә әйтелә. □ Если так, в таком случае. Улай булғас, ниңә йөрөргә? Улай булғас, эште башлайыҡ. М Ярай, улай булғас, сәғәт 10-ға йыйылышты башлайбыҙ, барыбыҙ ҙа клубҡа йыйылабыҙ, — тип рәйес һуҙен тамамланы. «Йүрүҙән», 19 август 2013. [Әбей:] Улай булғас, мин һиңә бер хәйлә өйрәтәйем. Әкиәттән.
УЛАЙ БУЛҺА мөн. ҡар. улай булғас. ■ [Ғәскәри — һатыусы ҡыҙға:] Улай булһа, һеҙ минең иҫәпкә төргәктең тышын ике метр ҡыҙыл таҫма менән бәйләгеҙ. С. Агиш. Улай булһа, эш харап! Ә. Бикчәнтәев.
УЛАЙ-БЫЛАЙ (Р.: как-нибудь; И.: somehow (ог other); this way and that way; T: öyle böyle) р.
1. Берәй төрлө, нисектер. □ Как-нибудь. Улай-былай итеп ҡарау. К Донъя бит улай-былай, уйланмай йәшәп булмай: шатланған саҡ та була, моцланған саҡ та була, ауыр һулап тын ғына уйланған саҡ та була... Р. Назаров.
2. Арлы-бирле, нисек етте шулай. □ Кое-как, как попало. Улай-былай итеп ҡуйыу. Н Балыҡты нисектер бешерергә кәрәк. Улай-былай ғына итеп тугел, тәмле итеп.
Р. Ҡол-Дәүләт. Ауыҙында бөртөк тә теше булмағанлыҡтан, ҡурайҙы олатай өҫкө ирененә һалып уйнай. Шундай шәп килеп сыға, ҡәһәрең, улай-былай ғына сыйылдатҡан тешле ҡурайсың ары торһон. И. Ноғманов. Улай-былай иткәнсе, байтаҡ ғәскәрҙе ҡырып та ташлағандар, ти. Әкиәттән.
УЛАЙҒА КИТҺӘ (Р: если на то пошло; И.: if so; T: öyleyse) мөн.
Бер нәмәгә, эш-хәлгә икенсе нәмәне ҡаршы ҡуйғанда әйтелә. □ Если на то пошло; если так; тогда. ■ Улайға китһә, ҡатын-ҡыҙға артыҡ таҙа кәуҙә килешмәй ҙә. И. Абдуллин.
УЛАЙ ҘА (Р: всё же; И.: yet; T: ama) p.
1. Улай булһа ла, шунда ла. □ Всё же. Улай ҙа бирешмәй. Улай ҙа һорай ҡуйҙым. М Математиканан саҡ ҡына йомшағыраҡмын, «4»-легә тартам улай ҙа. Г. Яҡупова.
2. Ярар, әлдә. □ Хорошо, что. Улай ҙа ярам еңел булды. Улай ҙа дөрөҫ булды.
УЛАЙ ТИҺӘҢ (Р.: если так; И.: in that case, if so; T: öyleyse) мөн.
Бер нәмәгә, эш-хәлгә икенсе нәмәне ҡаршы ҡуйғанда әйтелә. □ Если так; так-то оно так, но... ■ Улай тиһәң, бөтә Бөркөтлө Йәмлегөл инәйҙе аһ итеп тора. М. Кәрим. Әллә самородок тигәндәре ошоноң һымаҡ буламы икән? Улай тиһәң, уны шахтанан ҡаҙып сығаралар, тиҙәр. Я. Хамматов.
УЛАЙТЫУ (улайт-) (Р: делать так; И.: act, do so; T: böyle yapmak) ҡ. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Ниндәйҙер рәүештә башҡарыу, улай итеү. □ Делать так. Бутәнсә улайтмам. М Йомшаҡ һалам тушәгәс, Зариф, ергә ятып, аунап-аунап ҡараны. «Ниңә улайтаһың?» — тип ғәжәпләндем. «Төйөр ҡалманымы икән, тим». Й. Солтанов. [Батыргәрәй — Азаматҡа:] Ағай, нишләп улайталар ул? Р. Солтангә-рәев. «Нишләп улайтаһың?» — тип һорағас, ҡуян: «Табанымды бер нәмә көйҙөрҙө», — тигән. Әкиәттән.
УЛАЙҺА мөн. һөйл. ҡар. улай булғас. Улайһа, ашығырға кәрәк. Улайһа, бара һалайыҡ. V Улайһа, барып хәлен белергә кәрәк бит инде... Былай килешмәҫ. Р. Солтангәрәев. Улайһа, әкиәт батыры, әйҙә, һин мине Аҡ-
110