Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 111


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЛАН БҮКӘН
тубәгә алып бар! Д. Бүләков. Улайһа, беҙ эште һуҙмайыҡ. Әкиәттән.
УЛАҠ (улағы) (Р.: жёлоб; И.: ditch, pipe; T.: oluk) и.
1. Һыу йәки башҡа шыйыҡлыҡ ағыҙыу өсөн соҡор итеп эшләнгән оҙон тар яйланма.
□ Жёлоб. Улаҡ эшләу. һыу ағып төшә торған улаҡ урынлаштырыу. ■ Яуған ямғырҙың һыуы улаҡтар буйлап .. тубән аға. Ғ. Дәүләтшин. Хәҙер, Таналыҡҡай, беҙ ҡушҡанса, улаҡ буйлап ҡына ағырһың, куберәген бикле ятырһың да, әмер бирһәк, тулҡын ҡағырһың. Ҡ. Аралбай.
2. тех. Мәғдән йыуа торған яйланма.
□ Лоток, ларь, рештак (корыто для промывки породы). Улаҡ эшләу. Улаҡ аша утеу. ■ һары балсыҡ һеңгән кейемдәге кешеләрҙең ҡыҫҡа буйлыһы улаҡты, ҡырсындан аҡтарып, яңы урынға ҡорҙо. Я. Хамматов.
3. Малға, ҡош-ҡортҡа һыу йәки ашарға һала торған оҙон ялғаш. □ Кормушка. Улаҡҡа һыу ҡойоу. Улаҡтан эсереу. ■ Абзыҡайым, аттарыңа ашарға һал улаҡҡа. Бәйеттән. Йылы ҡояш, алдына һауыт тултырып ҡуйылған аҙыҡты куреп, себешкәйҙәр улаҡҡа һалынған һыуҙы курергә лә теләмәй, бер-береһен тапай-иҙә улән йолҡҡоларға маташа. «Көнгәк», 20 май 2013.
4. диал. Тирмәндә он төшә торған урын; тирмән мөшкәһе. □ Лоток (мельничный). Улаҡҡа он ҡойолоу. Улаҡтан он алыу.
5. диал. Тар ғына ерҙән әкрен аҡҡан тоноҡ һыу. □ Вода, бесшумно текущая в глубокой, узкой впадине. Улаҡтан һыу алыу. Улаҡтың тирә-яғын таҙартыу. М Был яҡты улаҡ — шишмәгә, ә унан һуң йылғасыҡҡа, оло иҙелгә әйләнер, ташып ағыр. «Башҡортостан», 7 июль 2013.
6. диал. Тубал. □ Лукошко. Бал ҡорттарына улаҡ яһау. Кусте улаҡҡа алабыҙ.
7. диал. Мәйетте һалып йыуа торған ҡабыҡ. □ Корыто для обмывания покойного. Улаҡ әҙерләу. Мәсеткә улаҡ килтереу.
8. миф. Һыу эйәһе менән бәйле миф-лаштырылған һыу сығанағы. □ Источник (связан с духом воды). ■ Килен улаҡтан һыу алғанда, тәңкә ташлай. «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
УЛАН I (Р.: сын; И.: son; T: oğlan) и.
1. Ир бала (ата-әсәһенә ҡарата). □ Сын. Улан табыу. Уландар тәрбиәләу. М Ташҡай-ҙарға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш, уландарым уҡыр бер саҡта. Халыҡ йырынан. Минең хәҙер хәстәрле уландарым да, кәрәк икән, атым да, санам да бар. 3. Биишева. Иҫәнбикә шатлығынан әллә ерҙә, әллә куктә йөрөнө: шөкөр, уланғынаһы ҡайтып килә. Н. Игеҙйәнова. • Теләнсе ишекте теләр, улан бишекте теләр. Әйтем.
2. эйл. ф. Ир балаға йәки йәш ир-атҡа өндәшеү һүҙе. □ Сыночек (обращение).
■ [Аҡтубә ҡарт:] Менеп тә генә китерҙәй буҙ ҡонан Буләр хандыҡы ул, уланым. «Алпамыша».
3. диал. Йәш бала. □ Младенец. Уланы бар. Уланы тыуған.
♦ Улан аҡылы инеү алйыу. □ Впадать в детство. Картайғас, улан аҡылы ингән. Улан аҡылы ингән ҡайныһын тәрбиәләй.
УЛАН II (Р: улан; И.: uhlan; T: alman mızraklı süvari askeri) и.
Төрлө илдәр армияһында еңел кавалерия һалдаты йәки офицеры. □ Улан. / Уланский.
■ Иң алдағы оҙон тояҡлы кук аттарға атланған поляк уландары яҡынайған һайын, ерҙең тетрәуе көсәйә барҙы. Я. Хамматов.
УЛАН АЛДЫ и. диал. ҡар. һыу I, 3. Улан алды китеу.
УЛАН АНАҺЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ
1. Улан анаһын ергә кумеу.
УЛАН АРТЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ
1. ■ Улан артын кәртә, мунса, ҡыйыҡ, бағана баштарына ҡоштарға һалғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УЛАН БИЛГЕҺЕ (Р: родовые схватки; И.: birth pangs, labour; T: doğum sancısı) и. диал. ҡар. тулғаҡ.
Бала тыуымға килгән саҡтағы ауыртыныу. □ Родовые схватки. Улан билгеһе тотоу.
УЛАН БИРГЕҺЕ и. диал. ҡар. улан алды. Улан биргеһе китеу.
УЛАН БҮКӘН I и. диал. ҡар. һуңғылыҡ 1.
УЛАН БҮКӘН II (Р: матка; И.: uterus; T: rahim) и. диал. ҡар. балаятҡы.
111