Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 112


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЛАН МУНСА
Ҡатын-ҡыҙҙың бала яралғыһы үҫә торған эске енси ағзаһы. □ Матка. Улан букән-дән ҡан килеу.
УЛАН МУНСА (Р.: баня для новорождённого; И.: first bath for the newly-born; T.: bebeği ilk kez yıkama) и. диал.
Бәпесте беренсе тапҡыр йыуындырыу өсөн яғылған, һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә мунса. □ Баня для новорождённого. ■ Улан мунса индергәндә, кендек әбей, төнлөктө асып, ошо һамаҡты әйтеп, баланы сапҡан: «Минең сабыйым илаҡ тугел, илаҡ тугел; сабыйымдың сарпыуы осһон, бәхетһеҙлектәре сығып осһон, ҡара ҡоштар алып китһен, ҡарғалар алып китһен, амин, амин!» «Башҡорт мифологияһы»нан.
УЛАН-УШАҠ (улан-ушағы) (Р: мальчики; И.: boys and lads; T.: erkekler) и. йыйн.
Ир балалар. □ Мальчики, ребята. Улан-ушаҡты тәрбиәләу. Эшкә улан-ушаҡты йыйыу. Улан-ушаҡты ярыштырыу.
УЛАНЪЯҒАЛАЙ ҮЛЕҮ (уланъяғалай үл-) (Р: скончаться при родах; И.: die in labour; T.: doğumda ölmek) ҡ. диал.
Баланан ҡотола алмай үлеү. □ Скончаться при родах. Ҡатын уланъяғалай улеп ҡала.
УЛАНЫШ (Р: дитя; И.: baby; T.: çocuğum) и. диал.
Балаҡай. □ Дитя. Уланышым минең! Уланышым ҡайтҡан бит! Үҙәгемде өҙгән уланышым минең.
УЛАН ЯҒАҺЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ
1. Улан яғаһы зарарланған.
УЛАН ЯҪТЫҒЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ
1. Улан яҫтығы төшөу. Улан яҫтығын кумеу.
УЛАН ЯТҠЫЛЫҒЫ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ 1. Улан ятҡылығынан ҡан килеу. Улан ятҡылығы зарарланыу.
УЛАППАРЫМ (Р: сыночек; И.: sonny; T.: oğlum) и. диал.
Ир балаға иркәләп өндәшеү һүҙе. □ Сыночек. Улаппарым минең. Улаппарым - таянысым минең!
УЛАР (уларҙың, уларға, уларҙы, уларҙа, уларҙан) (Р: они; И.: they; T.: onlar) зат а.
Быға тиклем йәки һуңынан булған хикәйәләүҙә исеме әйтелгән телмәр предметта
рын күрһәтә. □ Они. ■ Ата ҡаҙ ҙа, инә ҡаҙ ҙа, уларға ҡарап бәпкәләр ҙә һис кенә лә йылғаға төшмәй икән, ти. Әкиәттән. Һуғыш бөттө. Улар - еңеуселәр, уҙ ауылдарына ҡайттылар. 3. Биишева.
УЛАУ (ула-) (Р: выть; И.: howl; T.: ulumak) ҡ. диал. ҡар. олоу.
һуҙып-һуҙып ҡысҡырыу (буре менән эткә ҡарата). □ Выть, завывать. // Вой, завывание. Урманда буре улай. Ас буреләр улай.
УЛБАЛА (Р: шурин; И.: brother-in-law; T.: kayınbirader) и. диал. ҡар. ҡәйнеш.
Ҡатындың ир туғаны. □ Шурин (младший брат жены). Улбалаға буләк. Улбаланы шаяртыу. Улбалаға бәке биреу.
УЛ-БЫЛ (Р: что-нибудь; И.: something adverse; T.: bir şey) билдһ. a.
1. Берәй төрлө эш, хәл. □ Что-нибудь, что-либо. Ул-был булыу. Ул-был була ҡалһа, һин - мине, мин һине белмәйбеҙ! Уны-быны тикшереп тормай. Уны-быны аңлап еткер-мәу. ■ [Тимерғәле менән Үмәр]оҙаҡ һөйләште. Уны-быны абайламаған Муйыл .. йоҡларға ятты. Һ. Дәүләтшина. Нуранияның уны-быны уйларға форсаты юҡ, тәулегенә өс-дурт сәғәттән артыҡ йоҡо теймәй уға. Ә. Хәкимов.
2. Асыҡ билдәле булмаған ҡайһы бер нәмә, эш-хәл. □ Что-нибудь, нечто. Ул-был йомош. Ул-был килеп сығыу. ■ Ауылға ҡайтҡас, Мөхәмәтша уны-быны һөйләп йөрөмәгән. М. Хужин. Хөснөлхаҡ менән Салих ул-был иткәнсе, ат ҡараусы кире боролоп килде. Ғ. Хисамов.
3. Үлемдең табулаштырылған исеме. □ Смерть (табуированное название смерти.) Ул-был була ҡалһа, мине у ҙең тәрбиәләрһең, тине әсәйем.
♦ Ул-был булғансы көтөлмәгән хәүефле хәл килеп сыҡҡансы тип, иҫкәртеп әйткәндә ҡулланыла. □ Пока что-либо, ничего не произошло. соотв. Пока суд да дело. ■ [Эплэс ҡарт:] Ул-был булғансы, игенде йыйыштыра һалып алырға кәрәк. һ. Дәүләтшина. Ул-был итеү төрлөсә ҡулдан килгәнде эшләргә тырышыу, арлы-бирле итеү. □ Сделать кое-что. ■ Юлсылар ул-был итеп, йылы һыу менән
112