УЛТЫРАҠЛЫҠ
бит-ҡулдарын йыуып алғансы, ҡатыны йәш ҡороттан иҙелгән бер туҫтаҡ айран килтереп тә ҡуйҙы. 3. Ураҡсин. Уны-быны ҡарап тормау бер нимәгә иғтибар итмәү. □ Не обращать внимания на что-л. М Арышым һис бөтәсәк тугел, тип уйлаған Гөлбостан, уны-быны ҡарап торманы, ботон илле тиндән һата һалды ла, ҡалас, лампасый алып, өйөнә йомолдо. Ғ. Дәүләтшин.
УЛ ДА БУЛМАЙ (Р.: тут же; И.: instantly; T.: hemen) р.
Тиҙ арала. □ Тут же, моментально. Ул да булмай барып еттек. Ул да булмай машина елдереп утеп тә китте. Ул да булмай йәйғор ҡалҡты.
УЛДЫҠ (улдығы) (Р.: икра; И.: roe; T: balık yumurtası) и. диал. ҡар. ыуылдырыҡ.
Балыҡ, моллюск, тәлмәрйен һәм башҡа ҡайһы бер йән эйәләре бүлеп сығарған ваҡ ҡына бөртөк-бөртөк йомортҡалар. □ Икра. Балыҡтар улдыҡ сәсә. Улдыҡ сәскән мәл. Кулгә улдыҡ ебәреу.
УЛДЫМ-ТАЛДЫМ МЕНӘН (Р: кое-как; И.: with difficulty; T: zorlukla) р.
Ҡыйынлыҡ менән. □ Кое-как, с трудом.
■ Айбулат менән Гөлйөҙөм, улдым-талдым менән Ныязғол байҙан сығып, ҡарлуғас ояһындай бәләкәс кенә балсыҡ өйҙәрендә уҙ алдына йылы донъя ҡорҙолар. Һ. Дәүләтшина.
УЛ ЕБЕ и. этн. ҡар. еп сәйе. Ул ебенә саҡырыу. Ул ебе таратыу.
УЛ ИТЕҮ (ул ит-) (Р: усыновлять; И.: adopt (a child); T: evlat edinmek) ҡ.
Сит баланы үҙеңә алыу. □ Усыновлять.
■ Үҙеңә йомаҡ әйтәйем, тапһаң — улым итәйем, тапмаһаң — ҡолом итәйем. Ҡобайырҙан. Зәйнулланы ул итеп алған батша һағыныуҙан һарғайып бөткән, ти. Әкиәттән.
УЛ ҠЫҘЫ и. ҡар. ейәнсәр. Ул ҡыҙы һыу ташый.
УЛ Л ЫҠҠА АЛЫУ (уллыҡҡа ал-) (Р: усыновить; И.: adopt a male child; T: evlatlık etmek) ҡ.
Ир баланы тәрбиәгә алыу, үҙ улы итеп яҙҙырыу. □ Усыновить. // Усыновление. Баланы уллыҡҡа алыу. Уллыҡҡа алыу тәртибе. Уллыҡҡа алыу процесы. ■ Уллыҡҡа алыу —
етемдәрҙе, ата-әсә бағыу ынан мәхрум ҡалған балаларҙы социаль яҡлауҙың иң ҡулай алымы, сөнки ул бала мәнфәғәтен тулыраҡ яҡлауға булышлыҡ итә. «Башҡортостан», 3 июль 2013.
УЛ САҒЫНДА мөн. диал. ҡар. улайһа. ■ Ул сағында, Гәлимйән ағай, һин ҡайт, урыныңа мин көтәйем бөгөнгө, — тип йөрәкһене Әхмәтйән. И. Ноғманов.
УЛТЫРАҠ I (Р: оседлый; И.: sedentary; T: yerleşik) с.
Бер урында даими йәшәгән. □ Оседлый. Ултыраҡ халыҡ. Ултыраҡ тормош. ■ XIX быуаттың 80-се йылдарында юрматылар тулыһынса ултыраҡ тормошҡа кусә. Р. Шәкүр. Барсынбикә уҙе иренең хәлен төшөнә лә кеуек: ялҡты ул илдән илгә йөрөуҙән, ултыраҡ тормошҡа кусәһе, донъя көткөһө килә. Т. Ғарипова.
УЛТЫРАҠ II (ултырағы) (Р: место поселения; И.: settlement; T: yerleşim yeri) и.
Өй йәки ауыл ултырған урын; урынлашҡан, йәшәгән урын. □ Место поселения, поселение. Ултыраҡ сиге. Ултыраҡ тарихы. Ултыраҡ биләмәләрен таҙартыу. М Ауылдың өйләнмәгән йәш егеттәре, уткерерәк килендәре, йәш ҡыҙҙары.. Ғариф ултырағы артындағы яланға йыйылды. Ғ. Хәйри.
УЛТЫРАҠЛАНЫУ (ултыраҡлан ) (Р.: устраиваться на поселение; И.: settle (down); T.: yerleşmek) ҡ.
Торор, йәшәр өсөн урынлашыу. □ Устраиваться на поселение, поселяться, оседать. Йылға буйында ултыраҡланыу. Ҡалала ултыраҡланыу. ■ Ун етенсе быуат аҙаҡтарында башҡорт турәләренең ризалығы менән төмәндәр Сөн, Сәрмәсән буйҙарына кусеп ултыраҡлана. Ә. Хәкимов.
УЛТЫРАҠЛЫҠ (ултыраҡлығы) (Р.: оседлость; И.: settled way of life; T: yerleşiklik) u.
Ултыраҡ тормош. □ Оседлость. М Урал — Иҙел буйҙарындағы муллыҡ, һалҡын ҡыш, ҡара урмандар кусәбә ата-бабаларыбыҙҙы ултыраҡлыҡҡа кусергә, ҡышлар бура өйҙәр, мал ҡаралтылары һалырға зарурат иткән, курәһең. Ғ. Хөсәйенов.
113