УЛТЫРҒЫС
УЛТЫРҒЫС (Р.: стул; И.: chair; stool; T.: sandalye) и.
Бер кеше ултырмалы итеп, ғәҙәттә, арҡаны терәп, һөйәлеп ултырыу өсөн арт ҡуйып эшләнгән күсереп йөрөтмәле урын. □ Стул. Артлы ултырғыс. Йомшаҡ ултырғыс. Ултырғыс ябыуы. ■ Ултырғыс арттарында ботай-сатай кулдәктәр, костюмдар, юбкалар, таҫтамалдар, тағы әллә нәмәләр эленеп тора. 3. Биишева. Асыуын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышып, мөйөштәге карауатта тын ғына ятҡан ауырыу янына яҡын килде Насиров, ултырғыс тартып ултырҙы. Д. Бүләков.
УЛТЫРҘАШ (Р.: сотрапезник; И.: table companion; T.: sofra arkadaşı) и.
Табында бергә ултырған кеше; табындаш. □ Сотрапезник. ■ Урал йәйләуҙәрен бергә гиҙгән, куп мәжлестәрҙә ултырҙаш булған ҡиәмәтлек дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбай Әхмәтзәкиҙең рухын башҡортлоҡ тойғоһо, көрәш сәме, сәсәнлек ҡомары, маҡсатына тоғролоҡ сифаттары менән байытыуҙа ғәжәйеп бер роль уйнай. Ғ. Хөсәйенов. • Ғәйбәтсе менән серҙәш булма, уйнашсы менән ултырҙаш булма. Әйтем.
УЛТЫРМА I (Р: осадок; И.: sediment; T.: tortu) и. геол.
Элекке һыу ятҡылыҡтары төбөнә төрлө ҡаты есем ултырыуҙан барлыҡҡа килгән тау тоҡомо. □ Осадок, отложение, отстой. / Осадочный. Диңгеҙ ултырмалары. Ултырма тоҙ. ■ Ерҙең төрлө урындарында ултырма тау тоҡомдары (ҡом, балсыҡ, эзбизташ, тоҙ) тупланған. «Йәшлек», 8 май 2010.
УЛТЫРМА II (Р: посиделки; И.: women’s gathering; T.: oturma) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙың бер өйгә йыйылып, ҡул эше менән булышып, һөйләшеп, уйнап-көлөп ултырған йыйыны. □ Посиделки, вечеринка. Ултырмаға барыу. Ултырманан ҡайтыу. Курше ауылдан ултырмаға килеу. ■ Йәш кенә көйө нужа баҫҡан, эшкә егелгән Гөлбаныу кистәрен һуң ятты, таң һарыһынан торҙо. Тиңдәштәре менән клубҡа, ултырмаларға ла йөрөй алманы. Т. Ғарипова.
УЛТЫРТҠЫС (Р: сажалка; И.: planting device; T.: tohum makinesi) и.
Нимәнелер ергә ултырта, сәсә торған машина. □ Сажалка. / Сажальный. Картуф ултыртҡыс. Сөгөлдөр ултыртҡыс. ■ Артына урман ултыртҡыс машиналар таҡҡан трактор, ҡуйы зәңгәр төтөнөн бөркә-бөркә куңелле гөрөлдәп, урынынан ҡуҙғалды. Ә. Вәли.
УЛТЫРТМА (Р: стоячий; И.: stand-up; T.: dik) с.
1. Текә торошло. □ Стоячий. / Стойка. Ултыртма яға. Ултыртма яғалы гимнастёрка. М Өҫтөндә ултыртма яғалы пинжәк, яғаһынан крахмаллы кулдәге ҡыйылып ҡына куренә. С. Агиш.
2. Текә, вертикаль хәлдә урынлаштырылған, беркетелгән. □ Стоячий. Ултыртма ҡойма. Ултыртма ситән уреу.
УЛТЫРТМАЛЫ (Р: с подставкой; И.: having legs; T.: altlığı var olan) c.
Ултыртып куймалы. □ С подставкой; с ножками. ■ [Арыҫланғәле] тәҙрә төбөндә ултырған ултыртмалы бәләкәс кенә көҙгөгә ҡарап, ҡалын ҡара сәстәрен артҡа тараны. Ғ. Дәүләтшин.
УЛТЫРТТЫРЫУ (ултырттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ултыртыу 1-12. понуд. от ултыртыу 1-12. Үҫемлектәрҙе кусереп ултырттырыу.
УЛТЫРТЫЛЫУ (ултыртыл-) ҡ. төш. ҡар. ултыртыу 1, 2, 4—12. страд, от ултыртыу 1, 2, 4—12. ■ Ҡунаҡтар дәрәжәләренә ҡарап бу леп ултыртылған. Т. Хәйбуллин. Ҡапҡа бағаналары ултыртылған, ҡапҡаһын ҡуйып өлгөрмәгәндәр. Н. Мусин.
УЛТЫРТЫУ (ултырт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ултырыу 1-6, 8-17, 19, 23. понуд. от ултырыу 1-6, 8-17, 19, 23. Һикегә ултыртыу. Поезға ултыртыу. Уҡырға ултыртыу. Мөдир итеп ултыртты. Өйҙә ултыртыу. Самолётты ултыртыу. Карапты һайға ултыртыу. Тауыҡ ултыртыу. Төрмәгә ултыртыу. Диетаға ултыртыу. Тоҙло һыуға ултыртыу. М Ҡартты автовокзалда автобусҡа Йәләлитдин ултыртып ебәрҙе. Й. Солтанов.
2. Үҫһен өсөн тупраҡҡа урынлаштырыу. □ Сажать. // Посадка. Йәшелсә ултыртыу. Сәскә ултыртыу. ■ Ҡупшыланып гөрләп сәскә ата һин ултыртҡан һомғол алмағас.
114