Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 115


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЛТЫРЫУ
А. Игебаев. • Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт. Әйтем.
3. Мейескә һ. б. урынлаштырыу, ҡуйыу (бешереу, йылытыу һ. б. өсөн). □ Ставить, помещать. ■ Ул [Ивановтың бисәһе Клавдия] мейескә аш ултыртып маташа ине. Д. Юлтый.
4. һөйл. Берәй төрлө итеп урынлаштырып рәтләү, беркетеү, тегеү. □ Притачивать, вшивать. // Притачивание. Ең ултыртыу. Яға ултыртыу. Бағананы ултыртыу.
5. Ашар өсөн табынға ҡуйыу. □ Ставить, подавать. Аш ултыртыу. ■ Иренең ғәҙәтен яҡшыраҡ аңлаған Хөппөниса сәйҙе турбашҡа ултыртты. Я. Хамматов.
6. Сыҡҡан быуынды төшөрөү. □ Вправлять. // Вправление (вывиха). Быуынды ултыртыу. Ҡулды ултыртыу. ■ Быуын ултыртыусылар сыҡҡан йәки тайпылған быуынды урынына ултыртҡан, хатта һынған һөйәкте шына һалып, бәйләп төҙәткән. «Атайсал», 31 май 2013.
7. кусм. һөйл. Ныҡ итеп һуғыу. □ Крепко стукнуть, ударить. Елкә төбөнә берҙе ултыртыу. Тыңлауһыҙ әҙәмгә бер-икене ултыртып алыу.
8. кусм. һөйл. Алдау, һемәйтеү. □ Обманывать; надувать. ■ Шәйхетдин абзаң ҡоҙаларҙы ултыртты булһа кәрәк, колхоз тауыҡтарын егермешәр һум менән һыйланы. Ш. Насыров.
♦ Тишек шоманға (йәки кәмәгә) ултыртыу алдау, һемәйтеү. □ Обманывать; надувать. М Тишек шоманға ултырып ҡуймайым, тим. Шул малды урсетәйем тип, ғумер буйы аслы-туҡлы тырыштым бит. Я. Хамматов. Төп башына ултыртыу 1) ҡар. тишек шоманға ултыртыу. ■ [Хәсби:] Ошо йәшемә етеп, бер кемдән алданғаным юҡ ине, төп башына ултыртҡан бит мине. Б. Бикбай; 2) бөлгөн хәлгә ҡалдырыу; бөлдөрөү. □ Разорить. // Разорение. ■ Ун йыл эсендә унлап председатель алмашынған. Береһе уреп, икенсеһе hymen, колхозды тамам төп башына ултыртҡандар. Яр. Вәлиев.
УЛТЫРТЫШЫУ (ултыртыш-) ҡ. урт. ҡар. ултыртыу, взаимн. от ултыртыу. Балалар ағас ултыртышты.
УЛТЫРЫУ (ултыр-) (Р: сидеть; И.: sit; T.: oturmak) ҡ.
1. Кәүҙә ауырлығын аяҡтан ултырышҡа күсереп, берәй нәмәгә терәлгән хәлдә булыу. □ Сидеть, садиться, усаживаться. Креслола ултырыу. Тупһаға ултырыу. Бурәнә өҫтөндә ултырыу. Н Мин бер көн йоҡонан торғанда, атайым, һикелә аяҡтарын һалындырып, иҙеуҙәрен ысҡындырып, төрөпкәһен тартып ултыра ине. Д. Юлтый. Иштуған урындыҡҡа килеп ултырҙы. 3. Биишева. Флурә беренсе рәттә ултыра, йоҙроҡтарын эйәгенә терәп, уҡытыусының һәр һуҙен йота, һәр хәрәкәтен куҙәтә. Ш. Хажиәхмәтов.
2. Берәй төрлө юл йөрөү сараһынан урын алыу. □ Садиться, сидеть (в каком-л. транспортном средстве). Санаға ултырыу:
3. Ниндәйҙер эш, шөғөлгә тотонор өсөн урынлашыу. □ Садиться, располагаться. N Ҙур таш аҫтынан зөмбөрләп ағып ятҡан ҡоҙоҡта ҡулдарын һәм биттәрен йыуып алғас, төндән ҡалған тәкә итен ашарға ултырғанда, Ҡолсобай тағыла һуҙ башланы. Я. Хамматов.
4. Урын, вазифа алыу һәм шул урында булыу. □ Занимать какой-л. пост, какую-л. должность. Идарала ултырыу. Турәлектә ултырыу. ■ Ағалары [Заятуләктән] көнлә-шеу генә тугел, атайыбыҙ улгәс, хан булып ултырыр, тип ҡурҡа ла башлай. «Заятүләк менән һыуһылыу».
5. Урынлашҡан хәлдә ҡайҙалыр бер ерҙә булыу. □ Сидеть, находиться где-л. ■ Егет өйгә барып инһә, унда бик һылыу бер ҡыҙ ултыра, ти. Әкиәттән. [Шамил].. куңел бушлығына бирелеп, уҙ булмәһендә уйланып ултырҙы ла ултырҙы. Я. Хамматов.
6. Юғарынан осоп килеп ҡуныу һәм шул ҡунған хәлдә булыу. □ Садиться, приземляться. Самолёт аэродромға ултырҙы.
7. Табында, мәжлестә булыу. □ Сидеть за столом. Туғандар менән ултырыу. Дуҫ-иштәр менән ултырыу. ■ Ошолай ҙа беҙҙең ултырыуҙар уҙе генә була бер ғумер. Халыҡ йырынан. [Мәликә:] Әсәй, Рәсимә ҡайтһа, әйт, табын хәстәрләһен, өсәуләп ултырып алырбыҙ. X. Тапаҡов. • Кунаҡ әҙ ултырыр, куп һынар. Мәҡәл.
115