Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 116


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЛТЫРЫУ
8. Йәшәр, торор өсөн төпләнеп урынлашыу һәм урынлашҡан хәлдә булыу □ Располагаться, стоять где-л. ■ Күрше-тирәләге ауылдар шул Ишәленән таралып ултырған, ти. Әкиәттән. Кешеһе бигүк күп булмаған ял йорто ине был — ул тау битләүендә ултыра, у ц яҡтан да, һул яҡтан да ҡуйы урмандар менән ҡапланған һырттар теҙелешкән. Ш. Хажиәхмәтов.
9. Йомортҡа баҫыу (ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Высиживать птенцов. Ултырған тауыҡ. Ҡаҙ ултырыу. М Өй эсендә, ишек босмағында бер ҡаҙ ултыра алтын ояла. Ш. Бабич.
10. Иректән мәхрүм ителеп, китә алмаҫлыҡ хәлдә булыу. □ Сесть (в тюрьму). Төрмәлә ултырыу. Ултырып сығыу. Ултырып ҡайтыу. Нахаҡҡа ултырыу. Ш Бер мафиоз-никты, биғәйбә, һинең чиндағы ментты атып йыҡҡан. Дөрөҫө — мәжбүр булған. Ете йыл ултырған, буғай. С. Шәрипов.
11. Ниндәйҙер режимға буйһонорға мәжбүр булыу, берәй нәмә менән генә сикләнеү.
□ Сесть, следовать какому-л. режиму. Диетала ултырыу. ■ Күрмәҫтәй булып .. ике кило виноград ашағайным. Ул, ҡәһәрең, эскә тейә икән. Ике көн сохариҙа ултырҙым. С. Кулибай.
12. Дауа, дарман өсөн нимәнеңдер эсенә төшөп күмелеү. □ Находиться где-л. Ҡомға ултырыу. Үлән ваннаһына ултырыу. Тоҙло ваннаға ултырыу. ■ Ревматоид артрит ваҡытында инглиз тоҙо ваннаһында ултырыу бик файҙалы. «Йүрүҙән», 23 ноябрь 2011.
13. һөйл. Нимәлер осоп килеп тейеү (таш һ. б.). □ Задеть, шлепнуться. ■ Ҡаҙ йомортҡаһы ҙурлыҡ картуф шап итеп маңлайға ултырҙы. Әкиәттән.
14. Нимәлер булмау; мохтажлыҡ кисереү.
□ Остаться, сидеть без чего-л. Аҡсаһыҙ ултырыу. Эшһеҙ ултырыу. М Яғырға утынһыҙ ултырған саҡтары күп хәҙер Зарифаның: Шәңгәрәйҙең сауҡанан йөкләп кенә ташыған утыны менән ус ялап буламы? Т. Ғарипова.
15. Ниҙеңдер өҫтөнә һырып йәки төбөнә төшөп, тотош ҡаплау. □ Садиться, оседать. Саң ултырыу. Туҙан ултырыу. ■ Эре-эре
таштар аҡҡан саҡта ла алтын аҡмай, ҡомдарҙы үтеп, кәрҫ ҡатыш ҡара ер ҡатламына ултыра. Я. Хамматов. Әсәһе гел генә ошонда йөрөргә ғәҙәтләнгән, һыуы самауырға һәйбәт, ти. Юшҡын да ултырмай. Д. Бүләков.
16. Төйөлөү, тығылыу. □ Давиться чем-л., застревать в горле. Тамаҡҡа ҡылсыҡ ултырыу. М Сабиттың тамағына бер төйөр килеп ултырҙы, ике күҙенә ике бөртөк йәш килеп тығылды. К. Мәргән. Салих бүтән ни әйтергә лә белмәне. Ҡапыл тыуған кисерештән нескәргән күңеле һөйләшергә ирек бирмәне, тамағына төйөр ултырҙы. Ғ. Хисамов.
17. Төбө менән урынлашҡан хәлдә булыу.
□ Располагаться, стоять где-л. Махсус ҡоролма ултыра. Ш Ҡамыр батырға япа-яңғыҙ ултырған бер өй күренгән. Әкиәттән. • Шығырлаған ағас ҡырҡ йыл ултырыр. Мәҡәл.
18. Батып, баҫылып төшөү. □ Впадать, западать, вваливаться; осесть. Яңы бина ултырған. М [Ҡолсобайҙың] төпкә ултырған күҙҙәре ситкә, яңы ғына үҫеп барған ҡарағай ағасына, төбәлгәндәр. Я. Хамматов.
19. Тартылып бәләкәсәйеү (кейем-һалымға ҡарата). □ Садиться, укорачиваться (об одежде). Күлдәк ултырыу. Салбар ултырыу.
20. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, ярҙамлыҡ ҡылым сифатында эш-хәрәкәттең дауамлы булыуын белдерә.
□ С формой деепричастия на -п другого глагола выступает в роли вспомогательного глагола и означает продолжительность действия. Һөйләшеп ултырыу. Бошоноп ултырыу. М Ҡаҙан тулы ҡош ите бешеп ултыра ине, ти. Әкиәттән. Әсәһе менән Гөльямал еңгәһе, уның [Хисмәтулланың] түшәге эргәһенән китмәй, оҙон төндәр буйы алмаш-тилмәш ҡарауыллап ултырҙылар. Я. Хамматов. Бабай төҫһөҙ ҙә, йәнһеҙ ҙә күҙҙәрен ҡайҙалыр, бер үҙенә генә билгеле нөктәгә төбәгән килеш уйланып ултырҙы, тамаҡ ҡырып алды. И. Ноғманов.
21. һөйл. Кейәүгә сыҡмай ҡалыу. □ Засидеться (в девах). М Никах исламда uç киткес юғарылыҡҡа ҡуйыла: егетте мөмкин
116