УЛТЫРЫШЫУ
тиклем иртә өйләндереү мәғҡул һаналһа, ҡыҙ баланы, ултырып ҡалыуынан ҡурҡып, ғәҙәттә, 16-17 йәштә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта иртәрәк тә һоратҡан ергә биреп ебәреүҙе хуп күргәндәр. Г. Ситдиҡова. Вил Ваһапович университеттағы немец теле уҡытыусыһына өйләнде. «Немка» — ... ҡарт ҡыҙ, ултырған ҡыҙ. Ш. Хажиәхмәтов. • Ултырған ҡыҙ урынын табыр. Мәҡәл.
22. һөйл. Көндөң, һауа торошоноң асы-лыуы; аяҙытыу. □ Проясниться (о погоде). Көндәр ултырҙы. Аҙна буйы яуған ямғырҙарҙан һуң көндәр ултырып китте.
23. Көсө бөтөү. □ Потерять силу, напряжение; ослабеть. Батарея ултырған. ■ [Валера] уныһын [фонарын] һүндерергә онотҡан, күрәһең, төнө буйы янып, аккумуляторы ултырған да лампочкаһы тоноҡ ҡына һарғылт төҫ менән баҙлай. Р. Ҡаһир.
♦ Ултырып иларлыҡ эш-хәлдең бик мөшкөл икәнен белдергәндә әйтелә. □ До слёз обидно, жалко. Ултырып иларлыҡ хәл-ваҡиғалар.
УЛТЫРЫШ I (Р.: заседание; И.: sitting; T.: oturum) и.
1. Ниндәйҙер ойошма, идара ағзаларының үҙ-ара һөйләшеп, ниндәйҙер мәсьәләне ҡарау, хәл итеү өсөн үткәрелә торған ҡыҫҡа йыйылышы; кәңәшмә. □ Заседание. Кафедра ултырышы. Ултырыш ҡарары. Ғилми совет ултырышы. Я Гәүһәр көнө-төнө колхоздан колхозға сапты, таң әтәстәре ҡысҡырғансы бюро ултырыштарында, кәңәшмәләрҙә, актив йыйылыштарында, пленумдарҙа булды, һәм, серем итеп алғандан һуң, тағы райсоветҡа йүгерҙе. И. Абдуллин. Үткән аҙнаны булған идара ултырышында тағы ла бер кеше бирергә булдылар. С. Агиш. Ғәҙәттә, төштән һуң беҙҙе берәй төрлө кәңәшмәгә йәки ултырышҡа саҡыралар. Ә. Байрамов.
2. Ултырыу рәүеше, ултырыу хәле. □ Расположение; местонахождение; поза. Миңә йорттоң ултырышы оҡшай. ■ Уның [Кан-сыуаровтың] хәҙерге ултырышы бер ҙә баяғы көҙгө эргәһендә торошона оҡшамай. С. Агиш. Сәғәттәр буйы .. ул [бер новобранец] үҙенең ултырышын үҙгәртмәне һәм
бер һүҙ өндәшмәне. Д. Юлтый. Бының да [Хәбештең]ултырышы, ана, фәрештә кеүек, ә аҫтан үтәнән-үтәгә тишеп, йырмаҡсылап, яралап бөтә. Р. Байымов.
3. диал. Булышыу, шөғөл. □ Занятие, сидение. Бәйләм менән ултырыш.
УЛТЫРЫШ II (Р: седалище; И.: seat, buttocks; T.: makat) и. анат.
Кәүҙәнең арҡа яғынан билдән түбәнге өлөшө; арт һан, кәүҙәнең ултыра торған өлөшө; оса. □ Седалище; ягодицы. / Седалищный, ягодичный. Ултырыш нервылары. Ултырыш һөйәге. ■ Ғәбдеян, ултырышын саҡ ҡына күтәреп, кеҫәһендәге асҡыстарын ҡапшап ҡараны. Н. Мусин. Беҙ ярты ултырыш менән ултырғыстарҙың ситенә генә терәлештек. Б. Бикбай.
УЛТЫРЫШ III (Р: место поселения; И.: habitation; T.: yerleşim yeri) и.
Өй йәки ауыл ултырған урын; берәй ергә урынлашып, төпләнеп йәшәү урыны.
□ Место поселения. Каранай ултырышы. Борон Мәҡсүт ултырышы әллә күпме ерҙәрҙе биләгән.
УЛТЫРЫШ IV и. диал. ҡар. ултырҙаш.
■ Оло йыйындың тәүге өлөшөндә ил азаматтары, аҡһаҡалдар һәм башҡа ултырыштар аҡыл, һүҙ-фекер ҡеүәһе әлкәһендә һынашты, хәҙер инде һәр ырыу ир-егеттәренең көс-ҡеүәте, таҫыллығы һыналыр көн. Ғ. Хөсәйенов. Әсфәндиәр шуны үҙе лә белмәй, шулай ҙа ултырыштарын һәр төрлөсә тынысландырырға тырышты. Б. Рафиҡов.
УЛТЫРЫШТАР ЗАЛЫ (Р: зал заседаний; И.: conference hall; T.: toplantı salonu) и.
Ултырыштар үткәрелә торған ҙур бүлмә.
□ Зал заседаний. Ултырыштар залын ремонтлау. ■ Шауламағыҙ, иптәштәр, шауламағыҙ, тауышығыҙ ултырыштар залына ишетелә. Ғ. Лоҡманов. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ултырыштар залының ишеге асыла һәм залдан тирләп-бешеп ҡыҙарынған Ғәләүи сыға. Ғ. Аллаяров.
УЛТЫРЫШЫУ (ултырыш-) ҡ. урт. ҡар. ултырыу 1-4, 7-9, 11-13, 20. взаимн. от ултырыу 1-4, 7-9, 11-13, 20. Аттарға ултырышыу. Ашарға ултырышыу. Уҡырға ултырышыу. Я Улар ҡара-ҡаршы ултырыш-
117