Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 118


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УЛУС
тылар, Рәшиҙәнең өҫтәл өҫтөндә ятҡан менюға урелеуе булды, Ҡорбанов уны йәһәт кенә уҙ ҡулына алды. Ғ. Аллаяров. Үҫмерҙәр, залға сығып, диванға ултырыштылар һәм кемуҙарҙан бер-береһенең хәлдәре, уҡыуҙары хаҡында һораша, белешә, көлөшә башланылар. Р. Байымов. [Фатима — егеттәргә:] Һай, бик маҡтап киләһегеҙ икән, яңы ғына табынға ултырышып тора инек! Б. Бикбай.
УЛУС [монг. ulus ‘дәүләт, халыҡ’] (Р.: улус; И.: ulus; T.: ulus) и. ҡар. олос.
1. тар. Батша заманындағы Рәсәйҙә: округ эсенә инеүсе административ-терри-ториаль берәмек; ерле-административ бүленеш. □ Улус (в царской России: административно-территориальная единица в составе округа). / Улусный. Улус башлыҡтары. Улус старшинаһы. ■ Нуғай улусының бөгөндән атҡа атланырлыҡ ике төмәне бар. Ә. Хәкимов. Бошман-Ҡыпсаҡ улусы уҙаманы старшина Кинйә Арыҫлановты бөгөн кемдәр генә белмәй! Р. Байымов.
2. Себерҙә һәм Урта Азияла: төрки-мон-гол халыҡтарының ауылдары һәм тороп киткән урындары (ауыл йәки ҡасаба). □ Улус (у некоторых народов Сибири и Средней Азии: селение, место поселения). ■ Ҙур улустарҙа килмешәк ҡатламдар буш ятҡан ерҙәрҙе баҫып ала башланы. М. Хужин.
3. Феодализм дәүерендә Үҙәк Азияла, Себерҙә йәшәгән халыҡтарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе; ил, дәүләт. □ Улус (родоплеменное объединение у народов Центральной Азии, Сибири); государство, страна. Ҙур улустар. Сығатай улусы. Алтын Урҙа улусы. Байтаҡ кешене уҙ улусына ҡайтып китергә мәжбур иттеләр.
УЛЪЯ (Р: трофей; И.: trophy; T.: ganimet) и. иҫк.
1. Яу ҡырында ҡулға төшөргән мал; ғәнимәт, трофей. □ Трофей; военная добыча (имущество, боеприпасы и т.п., захваченные при победе над врагом). / Трофейный. Улъя ҡоралы. Һуғыштан ҙур улъя менән ҡайтыу. ■ Яу улъяһы ике йөккә саҡ һыйҙы. Ғ. Хөсәйенов. Ҡәҙербирҙе солтанды мин ҡалдырмам тәхеттә, бөтә йыйған малдарын килеп улъя ҡылырмын! «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Ҡулға кергән мал, төшкән файҙа; табыш. □ Прибыль; барыш. ■ Уртаҡ улъя ылауға тапшырыла, ә унда табыш тейәлгән арбалар, артмаҡланған дөйәләр көн дә арта бара. Б. Рафиҡов. Был иген — Аҡназарҙың өй эсенә бик куп йыл буйы көттөрөп килгән өлкән бер улъя. Ғ. Дәүләтшин. Хәҙер уларға [Арғын ғәскәренә] тау-тау улъя ла, дәрәжә лә кәрәкмәй инде. Ә. Хәкимов. • Юлдашы яҡшының улъяһы яҡшы. Мәҡәл.
3. Аламан, баҫымсылыҡ юлы менән кергән мал. □ Скот, приобретённый путём набегов. Улъя табыу. Улъя алып ҡайтыу. ■ Шулай ҙа ҡаҙаҡтар.. башҡорттарҙың бик куп аҫыл малдарын улъя итеп алып ҡайтып китәләр. Й. Солтанов.
УЛЬТИМАТИВ I (Р: ультимативный; И.: categorical; T: ültimatom niteliğinde olan) с. ҡар. ҡәтғи.
Ультиматум рәүешендәге. □ Ультимативный, являющийся ультиматумом, категорический. Ультиматив талаптар ҡуйыу.
УЛЬТИМАТИВ II (Р: ультимативно; И.: categorically; T: ültimatom niteliğinde) р. кит.
Ҡәтғи, киҫкен рәүештә. □ Ультимативно, категорически. Ультиматив рәуештә талап итеу. Ультиматив яуап ҡайтарыу.
УЛЬТИМАТИВЛЫҠ (ультимативлығы) (Р: ультимативность; И.: having the nature of an ultimatum; T: ültimatom) и.
Ҡәтғилек, киҫкенлек, ҡатылыҡ. □ Ультимативность. Тауышында ультимативлыҡ һиҙелде. Ультимативлыҡ менән генә еңеп булмай. Мәсьәләне ультимативлыҡ менән сисергә тырышыу.
УЛЬТИМАТУМ [лат. ultimatum ‘сигенә еткерелгән4] (Р: ультиматум; И.: ultimatum; T.: ültimatom) и.
1. Шарт үтәлмәгән осраҡта дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү һәм көс ҡулланыу менән янап, хөкүмәткә йәки хәрби командованиеға ҡуйылған ҡәтғи талап. □ Ультиматум (решительное требование с угрозой применения мер воздействия в случае отказа). / Ультимативный. Ультиматум белде-реу. Ультиматум ҡуйыу. ■ Барып сығырмы-
118