Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 119


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УМАҠ
юҡмы, башта [полковник Невзоров] хат яҙып, гарнизондың баш һалыуын талап итә, ультиматум ҡуя. Ғ. Хөсәйенов. Бына бер заман беҙҙекеләр нимескә ультиматум ҡуйҙылар, ҡан түкмәйек, бирелегеҙ тип. Ш. Янбаев.
2. Ҡурҡытыу, янау менән ҡуйылған ҡәтғи талап. □ Ультиматум. Ультиматум ҡуйыу. Ультиматум биреү. ■ Милованова, эстән генә асыуланып, тағы ла: «Артём ультиматум ҡуйып тормаҫ ине», — тип уйланы. Ә. Бикчәнтәев.
УЛЬТРА [лат. ultra ‘сиктән тыш, артыҡ’] (Р.: первая часть сложных слов в значении ‘сверх, более’; И.: ultra, extra; Т.: ultra, aşırı)
Ҡушма һүҙҙәр составында килеп, ‘үтә, артыҡ, сиктән ашҡан’ мәғәнәләрен бирә. □ Первая часть сложных слов в значении сверх, более (какой-л. меры, предела). Ультраакустика. Ультравирус. Ультрамикроб. Ультракөрән төҫ.
УЛЬТРАҠЫҪҠА (Р: ультракороткий; И.: ultra short; T.: ültra kısa) с. физ.
Сиктән тыш, үтә ҡыҫҡа. □ Ультракороткий. Ультраҡыҫҡа өн. Ультраҡыҫҡа импульс. Ультраҡыҫҡа оҙонлоҡ.
УЛЬТРАҠЫҪҠА ТУЛҠЫН (Р: ультракороткая волна; И.: frequency modulation; T.: ültra kısa dalga) и. физ.
1 сантиметрҙан 10 метрға тиклемге оҙонлоҡтағы радио тулҡыны. □ Ультракороткая волна. ҒМ радиоһының ультраҡыҫҡа тулҡындарында тәүлек әйләнәһенә йыр-моң ағыла. Ультраҡыҫҡа тулҡындар радиоастрономияла йондоҙҙарҙы, планеталарҙы өйрәнеүҙә ҡулланыла.
УЛЬТРАМАРИН [лат. ultra ‘сиктән тыш, артыҡ’ + mare ‘диңгеҙ, диңгеҙ аръяғынан килтерелгән’] (Р: ультрамарин; И.: bright blue colour; T.: lâcivert) и.
Асыҡ зәңгәр төҫтәге буяу. □ Ультрамарин (ярко-синяя краска). / Ультрамариновый. Ультрамарин эҙләү.
УЛЬТРАТАУЫШ (Р: ультразвук; И.: ultra sound; T.: ültrases) и. физ.
Кеше ҡолағы ишетә алмаҫлыҡ юғары йышлыҡтағы тирбәлеш. □ Ультразвук. / Ультразвуковой. Ультратауыш менән тик
шереү. Ультратауышлы радиоалғыс. ■ Петро моторҙар төҙөү заводына барып ҡайтты һәм механика цехында ла ультратауышлы дефектоскопты ҡуллана башланылар. Ә. Байрамов. Ультратауыш менән тикшереү барышында йөрәге аҫтында йөрөткән сабыйының малай икәнен белгәс, Гүзәл шундай шатланды, хатта күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре тәгәрәне: дүрт ҡыҙынан һуң аталарының башы күккә тейәсәк! Ф. Сәлимова.
УЛЬТРАФИОЛЕТ НУРҘАР (Р: ультрафиолетовые лучи; И.: ultraviolet rays; T.: ültraviyole ışınları) и. физ.
Спектрҙың фиолет һәм рентген нурҙары араһындағы интервалды алып торған күҙгә күренмәҫ электромагнит нурҙары. □ Ультрафиолетовые лучи. Ультрафиолет нурҙары менән нурланыш. Ультрафиолет нурҙар күҙгә, тирегә ныҡ зарарлы. ■ Сәсте көйҙөрөүҙән, ультрафиолет нурҙарҙан, сифатһыҙ буяуҙарҙан да һаҡларға кәрәк. «Йәшлек», 7 июль 2010. Шулай уҡ уны [йәшел сәйҙе]эҫе килеш эсеү тирене ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2009.
УЛЬЧИ (Р: ульчи; И.: the Olcha, Ulch; T.: Ulçi) и. этн.
Тунгус-манжур халыҡтары ғаиләһенә ҡараған, Хабаровск крайы Ульчи районының төп халҡы. □ Ульчи. Ульчиҙар барлығы 3 мең 200 кеше. Ульчи телендә Хабаровск әлкәһенең Ульчи районында 732 кеше генә һөйләшә.
У М АҘ А (Р: человек, не придерживающийся мусульманского поста; И.: person not observing Moslem lent; T.: oruç tutmayan kimse) и. диал.
Ураҙа тотмаған кеше. □ Человек, не придерживающийся мусульманского поста. Умаҙа ураҙа рәтен белмәй ул. Умаҙаға ураҙа бар ни, юҡ ни, барыбер.
УМАҠ (умағы) (Р: компания за столом; И.: table company; T.: meclis) и. диал.
1. Бер өҫтәл артындағы кешеләр; компания. □ Компания (за столом). Умаҡ ағзалары. Умаҡтың кәйефе шәп. Умаҡ геүләшә башланы.
2. Ҡайҙалыр йыш йөрөүсе кеше. □ Завсегдатай. Тирмән умағы. Баҙар умағы.
119