УМАҠА
У М АҠ А (Р.: через голову; И.: helter skelter; T.: tepetaklak) р. диал.
Баш аша, баш түбән. □ Через голову, вверх тормашками. Умаҡа ҡолау. Умаҡа әйләнеу. Умаҡа ҡарап тороу.
УМАҠАТАН (Р.: вниз головой; И.: headlong; T.: tepetaklak) р. диал.
Баш аша, баш түбән. □ Вниз головой; кувырком. Егет кәбән башынан умаҡатан барып тошто.
УМАҠ АТЫУ (умаҡ ат-) (Р: кувыркаться; И.: go helter-skelter; T.: takla atmak) ҡ. диал.
Баш аша әйләнеү, тәкмәс атыу. □ Кувыркаться. Умяҡ атып уйнау. ■ Улар [балалар] һикерә, урындыҡта умаҡ ата. С. Агиш.
УМАҠЛАУ (умаҡла-) (Р: упасть, перекувыркнувшись через голову; И.: go helter-skelter; T.: tepetaklak düşmek) ҡ. диал.
Баш аша әйләнеп ҡолау; тәкмәсеү, тәкмәсләү. □ Упасть, перекувыркнувшись через голову; полететь вверх тормашками. Ике мәртәбә умаҡлау. Баҫҡыстан умаҡлау. ■ Аҡтарҙың дозоры куренә. Ғәҙелша уға тоҙәп ата. Теге сабып килгән ыңғайға умаҡ-лай-умаҡлай барып төшә. В. Нафиҡов.
УМАҠТАУ (умаҡта-) ҡ. диал. ҡар. умаҡлау. Болдорҙан у маҡтау. Бейек кутәр-мәнән умаҡтау. ■ Мин тайып йығылып киттем, .. у маҡтап барып яттым. Ж. Кейекбаев.
УМАРТА (Р: улей; борть; И.: bee-hive; T.: ап kovanı) и.
1. Бал ҡорттары өсөн таҡтанан эшләнгән йәки түмәрҙе соҡоп яһалған оя. □ Улей; борть. Солоҡ умарта. Дадан умарта. Умарта кейәһе. ■ Умарталар сыбарлаған туңәрәк аҡлан, уны уратып алған ялбыр йукәләр, аҡлан ситендәге ыҡсым ой, таң нурына буялған ҡараһыу-кугелйем кук сатыры — бөтә тирә-йун ҡыҙҙың ҡыланышын рәхәтләнеп куҙәткән төҫлө. Н. Мусин. Зәки кис буйы атаһы менән мәж килә торғас, кескәй йорт һымаҡ умарта әҙер ҙә булды. Р. Байбулатов. Тирәк башында умартаның ҡыйшайып ултырыуы быйыл унда кус ҡунмауын әйтеп тора. Ж. Кейекбаев. • Ҡотһоҙға ҡорт ҡунмаҫ, умартаһына кус ҡунмаҫ. Мәҡәл.
2. Шул умартала йәшәгән бал ҡорттары. □ Пчёлы. Умарта аҫрау. Умарта тотоу. Умарта менән донъя көтөу. ■ Умарта алабарман ҡыланғанды яратмауы һәр кемгә билдәле, һин уға итәғәт-хөрмәт менән мөғәмәлә ит, бар иғтибарыңды биреп абайлы тотон. Ә. Хәкимов. Юҡ, бер ҡасан да умарта ҡорттарының иҫ киткес оҫта итеп эшләнгән кәрәҙҙәргә бал йыйыу ына һоҡланып туйып булмай. И. Абдуллин. • Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта ҡеуәтле була. Мәҡәл. Көслө умарта геуләуенән билдәле. Мәҡәл.
3. диал. Сыйырсыҡ ояһы. □ Скворечник. Сыйырсыҡ умартаһы. Уҡыусылар куп итеп сыйырсыҡ умартаһы яһағандар. ■ Ағас баштарына, өй ҡыйыҡтарына ҡуйылған умарталарҙа сыйырсыҡтарҙың осоноп һай-рауҙары яҙғы йәмле көндәрҙең етеуе, тиҙҙән беҙгә йәшелсә баҡсаһына эшкә йөрөй башлау хаҡында хәбәр итте. Р. Низамов.
4. миф. Муллыҡ, үрсем, бәрәкәт билгеһе булған умартасылыҡ менән бәйле мифлаш-тырылған предмет. □ Улей (мифологизированный предмет, связанный с пчеловодческой магией, направленной на обеспечение плодовитости, изобилия). ■ Элек умартаға, куҙ теймәһен тип, ҡыу йылҡы башы элгән-дәр. «Башҡорт мифологияһы»нан. Умарта торған ергә, ҡорттар уңһын тип, ҡыубаш ҡуйғандар. Экспедиция материалдарынан.
УМАРТА АЙЫРЫУ (умарта айыр-) (Р: роиться; И.: swarm; T.: oğul vermek) ҡ.
Яңы күс яһап, инә ҡорт эргәһенә тупланыу һәм төп умартанан айырылып сығыу; күс айырыу. □ Роиться. // Роение. Умарта айырыу — ҡарап торған кешегә ҡыҙыҡ куренеш ул. ■ Яңы кус йыраҡҡа осоп сығып китмәһен өсөн, умарта айырғанда тимергә тимер һуғып, бал ҡорттарын яҡындағы берәй ағасҡа һырытырға тырышырға кәрәк. Н. Мусин. Хәҙрәт, умарталар айыра башланы, берәй аҙнаға умарталыҡҡа барып ятыу кәрәк ине, — тигән Фәтхулла ҡарт. И. Насыри.
УМАРТА БАҘЫ (Р: омшаник; И.: heated structure; T.: kışın arı kovanlarını saklamak için yarayan mahzen) u.
120