Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 121


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УМАРТА ЭЙӘҺЕ
Ҡышҡылыҡҡа умарталарҙы ҡуя торған махсус баҙ. □ Омшаник; зимовник. Умарта баҙындағы температура бик йылы ла, бик һыуыҡ та булмаҫҡа тейеш. Көҙөн умарталарҙы умарта баҙына ваҡытында индерергә кәрәк. ■ [Сәмиғулла:] Хәбибетдин, аҙалан-ма, умарта баҙын асып ҡорттарҙы туҙғытырға ғына ҡалдымы ни инде һеҙгә! Ғ. Хөсәйенов.
УМАРТА ЕЛЕМЕ (Р.: прополис; И.: bee glue; T.: an reçinesi) и.
Бал ҡорттары ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы еҫемдәрҙе эшкәртеп яһаған, башлыса, ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге матдә; ҡорт елеме. □ Прополис. Умарта елеме менән мисәтләу. Умарта елеме ҡушып яһалған дарыуҙар. ■ Эшсе ҡорттар умарта елемен куберәк ағас бөрөләренән алалар. Н. Мусин. Бал ҡорттары умарта елеме менән умарта стенаһын һылайҙар, тишектәрҙе ҡаплайҙар. Һәр ҡорт ғаиләһе миҙгеленә йөҙ — йөҙ илле грамм умарта елеме йыя. Г. Зәйнуллина.
УМАРТА ИЛӘҮЕ (Р.: пчелиный рой; И.: bee swarm; T.: oğul) и. һөйл.
1. Бал ҡортоноң бер инә эргәһендәге ғаиләһе; күс. □ Пчелиный рой. Умарта иләуе мыжғый. Тирәккә элек йыл да умарта иләуе ҡуна торғайны.
2. кусм. Мыжғып торған күмәк халыҡҡа әйтелә. □ Улей (о большом скоплении кого, чего-л.). Я Зал, умарта иләуе кеуек, гөжләй башланы. Ғ. Лоҡманов. Уның [Хәйерна-совтың] был һуҙҙәрен ишетеу менән, халыҡ ҡапыл умарта иләуенә әйләнде: шауларға, көлөргә, «ура» ҡысҡырырға тотондолар. И. Насыри.
УМАРТАЛЫҠ I (умарталығы) (Р: пасека, пчельник; И.: apiary; T.: kovanlık) и.
Умарталар торған урын. □ Пасека, пчельник. Умарталыҡҡа барыу. Умарталыҡ тотоу. ■ Умарталыҡтан алыҫ тугел, бөҙрә тирәктәр араһында, бәрҙе, бағры балыҡтарының төйәге — ташҡын йылға бер өҙлөкһөҙ уҙенең мәңгелек йырын йырлай. 3. Биишева. Хәбибулла бабай, умарталыҡта ейәнен көтә-көтә алйып, шомлана торғас, кис ауылға ҡайтты, ләкин өйҙә Йәмил юҡ ине.
Р. Байбулатов. Ер өҫтөн япҡан ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йыртып офоҡтан һирпелгән алһыу зәңгәр нурҙар саған аралаш йукә урманын тишеп утә лә умарталыҡ урынлашҡан аҡланды сихри зәңгәр яҡтылыҡҡа кумә. Н. Мусин.
УМАРТАЛЫҠ II (Р: достаточный или годный для улья; И.: sufficient for a hive; T.: kovanlık) с.
Умарта яһау өсөн ярарлыҡ йәки етерлек.
□ Достаточный или годный для улья. Умарталыҡ тағараҡ әҙерләу. Умарталыҡ ағас табыу.
УМАРТАСЫ (Р: пчеловод, пасечник; И.: bee-keeper; T.: arıcı) и.
Ҡорт ҡарау, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән кеше. □ Пчеловод, пасечник. / Пчеловодный. Умартасы булып эшләу. Умартасылар мәктәбе. Я Умартасы ҡарт сәй ҡайнатты, яңы ғына айырған балдан ауыҙ иттерҙе. Р. Низамов. Сабир яңы умартасы ҡыҙҙы ла йәштәр өмәһенә ылыҡтырмаҡсы булды. Д. Исламов. Был һуҙҙәрҙән Юлдаш һикһән йәшлек Ибраһим бабайҙың бик шәп умартасы булыуын, ул эшләгән осорҙа колхоздың умартаһы бер баштан йөҙ башҡа хәтле уҫеуен [аңланы]. 3. Биишева.
УМАРТАСЫЛЫҠ (умартасылығы) (Р: пчеловодство; И.: bee-keeping; T.: arıcılık) и.
Бал ҡорто аҫрау, бал ҡорттарын үрсетеү эше. □ Пчеловодство. / Пчеловодческий, пчеловодный, пасечный. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеу. Умартасылыҡ хужалығы. Умартасылыҡ кургәҙмәһе. Я Ә бына малсылыҡ, урмансылыҡ, умартасылыҡ кеуек хужалыҡ тармаҡтарын берләштереп, көслө артель төҙөп ебәрергә мөмкинлектәр етерлек. 3. Биишева. Бал ҡорттарын ҡышлатыуға әҙерләу умартасылыҡта иң яуаплы эштәрҙән һанала. Д. Исламов. Аласыҡтың стеналарында атайымдың мылтығы, моҙға, курек, куҙелдерек кеуек умартасылыҡта кәрәкле нәмәләр элеуле тора. Н. Мусин.
УМАРТА ЭЙӘҺЕ (Р: медведь; И.: bear’s taboo name; T.: ayı) и. диал.
Айыуҙың табулаштырылған атамаһы.
□ Медведь (табуированное название мед-
121