Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 122


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УМАС
ведя). Умарта эйәһен куреу. Умарта эйәһе умартаның балын ашаған.
УМАС (Р.: затируха; И.: sort of national dairy dish; T.: bulamaç) и. диал. ҡар. ыумас. Умас ыуыу. Умас ашы. ■ Әмир умас ашын ҡабып ҡараны. X. Ғиләжев. Айҙар ҡарт, яландан ҡайтҡас, ҡарсығының бешереп торған умасын ҡапҡыланы ла куршеһе Солтанға китте. А. Таһиров. [Өҫтәл артында ултырған әбейҙәр:] Ул заманда хәҙерге шикелле икмәкте шаҡара тешләп ашайһыңмы һуң әле, умас та шыйыҡ өйрә, эсәһең-эсәһең, ҡорһаҡ китә тыһырайып, у ҙең туйған һымаҡ булаһың, ә куҙең туймай. Ш. Янбаев.
УМБРА [лат. umbra} (Р.: умбра; И.: umber; T.: ombra boyası) u.
Көрән төҫтәге минераль буяу. □ Умбра. Умбра төҫө. Умбра пигменты.
УМИРҒА АЛЫУ (умирға ал-) (Р: брать в долг; И.: borrow; T: borç almak) ҡ. диал.
Бурысҡа алыу. □ Брать в долг. Аксаны умирға алыу. Умирға алып тороу.
УМРАУ (Р: плечо; И.: shoulder; T: omuz) и. диал.
Яурын. □ Плечо. / Заплечный; плечевой. Киң умрау. Тоҡто умрауына һалып алып китте.
УМРАУ АҪТЫ (Р: подключичный; И.: subclavian; T: subklavyen) с. анат.
Умрау һөйәге аҫтындағы. □ Подключичный. Умрау аҫты артерияһы.
УМРАУЛАУ (умраула-) (Р: взвалить себе на спину; И.: shoulder; T: yüklemek) ҡ. диал.
1. Яурынға һалыу, яурынлау, йөкләү.
□ Взвалить себе на спину; поднимать, взвалив на спину. Умраулап алып китеу. Умраулау еңелерәк.
2. кусм. Көсләшеү, көсөргәнеү, серәшеү.
□ Напрягаться; натуживаться, стараться исполнить непосильную работу; упорствовать, сопротивляться. ■ [Курташ:] Бей әйтте бит инде әйтер һуҙен, умраулап һин дә ныҡышма. X. Ғәбитов.
УМРАУЛЫ (Р: плечистый; И.: with broad shoulders; T: geniş omuzlu) с. диал.
Яурынлы, яурынтаҡ. □ Плечистый, широкоплечий. Умраулы кеше. М Байғужала,
һайлап алған кеуек, умраулы, киң яурынлы, буйсан әзмәуерҙәр йәшәй ҙә баһа. Яр. Вәлиев.
УМРАУСА (Р: женское нагрудное украшение; И.: sort of Bashkir female decoration; T: göğüslük) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың затлы таштар, мәр-йен-тәңкәләрҙән торған күлдәк өҫтөнән кейә торған биҙәү әйбере. □ Женское нагрудное украшение, вышитое или обшитое разноцветной тканью, с монетами и позументом (надевается поверх платья). ■ Карасэс, умраусаһын бәйләп, кунәктәрен алып, ашығып сығып китә. X. Ғәбитов. Алтын ғына тәңкә, ай, бирәйем, умраусаңа булһа ла баҫырһың. Халыҡ йырынан.
УМРАУ ҺӨЙӘГЕ (Р: ключица; И.: clavicle; T.: köprücük kemiği) и. анат.
Ҡалаҡ һөйәге менән күкрәк һөйәген тоташтырып торған һөйәк. □ Ключица. Н Эйе, тәне яныу ғына етмәгән, был зәңгәр куҙле егеттең умрау һөйәге лә һынған булып сыҡты. Ш. Янбаев. Көрәшселәр бер-береһе-нең билдәренән алды — икеһенең дә арҡалары көмрәйҙе, умрау һөйәктәре ҡырлас тау шикелле ҡалҡып сыҡты. Р. Солтангәрәев.
УМШЫРАЙЫУ (умшырай-, умшырая) (Р: зиять; И.: gape; T.: açılamak) ҡ. диал.
1. Тар, тәрән булып соҡорланыу, өң ауыҙына оҡшау; өңрәйеү. □ Зиять. Мәмерйә ауыҙы умшырайып тора. Куҙҙәре умшырай-ған. ■ Карындыҡтары йыртылған тәҙрәләр, һытылып аҡҡан куҙ һымаҡ, умшырайып тора. Ф. Иҫәнғолов.
2. Теш төшөү арҡаһында ауыҙ эскә батыу.
□ Стать впалым (о щеках из-за выпадения зубов). Урта йәштәрҙә генә булыуына ҡарамаҫтан, был ирҙең ауыҙы умшырайған.
УМШЫРЫЛЫУ (умшырыл-) ҡ. диал. ҡар. убылыу. Ер умшырылған. Яр умшы-рыла.
УМЫВАЛЬНИК (умывальнигы) [рус.] (Р: умывальник; И.: wash stand; T: asılı el yüz yıkama kabı) и. ҡар. йыуынғыс.
Элеп ҡуймалы йыуына торған һауыт.
□ Умывальник, рукомойник. Умывальник һатып алыу. ■ Мөйөштә умывальник, уның өҫтөнә һабын ҡуйылған. А. Таһиров.
122