Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 123


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УМЫРТҠА ЕЛЕГЕ
УМЫЙ (Р.: хороший; И.: nice; T.: iyi) с. диал.
Яҡшы, һәйбәт. □ Хороший. Умый сабый. Бигерәк умый кеше.
УМЫРАЙЫУ (умырай-, умырая) (Р: ввалиться; И.: sink; T.: çökmek) ҡ. диал.
Өңөлөп тороу; соҡор булып эскә батыу (тәнгә ҡарата). □ Ввалиться. Урты умы-райған. Шул тиклем ябыҡҡан, күҙҙәре умырайған хатта.
УМЫРАУ ТӨЙӨНӨ (Р: кадык; И.: Adam’s apple; T.: gırtlak) и. диал. ҡар. күмәгәй.
1. Боғарлаҡтың сурайып сығып торған кимерсәге. □ Кадык. Умырау төйөнө ныҡ итеп ҡалҡып тора. М Аптырауға ҡалған ҡарттың тамаҡ аҫтындағы умырау төйөнө бешкәк кеүек үрле-түбәнле йөрөй башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. миф. Ир-ат затында боғарлаҡтың сурайып сығып торған мифлаштырылған кимерсәге; күмәгәй. □ Кадык (мифологизированная часть тела). ■ Әҙәм менән Һауа тыйылған ағас емешен ашарға иткәндә, Аллаһы Тәғәлә Әҙәмдең умырау төйөнөнән тотоп ҡала. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УМЫРАШ и. диал. ҡар. умрау һөйәге. Умырашы һынған. ■ Ҡалаҡ һөйәге менән түш һөйәген тоташтырып торған һөйәк беҙҙең ауылда умыраш тип йөрөтөлә. Экспедиция материалдарынан.
УМЫРЗАЯ (Р: подснежник; И.: snowdrop; T.: kardelen) и. бот.
1. Лютиктар ғаиләһенә ҡараған, иртә яҙ сәскә ата торған тетмәкәй япраҡлы, эре сәскәле үлән. □ Подснежник (лат. Galanthus). Күк умырзая. Һары умырзая. ■ Умырзаялар, ҡарҙы тишеп, баш ҡалҡытҡанда ла, һуңғы һары япраҡтар өҙөлөп, теләр-теләмәҫ кенә бәүелеп ергә төшкәндә лә, .. тыуған яҡ үҙәкте өҙөп һағындыра. И. Абдуллин. Бына ул [Исмәғил] ниндәйҙер ҡарарға килгән төҫ менән урынынан торҙо ла боҙ ҡатламын ярып сыҡҡан умырзая сәскәләрен йыйырға тотондо. Яр. Вәлиев. Сағылдарҙа умырзая менән кәзә һаҡалы баш ҡалҡыта. И. Ғиззәтуллин. • Умырзаяның ғүмере бер көн. Әйтем.
2. миф. Халыҡ мәҙәниәтендә ғүмерҙең ҡыҫҡалығы, һөйөү символы булып торған сәскә. □ Подснежник (в народной культуре: символ скоротечности жизни, любви. Появление цветка связывается с проклятой девушкой, превращённой в цветок). ■ [Умырзая] ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән сыға. һөйгәне Ҡарайҙы эҙләп ҡар артынан килеүсе ҡыҙ менән бәйләйҙәр умырзая сәскәһен. Халыҡ ижадынан.
УМЫРТҠА (Р: позвонок; И.: vertebrum; T.: omur) и. анат.
1. Арҡа һөйәгенең бер өлөшө; умыртҡа һөйәге. □ Позвонок. / Позвоночный. Умыртҡа һөйәге. Муйын умыртҡаһы. ■ Хәтһеҙ генә ваҡыт башымды тота алмай бер булам: әллә муйынымда бер генә умыртҡам да ҡалмаған инде — башым йә уңға, йә һулға эйелә лә төшә, эйелә лә төшә. Ш. Бикҡол.
2. ҡар. умыртҡалыҡ. ■ Һалҡынлыҡ [Бар-сынбикәнең] умыртҡаһын семерҙәтте, тәнен ҡурыштырҙы, йөрәген әсеттерҙе. Т. Ғарипова.
3. миф. Тәндең йәшәүҙе тәьмин итеүсе иң ҡәҙерле, иң мөҡәддәс өлөшө (башҡорттарҙың ышаныуҙарынса, умыртҡа булғанда ғына кешенең йәне йәшәй). □ Позвоночник; сакрализованная часть тела (по представлениям башкир, пока есть позвоночник, жива и душа человека). ■ Умыртҡа өлөш, яҙмыш, тәҡдир менән бәйләнгән тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
УМЫРТҠА БАҒАНАҺЫ и. анат.
1. ҡар. умыртҡалыҡ. Умыртҡа бағанаһы кимерсәк ярҙамында үҙ-ара ярым хәрәкәт-сел тоташҡан һөйәктәр рәтенән тора. ■ Умыртҡа бағанаң төҙ сағында, ҡулыңа ҡылыс тота алғанда ул ниндәй баш эйеү, ти! М. Ғиләжев.
2. күсм. ҡар. умыртҡа һөйәге 2. М Әгәр пушкалар күп булғанда, беҙ Көнгөрҙөң умыртҡа бағанаһын һындырыр инек, әлбиттә. М. Ғиләжев.
УМЫРТҠА ЕЛЕГЕ (Р: спинной мозг; И.: spinal marrow; T.: muhuşevki) и. анат.
Умыртҡа һөйәгенең эсендәге йомшаҡ матдә; арҡа мейеһе. □ Спинной мозг.
123