УМЫРТҠАЛЫҠ
Умыртҡа елеген алып тикшереү. Умыртҡа елеге анализы буйынса диагноз ҡуйыу.
УМЫРТҠАЛЫҠ (умыртҡалығы) (Р.: позвоночник; И.: spine; T.: omurga) и. анат.
Айырым умыртҡаларҙан төҙөлөп, арҡа буйынан үткән оҙон һөйәк; арҡа һөйәге; умыртҡа бағанаһы. □ Позвоночник, позвоночный столб. Умыртҡалыҡ буйынса. ■ Умыртҡалыҡ аша үткән мина ярсығы ҡыҙыл үҙәкте үңерәшкә ҡуша ҡыҫып, юлды бикләгән булып сыҡты. И. Ғиззәтуллин. Уларҙың [шишмәләрҙең] һыуы аяҡ-ҡулды, умыртҡалыҡты, нервы системаһын дауаларға яраҡлы. Б. Рафиҡов.
УМЫРТҠАЛЫЛАР (Р: позвоночные; И.: vertebrate animals; T.: omurgalılar) и. зоол.
Умыртҡа һөйәкле йәнлек, хайуандар төркөмө атамаһы. □ Позвоночные (лат. Vertebratae). Умыртҡалылар класы. Тубәнге умыртҡалылар. Юғары умыртҡалылар.
УМЫРТҠА ҺӨЙӘГЕ и. анат.
1. ҡар. умыртҡалыҡ. ■ [Миңнияр] куне-геу ваҡытында штанга яңылыш ҡулынан ысҡынып, арҡаһына төшә лә умыртҡа һөйәген һындыра. Р. Әхмәтов.
2. кусм. Терәк, үҙәк, нигеҙ. □ Опора, стержень, сердцевина. ■ Илдең умыртҡа һөйәге борон-борондан урта хәлле крәҫтиән менән ныҡ булған. Т. Ғарипова.
УМЫРТҠАҺЫҘҘАР (Р: беспозвоночные; И.: invertebratae; T.: omurgasızlar) и. зоол.
Умыртҡа һөйәкһеҙ, умыртҡалары булмаған йәнлектәр төркөмө. □ Беспозвоночные (лат. Invertebrata). Умыртҡаһыҙҙарға ҡабырсаҡтар, ябай организмдар, энә тирелеләр һәм быуынтыҡ аяҡлылар инә.
УМЫРТЫУ (умырт-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. умырыу, понуд. от умырыу. Киҫәкләп умыртҡан. Умыртып алыу.
2. һөйл. Емереп эшләү, ныҡ тырышыу. □ Работать споро, вкалывать. Эшләгәндә умырта ғына. Еңгәм ураҡта ең һыҙғанып умырта.
3. һөйл. Күп итеп ашау, һыпыртыу; йы-пырыу. □ Жрать, лопать. Икмәкте умырта ғына. Асығыуы еткәндер, бәлеште умыртып ҡуйҙы.
УМЫРЫЛЫУ (умырыл-) ҡ. төш. ҡар. умырыу 1. страд, от умырыу 1. И Турысайҙың тояҡтары аҫтынан кәҫтәр умырылып оса ине. Н. Мусин. Алтынбай, ярҙан умырылып төшкән кәҫкә баҫып, йыуынып алды, һалҡынса һыу уның куңелен кутәреп ебәргәндәй булды. 3. Ураҡсин.
УМЫРЫП (Р: очень много; И.: too much; heavily; T.: çok, bol)/?.
1. Бик ныҡ, артыҡ күп; емертеп, тырышып. □ Очень много, чрезмерно; усердно. Емереп эшләп, аҡсаны умырып алыу. Ш Эшкә тотонһам, умырып эшләй торғайным йәш саҡта. М. Садиҡова. Эшләргә килгәс, умырып эшләргә ине инде, былай кеше көлдөргәнсе. Ә. Байрамов.
2. Шәп итеп, яҡшы итеп. □ Как следует; хорошо. Н Дуҫтар кәрәк, иштәр кәрәк, умырып донъя көтөргә. Халыҡ йырынан. Ямғыр арыш баш ҡоҫҡан мәлдә ике-өс тапҡыр умырып яуҙы ла шуның менән туҡтаны. Я. Хамматов.
УМЫРЫУ (умыр-) (Р: оторвать, отодрать, отламывать; вырвать; И.: tear off; T.: yırtmak) ҡ. һөйл.
1. Нимәнелер киҫәкләтә өҙөү, йолҡоу, йыртыу; аҡтарыу. □ Оторвать, отодрать, отламывать; вырвать. Таҡтаһы менән умырыу. Күлдәген умырып алды. Төймәһен умырып сығарҙы. ■ Гитлер утлы ҡоршауҙа ҡалған ғәскәрҙәрен нисек тә азат итеп, ҡоршауҙы умырып сығырға тырышты. И. Абдуллин. Яртышар метр киңлектә кәҫтәрҙе умырып, әйләндереп ташлайһың. А. Карнай. Ауылға ике бомба төштө. Абдрахманов тигән офицерҙың атының арт яғын умырып алып киткән. С. Әлибаев.
2. Емереү, аҡтарыу. □ Разъедать, размывать. Йылға ярҙы умыра. ■ Хисамыйҙың Аҡселән үҙәнен алмаштырырға ҡырталашырынан бер нәмә барып сыҡманы: икенсе яҙ уҡ һыу ярҙы тағы ла нығыраҡ умырып, уларҙың өй урынын бөтөнләй йотто. Б. Бикбай.
3. Ҙур итеп ҡабыу. □ Откусывать, отхватывать, отрывать зубами. Кальяны умырыу. Н Морат, әлеге эҫкерт төбөндә ҡапҡылап алырға ниәтләнһә лә, туҡтап торманы,
124