Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 125


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УНАРЛАҒАН
тоҡсайҙан алған икмәген умырып тешләй-тешләй барыуын дауам итте. Р. Байбулатов. Һыйырҙар киң таралып, баштарын күтәрмәйенсә, төнгө ямғыр һыуынан йыуылған, һаман кибеп өлгөрмәгән үләнде ҡомһоҙланып умыралар ине. Д. Исламов. Умырғаның май булһын, тулғатҡаның ул булһын. Туй йырынан.
4. кусм. Мул итеп эләктереү. □ Отхватить с верхом, лишнее. Атаһының васыяты буйынса тугел, ҡустыларын төп башына ултыртып, ағалары байлыҡтың яртыһын умырған.
УН (Р: десять; И.: ten; Т.: on) төп һ.
1. Туғыҙҙан бер берәмеккә артыҡ булған һан; бер тиҫтәгә тиң иҫәп, 10 һаны. □ Десять. Ундан биште алыу. Курстың башланыуына инде ун көн. М Ун бәләнең туғыҙы телдән тыуыр, аҡылы бар әҙәмдәр телен тыйыр. М. Аҡмулла.
2. Кемдең йәки нәмәнең 10-ға тиң иҫәбе.
□ Десять. Ун өй. Ун һарыҡ. Ун саҡрым. Ун грамм. ■ Ысынлап та, Нурға ун йәш, ә Сания ун берен генә тултырып, ун икенсе йәшкә аяғын баҫҡан. И. Абдуллин. • Улһыҙҙың мәшәҡәте бер булыр, уллының мәшәҡәте ун булыр. Әйтем. Бер эшсегә ун башсы. Әйтем. Биш тинлек ҡуян, ун тинлек зыян. Мәҡәл. Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр. Мәҡәл. Таба белеү — бер һәнәр, тота белеү — ун һәнәр. Мәҡәл.
УНАН (Р: оттуда; И.: from there; T: ondan)/?.
1. Ул ерҙән, ул урындан. □ Оттуда. Унан бик алыҫ. Унан бер нәмә лә күренмәй. Я Келт итеп сәғәт өҫтөндәге бәләкәй ҡапҡас асылды ла, унан кәкүк сыҡты. Б. Бикбай.
2. Ниндәйҙер эш-хәл булғас, шунан һуң.
□ Затем. Унан һуң киноға барам. Унан һуң йоҡларға ятам. ■ Председатель [яҙыуҙы] алып, бер аҙ ҡарап торҙо, унан һаҡ рәүештә ҡыңғырау шылтыратты. С. Агиш. Ғәбдеян ҡоҙағыйына күҙ яуын алып торған шәл бүләк итергә булғайны ла, унан һуң бисәһе: «Миңә бер йүнле шәл ябындырғаның юҡ», — тип сыпранлағас, уйынан кире ҡайтты. Н. Мусин.
УНАН-БЫНАН (Р: оттуда и отсюда; И.: from here and there; elsewhere; T: oradan buradan) р.
1. Төрлө ерҙән. □ Оттуда и отсюда; отовсюду. Унан-бынан һайлап алыу. Өҫтәлдәге һәр төрлө ҡағыҙ, папкаларҙы унан-бынан ҡараштырып алыу. Я [Рәхимә — килендәренә:] «Ит тураған табыштыр, унан-бынан ҡабыштыр», ти, әйҙә, һоғонғо-лап ултырығыҙ. Һ. Дәүләтшина. Унан-бынан өҙөп-йолҡоп булһа ла кескәй генә резерв та булдырылды. Д. Исламов.
2. күсм. Арлы-бирле, өҫтән-мөҫтән; нисек етте шулай; асылына төшөп тормай, еренә еткермәй (башҡарыу). □ Кое-как, на скорую руку, мельком (делать что-л.). Унан-бынан ғына эшләп ҡуйыу. Я Сәлих хәбәрҙе ишетеү менән, унан-бынан ғына кейенеп алып, Хәсәнгә китте. С. Агиш. Унан-бынан ғына мөрйә рәтләштереп, Ғәзизә еңгәйҙең күңелен тапмаммы тип, мейесте ҡороп ебәргән булды ҡәйнеше. Ш. Бикҡол. Һөйөнөс килгән кешеләр менән унан-бынан күреште лә, атты туғарышып, ҡура ҡапҡаһы алдына һыуытырға бәйләп ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин.
УНАР (Р: по десять; И.: ten each; T: onar) бүл. һ.
Ундан торған, һәр бере унға тиң. □ По десять. Һәр береһенә унар алма тейҙе. Унарҙан бүлеү. Я Рота командирҙарының һуңғы донесениеһы бик аяныс, һәр һуғышсыға унар патрон, бөтә отрядҡа ун һигеҙ граната ҡалған, был бик аҙ. Ә. Бикчәнтәев. Унан ул [Таһир] Сәғит менән Вәлитте унар гектарлап алдан уҡ үлсәп бүлеп ҡуйған майҙанға төшөрөп ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин. Шоңҡар ауылының тирә-яҡ тигеҙлегенән һөҙәкләнеп барып бейегәйеп киткән ҡырлас тауҙар унар саҡрымдарға һуҙылып алыҫая-лар ҙа Ирәмәлдең нәҙек һыҙыҡтар шикелле генә күренгән ҡаяларына барып тоташалар. Һ. Дәүләтшина.
УНАРЛАҒАН (Р: около десяти; И.: about ten; T: on civarında) сама һ.
Ун тирәһе. □ Около десяти. Унарлаған кеше. Унарлаған ҡул сәскә һуҙҙы. Я Һынамыштарҙа һауа торошоноң нисек буласағын алдан әйтә торған унарлаған ҡош, бөжәк,
125