УНАРЛАП
йәнлек, үҫемлектәр менән йыш осрашабыҙ. М. Әхтәмов.
УНАРЛАП (Р: десятками, по десять; И.: by ten; T.: onarlık)/?.
Унар итеп, унар иҫәбенән, унарҙан; тиҫтәләп. □ Десятками, по десять. Унарлап бүлеү. Унарлап һанау. ■ Берәмләп тә, унарлап та тыуҙы бәрәстәр. И. Ғиззәтуллин. «Хәҙер бит абонементтар унарлап ҡына һатыла», — тине ҡыҙ, ҙур ҡара күҙҙәрендә тоҡанған уттың осҡондарын Рөстәмгә йүнәлтеп. М. Садиҡова.
УНАРЛЫ (Р.: десятичный; И.: decimal; T.: ondalık) с. мат.
Унарлап һанауға нигеҙләнгән. □ Десятичный. Унарлы үлсәү системаһы. Унарлы кәсер.
УНАРЛЫҠ (унарлығы) (Р: десятка; И.: ten-rouble note; T.: onluk) и.
Унлыҡ, унар һумлыҡ. □ Десятка. Унарлыҡ аҡсалар. Гел унарлыҡ аҡса. М Өсәрлек, бишәрлек, хатта унарлыҡ та түгел ине пачкалағы аҡсалар. X. Зарипов. Пинжәгенең булавка менән ҡаптырылған эске кеҫәһенән паспорт, МОПР, ОСОАВИАХИМ билеттарын, байтаҡ утыҙлыҡтар, унарлыҡтар тартып сығарҙы [Платов]. Д. Исламов. Уларҙың [төргәктәрҙең] унарлыҡтар төргәге һәм һәр береһендә меңәр һум икәнлегенә ышандым. Т. Сәғитов.
УНАУ (Р: десятеро; И.: ten; Т.: on) йый. һ.
Кемдең йәки нәмәнең йыйып әйткәндә унға тиң иҫәбе. □ Десятеро. Тегеләр бишәү, беҙ унау. ■ Бына — ҡулдарҙағы бармаҡтар унау. Яр. Вәлиев. Ил төкөрһә, күл булыр — берҙән унау, унауҙан урман ҡалҡыр. Ғ. Хөсәйенов. Ҡоршау етерлек ҡыҫылғас, һәр унауҙан берәү — иң оҫта һунарсылар — урталыҡҡа инеп китте. Б. Рафиҡов. • Бер ағастан унау үҫкән, ун ағастан урман үҫкән. Мәҡәл.
У Н АУЛ АП I (Р: около десяти; И.: around ten; T.: on civarında) сама һ.
Унға яҡын, унлап. □ Около десяти. Унаулап кеше барҙыр.
УНАУЛАП II (Р: вдесятером; И.: ten together; Т.: on) р.
Ун булып. □ Вдесятером. ■ Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, .. унаулап килдек һеҙгә. Таҡмаҡтан.
УНБАРМАҠ ХӘЙЕРЕ (Р: подаяние десяти пальцев; И.: sort of alms; T: bağış) и. этн.
Ҡул һаулығы өсөн бирелгән хәйер. □ Подаяние десяти пальцев. Унбармаҡ хәйере биреү. Унбармаҡ хәйеренә доға уҡыу.
■ Ҡул һыҙлағанда, иләнгән онға ун бармаҡты тарбайтып тығып тороп, был ондо унбармаҡ хәйере итеп етем ҡарсыҡҡа биргән йола унбармаҡ хәйере тиелә. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
УНДА (Р: там; И.: there; T.: orada) күрһ. а.
1. Ул урында, ул ерҙә. □ Там. Унда халыҡ. Унда балалар. Унда бик матур. Унда һалҡын.
■ Гөлбаныу .. соланға уҡ сығып китте, унда килеп ингән тауыҡтарҙы ҡытҡылдатып, бер итеп ҡыуырға тотондо. Н. Мусин. Күлде аяҡлап ҡарау түгел, унда һыу инергә лә ҡурҡа инек. 3. Ураҡсин. [Егет — Алпамышаға:] Тиҙерәк ҡайт, унда [майҙанда] бәйге бара, һуңлап ҡалма. «Алпамыша».
2. Ул урынға, ул ергә. □ Туда. Унда китеү. Унда үҙе килер. ■ [Шәһүрә — Мөбәрәккә:] Йомошом төшмәгән көйө ни эшләп барайым мин унда? Н. Мусин. Батша унда [майҙанға] үҙе бармаҡсы булды. Әкиәттән. Кәжән менән Юрғашты араһындағы бәйләнеш өҙөлдө. Унда ебәрелгән кешеләр ҙә әйләнеп ҡайтманы. Я. Хамматов.
УНДА-БЫНДА (Р: там и тут; И.: here and there; T: orada burada)/?.
1. Төрлө урында, төрлө ерҙә. □ Там и тут, там и сям, местами, кое-где. «Унда-бында туҡтама, шунда уҡ өйгә ҡайт!» — тип әйтеп ебәрҙе әсәйем. ■ Унда-бында бесән эҫкерттәре күренә. М. Тажи.
2. Төрлө яҡҡа, төрлө ергә. □ Туда-сюда. Унда-бында йүгергеләү. ■ Инде сыҡты атлылар һәм унда-бында саптылар. Ш. Бабич.
УНДАҒЫ (Р: находящийся там; И.: situated there; T: oradaki) с.
Ул урындағы, ул ерҙәге. □ Находящийся там; присущий тому или этому месту, тамош-
126