УНИВЕРСАЛ
ний. Ундағы климат. W Нурҙың репетицияны иртәгәгә кусергеһе, Илисәне алып сығып китеп, төпһөҙ куккә, ундағы йондоҙҙарға ҡарап торғоһо, Ҡош Юлынан Илисәне етәкләп йугергеһе килде. И. Абдуллин. Ай шул тиклем яҡты, хатта ундағы көйәнтә кутәргән ҡыҙға оҡшатып йөрөтөлә торған таптар ҙа бик асыҡ булып куренә. С. Агиш. Гөлбаныу дөп-дөп атлап ишек төбө яҡтараҡ торған карауат эргәһенә килде, ундағы мендәрҙәрҙе ғополдатып рәтләп ҡуйҙы, йәнә турбаш яҡҡа утте. Н. Мусин.
УНДАЙ (Р.: такой; И.: such; T.: öyle) с.
Ул рәүешле, улай. □ Такой, таковой, подобный. Ундай кешене белмәйем. Ундай эштәрҙе эшләгән бар. М [Гөлбаныу — Шәһу-рәгә:] Ҡайныңа рәхмәт әйт, киленкәйем. Ундай арыу эш аяҡ аҫтында ятмай ул, иртәгәнән һатыусы эшенә тотонорһоң. Н. Мусин. Ундай эш ҡулымдан килһә, һинең өсөн йәнем фиҙа. 3. Биишева. Йәш ваҡытта беҙҙә лә ундай йөрөуҙәр бар ине. Ш. Бабич.
УНДАРСА (Р.: около десяти; И.: ten ог so; T: on civarında) сама һ.
Унарлаған, унға яҡын. □ Около десяти. Ундарса мең кеше. ■ Уйҙар ебе ундарса йыл буйы һыналған һәм инде уҙгәртеп булмаҫтай тойолған технология режимдарына, ҡатмарлы аппараттарға, автомат һәм ярым автоматтарға йунәлде. Ә. Вәли. Ҡу-рерһегеҙ, контора тирәһен бер нисә йылдан лесхоз территорияһында нисә төрлө ағас бар, шуларҙың бөтәһен дә берләштергән ундарса гектар майҙанды биләгән парк — дендрарий уратып аласаҡ! Н. Мусин. Бына был йукәләр минең куҙ алдымда ғына ла ундарса тапҡыр япраҡ ярып, ундарса тапҡыр сәскә аттылар. Ф. Әсәнов.
УНДА-ҺАНДА (Р: редко; И.: rarely; T.:orada burada)/?.
Һирәк-мирәк төрлө ерҙә. □ Редко, кое-где. ■ Ағастарҙың ҡоро япраҡтары унда-һанда ғына ҡалдылар. Д. Юлтый.
УНДЫҠ с. ҡар. унлы. Ундыҡ галош. Ундыҡ лампа.
УНДЫЛЫ с. ҡар. унлы. Ундылы галош алыу. Ундылы лампа яндырыу.
УНИВЕРМАГ (универмагы) [рус. универсальный магазин} (Р: универмаг; И.: department store; T.: büyük mağaza) и.
Бик күп бүлектәре булған, һәр төрлө сәнәғәт тауарҙары булған ҙур магазин; универсаль магазин. □ Универмаг; универсальный магазин. Үҙәк универмаг. Универмаг һатыусыһы. Балалар универмагы. М Мәктәпкә барғыһы килмәгән һымаҡ, универмаг тәҙрәһенә ҡуйылған төрлө әйберҙәрҙе ҡарап торҙо Ҡыҙырас. 3. Биишева. [Рәмзиә:] Юл ыңғайында уҡ универмагта алҡаның матурын ғына һайлап ҡуйырмын да ҡыҙҙарға уны Мөҙәрис инеп аласағын әйтермен. М. Садиҡова.
УНИВЕРСАЛ I [лат. universalis ‘дөйөм’] (Р: универсал; И.: all-round craftsman, jack-of-all trades; T: her işi yapan kimse) и.
Төрлө һәнәргә эйә кеше. □ Универсал. И [Ҡыҙҙар:] Юҡ-юҡ, Таня, һин былай ҙа универсал. Теләһәң, геометрияны, черчение-ны, арифметиканы, йыр, рәсем дәрестәрен уҡыта алаһың. Р. Камал. «Бөтәбеҙ ҙә универсалбыҙ, — тиҙәр иптәштәрем, — хәҙер бит кеше әйткәнгә генә ышанып ята торған заман тугел, һәр беребеҙ әллә нисәмә һәнәргә эйә, Интернет ресурстарын файҙалана беләбеҙ, алға һәм алға, тиергә ҡала». «Башҡортостан», 22 март 2009.
УНИВЕРСАЛ II [лат. universalis ‘дөйөм’] (Р: универсал; И.: theodolite; T: teodolit) и. астр., геод.
Вертикаль һәм горизонталь мөйөштәрҙе үлсәү ҡоралы. □ Универсал (прибор), теодолит.
УНИВЕРСАЛ III [лат. universalis ljyo-йөм’] (Р: универсал; И.: universal principles; Т: universal) и. map.
Программа характерындағы сәйәси-хо-ҡуҡи акт (эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп принциптарын сағылдырыусы сәйәси документ). □ Универсал (политический документ). М [Кириллов:] Был халыҡҡа универсал кәрәкме ни? Вәкилдәр һайлап ебәрегеҙ, турәләрҙең яман эштәрен һөйләп бирерһегеҙ, тигән. Ғ. Ибраһимов. Шунан һуң ғына Кириллов, тәуге универсалдың бер хәйлә икәнен аңлап, яу баҫтырырға сыҡты.
127