Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 128


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УНИВЕРСАЛЛЕК
Ғ. Ибраһимов. Генерал-лейтенанттың ошо мәлдә, ғәскәр әҙерләү менән бер рәттән, яу башлыҡтарын ҡорал ташларға, ярлыҡау һорап килергә өндәп бөтә тарафҡа универсалдар таратыуы шуның менән аңлатыла ла инде. Б. Рафиҡов.
УНИВЕРСАЛЛЕК (универсаллеге) (Р: универсальность; И.: universality; Т.: üniversellik) и.
Күп яҡлы булыу, универсаль булыу сифаты. □ Универсальность; разносторонность. Станоктың универсаллеге күп төрлө эш башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
УНИВЕРСАЛЬ (Р: универсальный; И.: universal; T.: üniversel) с.
1. Бөтә нәмәне эсенә алған, бөтәһен солғаған. □ Универсальный; разносторонний, охватывающий всё или многое; относящийся ко всему; всеобъемлющий. Универсаль белем. Универсаль канун.
2. Күп маҡсатҡа яраҡлы, күп төрлө тәғәйенләнеше булған. □ С разнообразным назначением, для разнообразного применения; разносторонний, многогранный. Универсаль двигатель. Универсаль станок. Универсаль ысул. ■ Теге Берлиндан килгән ҡиммәтле универсаль агрегат юҡҡа сыҡты. А. Абдуллин. Хәмзә деталь беркеткес ҙур асҡысҡа ҡарап торҙо ла ҡарашын универсаль станоктарҙа бөтөнләй тип әйтерлек көс һалмайынса эшләгән башҡа токарҙарға күсерҙе. Ә. Байрамов. [Зарифа] штопорлы, ҡалаҡлы, беҙле, консерва аса торған нәмәле универсаль бәкене лә ҡағыҙға төрөп һалды. С. Агиш.
3. Күп, төрлө-төрлө күнекмәгә, һәнәргә, белемгә эйә булған; күп яҡлы. □ Универсальный. Универсаль кеше. Универсаль шәхес. ■ Ә уны, — Сәлимйәнов йәнә Рафиҡҡа эйәк иҙәне, — бригадаға алыу мөмкиндер, универсаль кеше кәрәк бит. Ғ. Хисамов.
УНИВЕРСАМ [рус. универсальный магазин самообслуживания} (Р: универсам; И.: mail; T.: süpermarket) и.
Үҙ-үҙеңә хеҙмәт күрһәтә торған, һатыуҙа аҙыҡ-түлек һәм башҡа төрлө тауарҙары булған универсаль магазин. □ Универсам (универсальный магазин самообслуживания).
Универсамда эшләү. Универсамда кәрәк-яраҡтар алыу. ■ Гөлбәҙәр, үҙәк универсамға килеп ингәс тә ҡыҙара-бүртенә бына шул турала хәтерләне. Д. Исламов. Гариф машинаһын яңы универсам ҡаршыһында туҡтатты. А. Мағазов.
УНИВЕРСИАДА [рус. универс(итет) + (олимп)иада\ (Р: универсиада; И.: Universiad; Т.: Universiade, Üniversite Oyunları) и. спорт.
Студенттарҙың халыҡ-ара спорт уйындары. □ Универсиада {международные спортивные соревнования среди студентов, проводимые Международной федерацией университетского спорта (FISU). Универсиада миҙалдары. Универсиада һөҙөмтәләре. Универсиаданан репортаж. ■ Сара быйыл 6-17 июлдә Ҡазанда уҙғарыласаҡ XXVII Бөтә донья йәйге универсиадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторолдо. «Ашҡаҙар», 7 февраль 2013. 2013 йылда Ҡазанда үҫмерҙәр араһында үтәсәк Бөтә донъя универсиа-даһында, билбаулы көрәштән тыш, милли көрәш индерелеүе — бик яҡшы яңылыҡ. «Киске Өфө», № 7, 2010.
УНИВЕРСИТЕТ [нем. Universitât < лат. universitas ‘йыйылма, бергәлек’] (Р: университет; И.: University; T.: üniversite) и.
1. Төрлө тәбиғәт һәм йәмғиәт фәндәре буйынса айырым бүлектәре булған юғары уҡыу йорто. □ Университет (высшее учебное заведение и научное учреждение с различными естественно-математическими и гуманитарными отделениями). / Университетский. Башҡорт дәүләт университеты. Университет белеме. Университетта уҡыу. М Әхмәтзәки Вәлидовты Ҡазан университетының Археология һәм тарих йәмғиәте, етерлек аҡса биреп, тарих, этнография буйынса эҙләнеүҙәр алып барыу, фәнгә билдәле булмаған ҡулъяҙмалар, боронғо китаптар йыйыу маҡсатында Фирғәнә виләйәтенә ғилми экспедицияға ебәрҙе. Р. Байымов. Шул саҡ ул [Ринат] ниңәлер Мәскәү дәүләт университетында уҡыған апаһы Лираны хәтерләп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. «Университетҡа инеп уҡырға ине лә иҫәп, китәм тип йөрөгәндә һуғыш юлды ҡыйҙы», — тине Фәһим. И. Ғиззәтуллин.
128