УНИТАРИЗМ
2. Шул уҡыу йорто йәки ойошма урынлашҡан бина. □ Университет (здание этого вуза или образовательного учреждения). ■ Бындай университет бинаһы менән ғорурланһаң да ярай, исмаһам! Б. Бикбай. Университеттың иркен фойеһында яңы йылға арнап уткәрелгән бал-маскарад бик куңелле барһа ла, миңә ул ғәжәп оҙаҡ һымаҡ тойолдо. Н. Мусин. Мәҙинә, Лубянка майҙанынан аҫҡа Моховая урамында урынлашҡан университетҡа табан атланы. Ә. Хәкимов.
3. Халыҡтың дөйөм һәм ғилми-сәйәси белемен күтәреү менән шөғөлләнгән уҡыу учреждениелары исеме. □ Университет (название учебных учреждений по повышению научно-политических знаний). Халык университеты. Ата-әсәләр университеты. Я Урал итәгенә һыйынып ултырған таулы-урманлы алыҫ район өсөн тәу башлап кадрҙар етештереусе уҙенә курә бер университет булып китте Үтәғол мәктәбе. Яр. Вәлиев. Уларҙы [ололарҙы] инде тормош университетын тамамлаған тиһәң дә була. М. Садиҡова.
УНИКАЛЛЕК (уникаллеге) (Р.: уникальность; И.: uniqueness; T.: vahdet) и.
Һирәклек, берҙән-бер даналағы, ғәҙәттән тыш булыу сифаты. □ Уникальность, неповторимость. Төҙөлөш проектының уникаллеге. Альбомдың уникаллеге хайран ҡалдырҙы.
УНИКАЛЬ [лат. unicum ‘берҙән-бер’] (Р.: уникальный; И.: unique; T.: eşsiz) с.
һирәк, берҙән-бер даналағы. □ Уникальный, единственный в своём роде, неповторимый. Уникаль ҡомартҡы. Уникаль әҫәр. ■ Фекер — уникаль куренеш. И. Абдуллин. Нисек тә Йөҙшишмәнең уникаль тәбиғәтен бәләнән, ә, бәлки, катастрофанан араларға кәрәк. Д. Бүләков. Атаһы селекция юлы менән сығарған арыш менән бойҙай, ғөмумән, уникаль сорт икән! Т. Ғарипова.
УНИКУМ [лат. unicum ‘берҙән-бер’] (Р: уникум; И.: unique object; T.: eşsiz şey) и. кит.
Һирәк осрай торған, берҙән-бер дана (кеше йәки нәмә). □ Уникум; неповторимый,
единственный в своём роде. Уникум белгес. Бик ҡиммәтле уникум.
УНИСОН [ит. unisono < лат. unus ‘бер’ + sonus ‘өн’, ‘бер үк тауыштарҙың бер юлы яңғырашы’] (Р: унисон; И.: unison; T: ahenk) и. муз.
Бер үк юғарылыҡтағы ике йәки бер нисә өндөң төрлө тауыш йәки инструмент менән аһәңле башҡарылыуы. □ Унисон. Я Оҙон көй — йырсы тауышы менән ҡурайсы моңоноң унисоны ул. Ф. Нәҙершина.
УНИТАЗ [лат. unitas ‘берҙәмлек’] (Р: унитаз; И.: lavatory pan; T.: küvet) и.
Канализацияһы булған бәҙрәфтәрҙә хәжәт үтәү өсөн сантехник ҡулайлама.
□ Унитаз. Унитаз һатып алыу. Унитаз, ғәҙәттә, керамиканан эшләнә.
УНИТАР (Р: унитарный; И.: unitary; T.: ünite) с.
Берләштерелгән, берҙәм, бер бөтөн тәшкил иткән, бер төрлөлөктө булдырған.
□ Унитарный, объединённый, единый, составляющий одно целое. Унитар предприятие. Унитар дәуләт. Я Еңеусе «Башавто-транс» дәуләт унитар предприятиеһында бу лек начальнигы булып эшләй. «Йәшлек», 1 апрель 2010. Куптәрҙең аңында һаман да унитар, ҡәтғи уҙәкләштерелгән дәуләт тураһында фекер нығына. «Йәшлек», 22 июнь 2010.
УНИТАРИЗМ [фр. unitarism < лат. unites ‘берҙәм’] (Р: унитаризм; И.: unitaria-nism; T.: üniteryanizm) и.
1. Берләштерелеүгә булған ынтылыш йәки бер бөтөнлөктө, бер төрлөлөктө яҡлап сығыу. □ Унитаризм (стремление к объединению ). Унитаризмға ынтылыу.
2. Административ-территориаль яҡтан берләштерелгән берәмектәре генә булған, айырым (үҙ аллы) дәүләт берәмектәре булмаған һәм үҙәкләштерелгән етәкселек нигеҙендә төҙөлгән дәүләт ҡоролошо. □ Унитаризм (государственное устройство). Унитаризм — федерализмға ҡапма-ҡаршы дәуләт ҡоролошо. Я Совет осоронда федерализм принцибы коммунистар партияһы диктатураһы, хәҙер инде авторитаризм
129