Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 130


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УНИФИКАЦИЯ
һәм унитаризм менән алмашынды. «Киске Өфө», № 24, 2010. [Шәриф Манатов:] Беҙ Русияның берләшкән йөмһүриәттәрҙән тороуын, федерация нигеҙенә ҡоролған айырым бүлектәргә бүленеүен һәм ошо һәр айырым бүлек үҙ эсендә закон сығарыу хоҡуғына эйә булыуын талап итәбеҙ. Шуныц өсөн дә бер үҙәктән идара итеүгә ҡоролған унитаризм системаһын иҫкергән, мосолмандар өсөн зарарлы, тип һанайбыҙ. Р. Байымов.
УНИФИКАЦИЯ [лат. unus ‘бер’, facio ‘эшләйем; берләшеү’] (Р.: унификация; И.: unification; T.: birleştirme) и.
Ниҙеңдер бер рәүешкә, системаға, бер төрлөлөккә килтерелеше. □ Унификация (приведение к единообразию, к единой форме или системе). Унификация үткәреү. Тарифтар унификацияһы. Мәҙәниәттәр унификацияһы ҡурҡыта.
УНИФИКАЦИЯЛАУ (унификацияла-) (Р: унифицировать; И.: unify; standardize; T.: birleştirmek) ҡ.
Унификация үткәреү. □ Унифицировать; произвести унификацию. // Унификация. Орфографияны унификациялау. Алфавитты унификациялау. Маркаларҙы унификациялау.
УНИФОРМА [лат. unius ‘бер иш’ + forma ‘форма, кейем’] (Р: униформа; И.: uniform; T.: üniforma) и.
1. Ниндәйҙер бер ойошманың йәки бер төрлө эш башҡарыусыларҙың бер иш кейеме (формаһы). □ Униформа. Почта хеҙмәткәрҙәренә униформа тектерҙеләр. Банк хеҙмәткәрҙәренең униформаһы. Я Ҡағиҙә боҙған водителде туҡтатыусы инспектор униформала булырға һәм янында ДПС автомашинаһы торорға тейеш. «Йәшлек», 11 февраль 2010. Ошо уҡ осорҙа поручик Харис Туймаҡаев Башҡорт хәрби шураһы комиссияһы составында Башҡорт армияһы униформаһын эшләүҙә ҡатнаша. «Киске Өфө», №46, 2010.
2. йыйн. иҫк. Циркта: аренаны хеҙмәтләндереүсе ярҙамсы кешеләр. □ Униформа (в цирке: одетый в форменные костюмы подсобный персонал, обслуживающий арену). Униформаның бурысы — тамаша башланыу
ға манежды әҙерләү. Униформалар балаҫты йыйып алған.
УНИЯ [лат. ипго ‘берләшмә’] (Р: уния; И.: unia; T.: birleşme) и. кит.
Союз, берләшмә. □ Уния, объединение, союз. Сәйәси уния. Дәүләт унияһы. Сиркәү унияһы. Монарх унияһы. Брест унияһы.
УН ЙЫЛЛЫҠ (йыллығы) (Р: десять лет; десятилетие; И.: decade; T.: on sene) и.
1. Ун йылды эсенә алған ваҡыт араһы.
□ Десять лет; десятилетие. / Десятилетний. Һуңғы ун йыллыҡтағы фән ҡаҙаныштары.
2. Бынан ун йыл элек булып үткән йәки башланған ваҡиғаның юбилейы. □ Десятилетие. Мәктәптең ун йыллығы уңайынан байрам кисәһе ойошторолдо. Ойошманың ун йыллығы киң билдәләнде.
3. һөйл. Ун йыл уҡытып белем ала торған урта (тулы) дөйөм белем биреү мәктәбе.
□ Десятилетка (полная средняя школа с десятью годами обучения). Ун йыллыҡты тамамлағас, туп-тура мәҙәниәт техникумына юл алдым. Ун йыллыҡты тамамларға насип булмаған беҙҙең ата-әсәйҙәргә.
УН КӨНЛӨК (көнлөгө) (Р: десятидневка; И.: ten-day period; T.: on gün) и.
1. Ун көн дауам итә торған ваҡыт; айҙың өстән бер өлөшө. □ Десятидневка; декада. Айҙың беренсе ун көнлөгө. Майҙың тәүге ун көнлөгө аҙағына яҙғы сәсеү эштәре тамамлана.
2. Нимәгәлер бағышланған ун көндө эсенә алған ваҡыт; декада. □ Десятидневка, посвящённая какому-л. событию; декадник. / Десятидневный. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгө бара. Ун көнлөк сиктәрендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия бейеү ансамбленең дә сығышы ҡаралған.
УНЛАҒАН (Р: около десяти; И.: ten or so; T.: on civarında) сама һ.
Ун тирәһе, унға яҡын. □ Около десяти. Унлаған кеше. Унлаған һорауға бер яуап та юҡ. ■ Әйҙә, бер унлаған кеше булһын да, ти. Р. Байбулатов. Кисә генә ауылға ҡорал аҫҡан унлаған һыбайлы килде. Р. Байымов.
УНЛАП (Р: около десяти; И.: about ten; T.: on civarında) сама һ.
130