Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 131


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УНТЕР-ОФИЦЕР
Унға яҡын, ун тирәһе. □ Около десяти. Унлап бала. Унлап кеше килгән. ■ Сауҙа рәтендәге прилавкаларҙа йомортҡа, һөт-ҡатыҡ һатып тороусы биш-алты ҡатын-ҡыҙ һәм улар эргәһендә унлап ҡына һатып алыусы бар. Яр. Вәлиев. Ауылдан унлап километр алыҫлыҡта Сейәлетау итәгендә бер усаҡ яна ине. Р. Ғабдрахманов. Теге яҡта ҡалғандар өҫтөнә унлап танк бер юлы ябырылғас, ҡыҙыу ҡанлы Юлай уларға ярҙамға уҙе тороп йугерерҙәй булды. И. Ғиззәтуллин.
УНЛАТА (Р.: десятикратно; И.: tenfold; T.: on kat) р. һөйл.
Ун мәртәбә, ун тапҡыр. □ Десятикратно; в десять раз. М Ошондай гузәл яҡта тыуып уҫеп, оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп ҡайтһаң, был матурлыҡ унлата артып киткәндәй тойола. Н. Мусин. [Миңлебай Нәжипич — Гөлкәйгә:] Шундай кешенең ҡатыны булыу бәхетенә ирешеу уҙе генә лә һиңә унлата көс өҫтәргә тейеш ине. 3. Биишева. Зыян юҡ, ошо ысын падишаһ буләге унлата артып кире ҡайтасаҡ. Б. Рафиҡов. • Бер тырышлыҡ унлата ҡайта. Әйтем.
УНЛЫ (Р: десяти-; И.: having ten lines; T.: onlu) улсәу һ.
Үлсәме ун берәмеккә тиң. □ Десяти-, десятый, десятилинейный. Унлы галош. ■ Өҫтәл өҫтөндә унлы кәрәсин лампаһы яна. А. Карнай. Миңъямал әбей тушәмдән өҫтәл тәңгәленә аҫылған унлы лампаны тоҡандырҙы. X. Ғиләжев. Клубтың арғы өлөшөн уртағараҡ эленгән унлы лампа яҡтырта. М. Кәрим.
УНЛЫҠ I (унлығы) (Р: десятка; десятирублёвка; И.: tener, ten-rouble note; T.: onluk) и. һөйл.
Ун һумлыҡ аҡса. □ Десятка; десятирублёвка. ■ Оморҙаҡ ағай, шулай һөйләнә-һөйләнә, аҡсаларының бишлеген — бишлеккә, унлығын — унлыҡҡа, утыҙлығын утыҙлыҡҡа айырып, купте кургән ҡулъяулығына төрҙө лә ҡуйын кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Ш. Бикҡол. Моряк гитараны ҡулына алды ла ентекләп куҙҙән кисерҙе, ҡылдарын сиртеп ҡараны, шунан ҡыштырлап торған унлыҡтарҙы Рифтең ҡулына тотторҙо. X. Зарипов. Кар
туфты бушатыу менән, хужа, рәхмәттәр уҡый-уҡый, Зәйнигә унлыҡ һуҙҙы. Ғ. Хисамов.
УНЛЫҠ II (унлығы) (Р: отряд из десяти военных; И.: ten men-strong detachment; T.: onluk) и. map.
Ун кешенән торған хәрби төркөм. □ Отряд (группа), состоящая из десяти военных.
■ Йәнә алдағы һуғышҡа ингәнсе, унлыҡтан алып төмәндәргә тиклем бөтә ғәскәрҙе һуңғы тапҡыр етди тикшереуҙән уткәрергә, яугирҙарҙың ҡоралын, кейем-һалымын, һыбайлыларҙың аттарын һынсыл куҙ менән барлап сығырға, ҡайҙа етешмәуселек, кәмселек беленһә, бөтәһен теуәлләргә бойороҡ бирелде. Ә. Хәкимов.
УНСА (Р: настолько; столь; И.: that; T.: o kadar) р.
Ул тиклем. □ Настолько, столь. Унса ҡиммәт тугел. Н [Мансур — халыҡҡа:] Унса аҡсаһы юҡтыр, ти ине Фәйзулла ағай, булған бит. Ә. Әминев.
УНСА БУЛМАЙ р. ҡар. уныңса булмай.
■ Егет, йәйге каникулында ҡалала эшкә урынлашып, өҫ-башын йунәтергә тырышты; унса булмай, әйләнеп тә ҡуйҙы. Т. Сәғитов. Унса булмай, Ялбыр бөлгән дә ҡуйған, ти. Әкиәттән.
УНТЕР [нем unter ‘түбәнге’] и. хәрби, һөйл. ҡар. унтер-офицер. М [Әхтәм] чин мәсьәләһенә килеп еткәс кенә шаштырып ташланы, йәнәһе, ул империалистик һуғышта саҡта, йәғни батша заманында уҡ, өлкән унтер ғына тугел, ә поручик дәрәжәһенә еткәйне инде. В. Исхаҡов. Капитан ҡаршыһында шәм кеуек ҡатып торған оҙон мыйыҡлы, ерән сәсле, картуф танаулы унтер, Иртуғанды ҡулынан ҡыҫып тотоп, капитан артынан алып инде. А. Таһиров.
УНТЕР-ОФИЦЕР [нем. Unteroffizier ‘кесе офицер’] (Р: унтер-офицер; И.: noncomissioned officer, petty officer; T: erbaş) и. хәрби.
Революцияға тиклем рус армияһында һәм ҡайһы бер сит ил армияларында һалдаттарҙың кесе команда составы дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Унтер-офицер./
131