Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 132


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УНТЫ
Унтер-офицерский. Унтер-офицер мылтыҡ менән эш итергә өйрәткән, һалдатҡа генерал ту гел, унтер-офицер хужа, тиҙәр. ■ Егетте ҙур яңылыҡ көткән: Әмир Зәйниҙең юллауы буйынса, уға вәғәҙә ителгән миҙал һәм унтер-офицер чины бирелеу тураһында фарман килгән! Ғ. Лоҡманов. Һалдаттар куберәк унтер-офицер Муса Мортазин тирәһендә өйөрөлһә, ротмистр Әмир Ҡарамыш эргәһенә, башлыса, ҡоролтайҙағы офицер чиндары йыйылды. Р. Байымов. Унтер-офицер, тамағын туйҙырғас, Буранбай менән Ҡаһымға серләшергә ҡамасауламаҫ өсөн, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡайҙалыр китергә ашыҡты. Я. Хамматов.
УНТЫ [эвенк, унта ‘аяҡ кейеме’] (Р.: унты; И.: fur high boots; T.: kürk çizme) u.
Йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы, тиренән эшләнгән аяҡ кейеме. □ Унты. Эт тиреһенән тегелгән унты. Унты йылы була. Унты төньяҡ һәм Себер халыҡтарында киң таралған.
УНҺЫҘ (Р: без кого, чего', И.: without that; T.: onsuz) курһ. a.
Ул кешеһеҙ йәки нәмәһеҙ; унан башҡа.
□ Без кого, чего; кроме. Я Рацияны тапшырған лейтенант, васыят әйткәндәй, уны [Әлфиә Камалованы] киҫәтте: «Рацияңды куҙ ҡараһы шикелле һаҡла, унһыҙ һин һанһыҙ». И. Абдуллин. Унһыҙ [Айһылыуһыҙ] йәшәй алмайым. Әгәр ҙә Айһылыуҙы алып бирмәһәгеҙ, был донъяла йәшәмәйем, тип әйтә, ти, һатыбал. 3. Биишева. Ҡапыл уҙенең йомшарып китеуенә әсенеп, ҡулын һелтәй Шәфҡәт: «Ҡилмәһә ни, кәрәкмәй уға мөхәббәт, унһыҙ ҙа йәшәйәсәк, эшләйәсәк Шәфҡәт». Н. Ғәйетбаев.
УНЦИЯ [лат. unda ‘ун икенән бер өлөш’] (Р: унция; И.: ounce; T.: ons) и.
1. 29,8 грамға йәки ун икенән бер (1/12) ҡаҙаҡҡа торошло дарыухана үлсәү берәмеге.
□ Унция (мера аптекарского веса, равная 29,8 г или 1/12 аптекарского фунта). Элекке Рәсәйҙә унция аптека улсәу берәмеге булған.
2. Европала (Сицилияла, Испанияла) төрлө боронғо алтын тәңкәләр исеме. □ Унция (золотая монета). Бер унция 3 һум 18 тингә торошло.
3. 31,1 грамға тиң булған бөгөнгө көн алтын йәки башҡа ҡиммәтле металдар үлсәү берәмеге. □ Унция (современная весовая единица золота и других драгоценных металлов, равная 31,1 г). Бер унция алтын.
УНЫҠЫНСА/л ҡар. уныңса. Я Әмин — һунарсы Ҡолмырҙа улы. Бала сағы Яғалса тауы, Һаҡмар һыуы буйҙарында кейектәй ҡыҙырып утте уның. Ни теләһә, шуны эшләне, ни әйтһә, уныҡынса булды. Ғ. Хөсәйенов.
УНЫНСЫ (Р: десятый; И.: the tenth; T.: onuncu) рәт һ.
Урын тәртибе 10 менән билдәләнгән. □ Десятый. Унынсы класс. Унынсы билет эләкте. Исемлектә унынсы булып тороу. Я Юлдаш та, ошо ағымға ҡушылып, унынсы мәктәп яғына атланы. 3. Биишева. «Унынсы вагонды һора — бергә ҡайтырбыҙ!» — тип ҡысҡырырға саҡ-саҡ ҡына өлгөрөп ҡалдым. Ш. Бикҡол. Ҡисә мәктәпкә Фазлетдин ағай килгәйне, унынсы кластағыларҙы колхозда ҡалырға димләй. Р. Байымов.
УНЫҢСА (Р: по его/её мнению; И.: after her/his opinion; T.: onunca)/?.
1. Уның уйынса. □ По его/её мнению. Я Уныңса, барыһы өсөн Байназар ғәйепле булып сыға. Б. Бикбай. Уныңса, бөтә нәмәне Шәриф Манатов эшләгән! Р Байымов. Уныңса, Имәнтауҙа сәсеу эштәренең артта ҡалыуына төп сәбәпсе кеше Абыҙбаева, ә Аҡ-назаровты ул ғәйепләргә теләмәй ине. Яр. Вәлиев. Уныңса, дан ҡояшы офоҡ артынан бына-бына ҡалҡып сығырға ғына торған кеуек ине. Р. Ғабдрахманов.
2. Уның кеүек. □ Как он. Хикәйәтте мин уныңса оҫта итеп һөйләй алмайым. Я Малайҙар [Арыҫланбәк кеуек] олпатлап атларға, хатта уныңса башты текә генә тотоп йөрөргә тырыша. Р. Низамов. Уныңса матур итеп йырлай, һандуғас булып һайрай белгән кешенең булыуы мөмкин тугел кеуек ине.
3. Биишева. Ашар ваҡыт етте иһә, ҡайҙа ғына булмайым, өләсәйем бөксәңләп килеп таба, алып ҡайтып, тәмле-төмло менән һыйлай, ә ике һеңлемде, уныңса әйтһәк, «бәләкәй себештәрҙе», ҡанат аҫтыңа алып ҡайт, ти торғайны. Б. Бикбай. Бына шуның
132