Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 133


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҢ
өсөн дә эште уныңса тугел, үҙебеҙсә, һәйбәт итеп өр-яңынан ойоштороп ебәрәйек. Н. Мусин.
УНЫҢСА БУЛМАЙ (Р.: тут же; И.: presently; T.: hemen) р.
Ниҙеңдер артынса уҡ, күп тә үтмәй, шунда уҡ; ул арала, уғаса булмай. □ Тут же, тем временем. Уныңса булмай, беҙ ҙә барып еттек. Я Машина тауышы туҡтағас, .. Турысай ҙа ипкә килде. Уныңса булмай, .. эшселәр эштән бушанып, ябырылып сығып ҡайта башланы. Т. Хәйбуллин. Уныңса булмай, иртә менән осраған матур мыйыҡлы милиционер ҙа килеп етте. С. Агиш.
УНЫҢСАЛАП (Р: повторяя чьё-л. слово точь-в-точь; И.: repeating one's words (verbatim); T: onun gibi) p.
Кемдер әйткән кеүек, уның һүҙен ҡабатлап. □ Повторяя чьё-л. слово точь-в-точь. ■ «Танымайынса», — тип уныңсалап яуап ҡайтарам мин Хасбулат олатайға. 3. Биишева. Ул йәйемде, уныңсалап әйткәндә, Себер киңлектәрендә «актив ял» итеп үткәрмәксе булдым. Д. Исламов. Шуға ла Мөнирәнең Зәбиргә, уныңсалап әйтһәк, «ҡара» кешегә тормошҡа сығыуы Яппар ағайҙы тамам бөтөрөп ташланы. Ғ. Лоҡманов.
УҢ I (Р: правый; И.: right; T: sağ) с.
1. Кәүҙәнең һул тарафына ҡаршы яғындасы. □ Правый. Уң бит. Уң ҡабырға. Я Ваҡыт үтһен тип, Йәмилә лә, уң ҡулы эргәһендәге бәләкәй генә йомро тәҙрәнән тубәнгә ҡарап, үткән юлды куҙәтеп бара башланы. Р. Байымов. • Уң куҙең кургәнде һул куҙең күрмәһен. Мәҡәл. Уң ҡулым, һул ҡулым — барыһы ла уҙ ҡулым. Әйтем. Уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен. Мәҡәл. Уң ҡулың киҙәнһә, һулы менән тот. Мәҡәл.
2. Һул ҡулға ҡаршы ҡул тарафында урынлашҡан. □ Правый (обозначает направление); направо, вправо. ■ Ғаризаның уң яҡ мөйөшөндә, өҫтә: «Бишенсе тапҡыр», тип яҙылған. А. Абдуллин. Уң яҡта саратский гармун бер аҙ ғына ваҡыт йәнде өҙөрҙәй булып иңрәп торҙо ла, тетрәткес зарын һөйләп ҡалырға ашыҡҡандай, көмөш моңдарын түгә башланы. Ш. Бикҡол. Уң ҡулда, йәнәшәлә генә, сиге-ҡырыйы күренмәгән даръя
булып ҡарағусҡыл һыу тулҡына, был — диңгеҙ. И. Ноғманов.
3. Ағым ыңғайына ҡарап баҫҡанда был яғында урынлашҡан (йылға ярына ҡарата).
□ Правый (о береге реки). ■ Аҡсәскә менән Ғәлиә Ағиҙелдең уң яҡ яры разъезына төшкән саҡта ваҡыт бик иртә ине әле. Б. Бикбай. Йылғаның уң яҡ ярындағы урам Тау урамы тип атала. И. Абдуллин.
4. Тышҡы, өҫкө (тауар йәки кейемдә).
□ Лицевая (сторона). Күлдәктең уң яғы. Яулыҡтың уң яғы.
5. кусм. сәйәси. Сәйәси һәм ижтимағи тормоштағы алдынғы, прогрессив йүнәлештәргә ҡаршы; консерватив, реакцион. □ Правый. Уң фирҡә. Уң ҡараштағы кеше. Уң социалистар. • Ун бишенсе съезд ҡарарҙары, унан һуң пленум һүҙҙәре ятҡа алынды, илде индустриялаштырыу, социализм төҙөлөшө, оппозиция менән көрәш, донъя пролетариатының тартышы, социал-демократтарҙың алдауы, уңға тайпылыусылар, килешеүселәр менән көрәш. А. Таһиров. • Уң да тугел, һул да тугел, үҙе тотҡан йүнәлеше лә юҡ. Әйтем.
6. миф. Ыңғай семантикаға эйә тарафтағы. □ Правый (имеет положительную семантику). Н Колаҡ боҙолһа, һарыҡтың уң ҡолағын ҡырҡып, шуның ҡанын баланың ҡолағына һөртөп имләгәндәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
♦ Ун, күҙ<е> иң ышаныслы, яҡын кеше.
□ Самый надёжный, близкий человек. Улы — уның уң күҙе. Ун, ҡанат<ы> {йәки ҡулы) кемдеңдер таянысы, терәге. □ Чья-л. правая рука; опора. Я Башҡорттоң уң ҡанаты — ат. «Башҡортостан», 10 ғинуар 2014.
УҢ II с. ҡар. уңышлы I. Я Ошондай уң һунарҙан ҡайтыу менән Ҡарабай, бөтә ауыл халҡын саҡырып, йыйын уҙғарған. «Ҡуҙый-күрпәс менән Маянһылыу». Ауыр юлдар йырып, көрәш еңеп, килеп мендек хәҙер ҡалҡыуға. Инде эш уң. Ғ. Амантай. • Юлы уңдың эше уң. Мәҡәл.
УҢ III (Р.: удача, успех; И.: success; Т: başarı) и.
1. Эш, тормоштағы яҡшы теләккә ярашлы һөҙөмтә. □ Удача, успех. Я [Гимерғәле:] һай-һай, ауыр хәл килеп сыҡты. Көтөлмәгән
133