Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 134


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

уң
нужа. Алла уңын бирһен инде. һ. Дәүләтшина. Яуға үҙе бармаһа, барғанға уң бирмәһә, .. ил батыры булырмы? «Ҡараһаҡал». • Нәфсенең уңы юҡ, донъяның төбө юҡ. Мәҡәл.
2. миф. Ыңғай, уңышлы, хәүефһеҙ яҡ.
□ Правая сторона (в мифологии связан с положительной семантикой). ■ Уңға барһаң, уңырһың. Уңын бир, уңын бир, һулын бирмә, уңын бир! «Башҡорт мифологияһы»нан. Им-томда ауырыуҙың башынан, биленән берәй әйберҙе уңдан һулға әйләндереп алып ташлау йә имсегә биреу йолаһы бар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
♦ Уң булһын уңыш, яҡшы теләк теләгәндә әйтелә. □ Благопожелание: удачи тебе. Эшең уң булһын. Юлығыҙ уң булһын. • һуң булһа ла, уң булһын. Әйтем.
УҢ IV (Р.: лицевая сторона; И.: front (part); T.: ön taraf) и.
Ал, алғы яҡ. □ Лицевая сторона, перед. Тауарҙың уңы. Тиҫкәрене уңға әйләндереу.
УҢАЙ I (Р.: удобный момент; И.: occasion; T.: olay) и.
1. Йәтешле, ярашлы хәл йәки мәл. □ Удобный момент. Уңайы сығыу. Уңайын табыу. Уңайы килгәндә. М Ҡылыс һуғышы башҡорт дивизияһының яугирҙарын шул тиклем рухландыра, улар теләһә ниндәй осраҡта ла дошман өҫтөнә ташланырға уңай көтөп кенә тора. Р. Өмөтбаев. Бына тағы, кеше һирәгәйгәс, өндәшергә уңайы сыҡты. Б. Ноғома-нов. Бер нисә һалдат, ҡасыу уңайын ҡарап, вокзалға ла барып килде. Д. Юлтый.
2. Ниндәйҙер эш-хәлгә мөнәсәбәтле шарт.
□ Повод, случай. Шул уңай менән. Байрам уңайы менән. Туй уңайынан. ■ Әле уҙған яҙҙа ошо уңай менән бер мәрәкәле хәл булып алды. Ғ. Лоҡманов. Зөһрә, мин һине ошондай ҙур эшкә тотоноу уңайы менән клубҡа киноға алып барам. Н. Мусин. Сөнки күптән тугел асылыуына йөҙ йыл тулған һәм ошо уңай менән Халыҡтар дуҫлығы ордены менән буләкләнгән был мәктәп уның [Ринаттың] күңелендә ниндәйҙер һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Р. Байбулатов. • Туй уңайы менән тун бөтәйә. Әйтем.
3. Эш-хәлдең теләккә ярашлы яҡшы йүнәлеше. □ Лад; хорошее, удачное направление. ■ Иҫән генә йөрөп, һауҙар ҡайтһам, эштәр китер ине уңайға. Халыҡ йырынан.
УҢАЙ II (Р: удобный; подходящий; И.: convenient; T.: onay) с.
1. Эш, хәрәкәт өсөн ярашлы; яйлы, йәтеш, уңайлы. □ Удобный, подходящий. Уңай ваҡыт тура килтереү. Эшкә уңай кейем.
■ Күңелегеҙҙе ҡырырға теләмәнем, уңай моментты көттөм. Р. Низамов. Ҡалғандар ҙа, уңай мәлде ыскындырмаҫҡа тырышҡан һымаҡ, тегегә әселе-сөсөлө һүҙҙәр яуҙырҙы. И. Ноғманов. Сиражи менән Лоҡман, уңай бер төн табып, тәҙрә арҡыры сығып ҡасты. И. Насыри.
2. Ыңғайлы, яйлы, йәтеш; тотонорға уңайлы. □ Удобный, сподручный, ладный. Уңай балта. Уңай бысаҡ.
3. Юлға һалынған, уңайлы. □ Налаженный, удобный. Уңай тормош. Уңай көнкүреш.
4. Ыңғай, ярайһы ғына яҡшы. □ Положительный, вполне хороший. Бик уңай кеше. Уңай яуап. Уңай сифаттар. ■ Мин берәй уңышлы операция яһаһам, ул [Ғәлиә] шатлана, уның эшендә берәй уңай яҡты күрһәм — мин. Ф. Әсәнов.
5. Ҡулай, яйлы; файҙалы, өҫтөнлөклө. □ Приемлемый, доступный; выгодный. Уңай шарттар. Уңай эш эҙләү. Уңай вазифа.
♦ Уңай булыу шәп, һәйбәт, яҡшы булған (асыуланғанда, үсәгәндә әйтелә). □ Таҡ и надо; на руку (говорится при гневе, со злобой). Уңай булды, уға шул кәрәк. Уңай итеү ҡар. уңай булыу. ■ Был тикле уңай итмәҫ [Самиҡ — Әхмәдиҙе]ә? Ж. Кейекбаев.
УҢАЙ III (Р: попутно; И.: at the same time; in passing; T.: arada) р. диал.
1. Бер юлы, бер ыңғай. □ Попутно, заодно.
■ Ул [Шакир ағай] ғәжәп ашығып һөйләй һәм һүҙ уңайына ҡулдарын бутай. А. Карнай. Юҡ, асыуланып түгел, былай ғына, һүҙ уңайында ғына. М. Кәрим. Кулагин быларҙы юл уңайында ғына һөйләгән булды һәм әленән-әле Гәүһәр Мозафаровнаның күҙҙәренә күҙ һалды. И. Абдуллин.
2. Яҡшы, һәйбәт; ҡулай. □ Хорошо; удобно; сподручно. Үҙҙәренә нисек уңай,
134