УҢАЙЛЫ
шулай эшләйҙәр йәштәр. ■ Эштең уңай килеп торғанына шатланып, йүгерә-атлай тышҡа сыҡтым. Н. Мусин. Йыл уңай килгәс, пландар ҙа апаруҡ ҡына. Р. Кинйәбаев.
УҢАЙҒА (Р.: с ходу; И.: without delay; T.: hemen) бәйл. диал.
Шул ыңғайға. □ С ходу; по пути. Атай әйткән уңайға сығып та йүгерҙек. Килеп тә керҙе, уңайға әллә кемдәргә әллә ниндәй эштәр ҡушып та өлгөрҙө.
УҢАЙҘАдиал. ҡар. уңай III, 1. Уңайҙа уҡ һыу алып керәм.
УҢАЙҘАН (Р.: попутно; по пути; И.: at the same time; T.: arada) р.
Бер ыңғайҙа. □ Попутно; по пути. Бер уңайҙан беҙгә лә инеп сыҡ. Уңайҙан барып сығыу. Уңайҙан алып килеү.
УҢАЙ КИЛЕҮ (уңай кил ) (Р.: везти, повезти; И.: have luck; T: şanslı olmak) ҡ. һөйл.
Яйы, уңайы килеп тороу; уңайлы килеп сығыу; уңышлы булыу. □ Везти, повезти; посчастливиться. Миңә тормошта һәр ваҡыт уңай килеп тора.
♦ Уңайы килгәндә яйы сыҡҡан ваҡытта.
□ В подходящий момент. М Уңайы килгәндә, шул матур бер һүҙен гел ҡабатлар булды IРәшит]. Ф. Сәлимова.
УҢАЙЛАНДЫРЫУ (уңайландыр-) (Р: делать, сделать удобным; И.: make convenient; T.: ferahlatmak) ҡ.
Уңайлыға әйләндереү, уңайлы итеү.
□ Делать, сделать удобным. Аш өйөн уңай-ландырыу. Бәләкәй генә йортто шундай матур итеп уңайландырып алғандар.
УҢАЙЛАНЫУ (уңайлан-) (Р: налаживаться; И.: get convenient; T.: düzelmek) ҡ.
Уңайға әйләнеү, уңайлы булыу. □ Налаживаться; улучшаться. // Налаживание, улучшение. Хәлдең уңайланыуы. ■ Окоптан егерме биш сажин самаһы алға киткәс, эштәр уңайланды. Д. Юлтый.
УҢАЙЛАП (Р: удобно, поудобнее; И.: conveniently; T.: rahat) р. диал.
Уңайлы, яйлы итеп. □ Удобно, поудобнее. Уңайлап ултырыу. ■ Ул [Айһылыу] башта Емеште уңайлап һалды, нишатыр спирты еҫкәтте, яһалма тын алдырҙы. 3. Биишева.
[һалдаттар] старшина кеүек уңайлап яттылар ҙа, тағы ла нәмә һөйләр икән, тип көтә башланылар. Ә. Бикчәнтәев. Халыҡты ҡарар өсөн стена буйына уңайлап һөйәндем. С. Агиш.
УҢАЙ Л АТЫУ (уңайлат-) ҡ. йөкм. ҡар. уңайлау, понуд. от уңайлау. Духовканы уңайлатыу. Мендәрҙе уңайлатып һалдырыу.
УҢАЙЛАУ (уңайла-) (Р: налаживать; И.: adjust; T.: dözmek) ҡ.
1. Уңайлы (I) итеү. □ Налаживать. // Налаживание. Эште уңайлау. ■ Ләйлә скважинаны икенсе нефть линияһына күсерҙе лә, эшен уңайлағас, икенсе скважинаға китте. С. Поварисов.
2. Уңайға, яйға һалыу. □ Наладить, устраивать; улучшать. // Налаживание; улучшение. ■ Фатир ҙа матурлана, уңайлана бара. Д. Исламов. Белмәгән ҡаҙаҡта бар, нуғайҙа бар, иң әүәл иман ғилемен уңайлап ал. М. Аҡмулла.
УҢАЙЛАШТЫРЫУ (уңайлаштыр-) (Р: делать удобнее; приспосабливать; И.: make convenient; T.: uygulamak) ҡ.
Ҡулайлы, йәтеш итеү. □ Делать удобнее, приспосабливать что. Эште уңайлаштырыу. Диванды уңайлаштырып ҡуйыу. ■ Егоров менән минең полк комитетына, Холо-довскийҙың дивизия комитетына һайланыуы эште тағы ла уңайлаштырҙы. А. Таһиров. Уның [шәфҡәт туташының] һуңғы һүҙе беҙҙең хәлде уңайлаштырҙы. А. Абдуллин.
УҢАЙЛАШЫУ (уңайлаш-) (Р: приспосабливаться; И.: adapt oneself (to); T: uymak) ҡ.
Ниҙеңдер ҡулайына, яйына йәтешләнеү; ҡулайлашыу, яраҡлашыу. □ Приспосабливаться, приноравливаться. // Приспособление. Тормошҡа уңайлашыу. Уңайлашыу процесы.
УҢАЙЛЫ I (Р: удобный; И.: convenient; T: elverişli) с.
1. Эш, хәрәкәт өсөн ярашлы; яйлы, йәтеш, ҡулайлы. □ Удобный, подходящий. Уңайлы шарттар. Уңайлы эш. Уңайлы кеше. М Тимәк, немец яңы көс туплай, төн буйына ерҙе кимереп инеп ултырған да, уңайлы позицияға теше-тырнағы менән тотоноп, контр
135