Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 136


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҢАЙЛЫ
атакаға китергә йыйына. И. Ғиззәтуллин. Ул [Кашапов] сетерекле һорауҙан ҡотолоуҙың уңайлы юлын тапты. Яр. Вәлиев. Мин Фәнузәгә йөрэк серҙәремде асып һалыр өсөн уңайлы ваҡыт эҙләй башланым. Р. Ғабдрахманов.
2. Ҡулланыу, тотоноу өсөн йәтеш; яйлы, ипле. □ Удобный; подходящий. Уңайлы балта. ■ Снаряжениеһын, ҡылыс, шпорҙарын, портупеяһын сәйгә элеп ҡуя ла уңайлыраҡ куртка тектереп кейә Таһир Кусимов. Р. Өмөтбаев. Бындай һауыт еңел дә, юлда йөрөткәндә уңайлы ла. Я. Хамматов. Ике яҡты булмә, уңайлы, йыйнаҡ ҡына кухня. Д. Исламов.
УҢАЙЛЫ II (Р: удобно; И.: conveniently; T.: kullanışlı) р.
Эш, хәрәкәт өсөн ярашлы; яйлы, йәтеш, ҡулайлы. □ Удобно. Уңайлы итеп ултырыу. Уңайлы булыу. Юлдан йөрөу уңайлы.
УҢАЙЛЫҠ (уңайлығы) (Р: удобство; И.: convenience; T.: elveriş) и.
Эш, хәрәкәт, йәшәү өсөн ярашлы, йәтеш шарт. □ Удобство. Тормоштағы уңайлыҡ. Эштәге уңайлыҡ. Уңайлыҡтар тыуҙырыу. М Бөгөн көн сасҡау булды, иртән ук ҡаты торҙо, ярышыусыларға уңайлыҡтар вәғәҙә итмәне. И. Ғиззәтуллин. Рәшит итектәрен кейеп бөттө лә, шап-шоп баҫып, уңайлығын тикшереп ҡараны һәм теҙҙәренә һуғып ҡуйҙы. X. Ғиләжев. Тормош уңайлыҡтары тураһында хыяллана, донъя ҡыуа башланыҡ. X. Зарипов.
УҢАЙЛЫЛЫҠ (уңайлылығы) (Р: удобство; И.: comfort; T.: elverişlik) и.
1. Көнкүрештәге бөтә булған уңайлыҡ. □ Удобство; комфорт, комфортабельность. Уңайлылыҡ булдырыу өсөн тырышырға кәрәк. Яңы фатирҙың уңайлылығы. Уңайлылыҡта йәшәу. М Тәуҙә, фатир алғансы, уҙҙәре йәшәйәсәк өйҙөң нигеҙе һалынғандан башлап, уның төҙөлөшөн тындарын өрөп тиҙләтерҙәй булып йөрөгәндә, бөтә уңайлылыҡтары булған, йылы подъезлы фатирҙың ҡәҙерен белеп йәшәр кеуек ҡыланалар [кешеләр]. М. Садиҡова. Аҫрау ҡыҙ «улгән» самауырға утлы кумер килтереп һала, самауыр тағы ла уҙенең рәхәтлек һәм уңайлылыҡ
тураһындағы яғымлы, йәнде иреткес, ғәжәп куңелле йырын йырларға тотона. А. Карнай.
2. Яҡшы шарттар. □ Благоприятность, благоприятные условия. Уҡыу өсөн бөтә уңайлылыҡтар тыуҙырырға тырышыу.
■ Үҙе куптән хыялланған оҫтаны табыуына шатланып, абыз илгә ҡайтҡандың тәуге көнөнән ук Низамдың эше, йәшәуе өсөн бөтә уңайлылыҡтарҙы булдырырға тырышты. Б. Рафиҡов.
УҢАЙҺЫҘ I (Р: неудобный; неподходящий; И.: inconvenient; T.: elverişsiz) с.
1. Эш, хәрәкәт өсөн ярашһыҙ; яйһыҙ, ҡулайһыҙ. □ Неудобный; неподходящий. Уңайһыҙ урын. Уңайһыҙ шарттар. Уңайһыҙ туфли. ■ Көн һайын миндә бәхетһеҙлек кенә арта бара, яйһыҙ, уңайһыҙ, ҡырыйһыҙ юлына тарта бара. Ш. Бабич.
2. Ҡулланыу, тотоноу өсөн яйһыҙ; ипһеҙ. □ Неудобный; неподходящий. Уңайһыҙ сукеш. ■ Рус винтовкаһы — Польшалағы ҡомло окоп өсөн иң уңайһыҙ винтовка. Д. Юлтый.
3. кусм. Ауыр, ҡыйын, күңелһеҙ. □ Неприятный, неловкий, нелепый. Уңайһыҙ хәлдә ҡалыу. ■ Бер мәлгә уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Р. Байымов. Уңайһыҙ тынлыҡты Мотаһар боҙҙо. Р. Кинйәбаев. Уның гел «ҡыҙҙар» тип өндәшеуе Сания апайҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуя ине булһа кәрәк, ул һаман һуҙһеҙ ҡала бирҙе. Ф. Чанышева.
4. кусм. Килешһеҙ, урынһыҙ, бик үк яҡшы, әҙәпле түгел. □ Неловкий, неприличный. ■ Үҙенең уңайһыҙ ҡыланышынан .. Хәмзә тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡараны. Р. Байбулатов.
УҢАЙҺЫҘ II (Р.: неудобно; неловко; И.: ill at ease; T: rahatsız bir şekilde) р.
1. Ауыр, ҡыйын, күңелһеҙ. □ Неудобно; неловко. Уңайһыҙ булыу. Уңайһыҙ йығылыу. Уңайһыҙ ятыу. ■ Рюкзак йөкмәгәнлектән, хәрәкәт итеуе уңайһыҙ, өҫтәуенә, йөк баҫып килә. Р. Низамов. [Батша:] Кисә уң ҡулымды кимәлйеткәйнем. Калаҡ тотоп булмай, һул ҡул менән уңайһыҙ. Әкиәттән.
2. кусм. Килешһеҙ, урынһыҙ, бик үк яҡшы, әҙәпле түгел. □ Неловко, неприлично.
■ Гәуһәргә: «Кейәугә сыҡ», — тип әйтеуе
136