УҢАЛТЫУ
нисектер уңайһыҙ: минең бында өйөм дә, хатта ашарға үҙ ҡалағым да юҡ. Р. Низамов. Нисектер, ауыл буйлап үтеүе лә уңайһыҙ. Б. Ноғоманов. Барыбер һәр кем уҙен бик уңайһыҙ хис итте һәм ҡунаҡ яғына ҡарамаҫҡа тырышты. Б. Рафиҡов.
УҢАЙҺЫҘЛАНЫУ (уңайһыҙлан-) (Р: стесняться; И.: feel too shy (to); T.: sıkılmak, çekinmek) ҡ.
Уңайһыҙ, ауыр, ҡыйын хәл кисереү, уңайһыҙлыҡ (2) һиҙеү. □ Стесняться, смущаться, конфузиться. // Стеснение, смущение, конфуз. Әйтергә уңайһыҙланыу. ■ Новиков уңайһыҙланды, уның бит остарына ҡан йүгерҙе. Ғ. Аллаяров. Ишеткән һуҙҙәрҙән әуәл баҙап ҡалам, унан рәхәт булып китә, аҙаҡ уңайһыҙлана башлайым. И. Ноғманов. Ҡыҙыулыҡ менән уның [Фәйзи ағайҙың] ҡулын ҡаты ҡыҫып курештем, уңайһыҙланыуҙың әҙелә күренмәне. Ф. Ғәлимов.
УҢАЙҺЫҘЛАУ (уңайһыҙла-) (Р: беспокоить; И.: disturb; T.: rahatsız etmek) ҡ.
Уңайһыҙ, ауыр, ҡыйын хәлгә ҡуйыу. □ Беспокоить, доставлять неудобство. Кешене уңайһыҙлау. М Ямғыр бер аҙ уңайһыҙланы. Ә. Вәли. Вагон тәгәрмәстәренең әленән-әле ҡыҙа барған тауышы уңайһыҙланы. Р. Ғабдрахманов. Ҡара, беҙҙең ҡашҡа быҙау, ҡара, ҡандай уйынсаҡ, һикерә йөрөп уйнар ине, уңайһыҙлай муйынсаҡ. Ғ. Амантай.
УҢАЙҺЫҘЛЫҠ (уңайһыҙлығы) (Р: неудобство, стеснение; И.: inconvenience; T.: sıkıntı) и.
1. Эш, хәрәкәт өсөн ярашһыҙ, ҡулайһыҙ, яйһыҙ шарт. □ Неудобство, стеснение. Уңайһыҙлыҡ сығыу. Уңайһыҙлыҡ тойоу. Ҡалын ҡар уңайһыҙлыҡ яһай. ■ Кисә ҡоторған буран иртәнсәк бер аҙ тынып торғайны, яңынан башланды. Берәуҙәр өсөн был уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, икенселәргә яйын сығарҙы. И. Ғиззәтуллин. Яҡшылап берләшкәндә, бер ҡаршылыҡ, бер уңайһыҙлыҡ та булмай. Б. Бикбай. Ҡайһы ваҡыт әсәйем генә самауырһыҙ тороуҙың уңайһыҙлығынан зарлана. М. Ғафури. Ә тормоштоң мәшәҡәттәре, уңайһыҙлыҡтары тулыһы менән Рухиә өҫтө-нә төшә ине. Ф. Чанышева. Әлфиә һәм уны
оҙатыусылар бөгөн юлдың уңайһыҙлығын һиҙмәнеләр. И. Абдуллин.
2. Уңайһыҙ, ауыр, ҡыйын хәл. □ Неловкость. Уңайһыҙлыҡ тойоу. М Уңайһыҙлыҡтан Әминәнең ағаһы ҡотҡарҙы. Р. Байымов. Өй эсендә килеп тыуған уңайһыҙлыҡтан тиҙерәк ҡотолоу өсөн, Абдрахман атын ҡарау һылтауы менән ихатаға сыҡты. Р. Өмөтбаев. Зөлхәбирә ҡарсыҡ тәҙрәнән сирлеләр ҡарағанғамы, больница ихатаһында йәйғор төҫтәре менән балҡып ултырыуынамы, уңайһыҙлыҡ кисерә ине. Ш. Янбаев.
УҢАЙЫНА ТОРОУ (уңайына тор ) (Р: не перечить; И.: not resist; T.: karşı olmamak) ҡ.
Ҡаршы килмәү, ыңғайына тороу. □ Не перечить, не идти против; гладить по шерсти. Хужаның уңайына тороу. Етәксегә гел уңай торорға тура килә.
УҢАЙЫН ТАБЫУ (уңайын тап-) (Р: найти подходящий (удобный) момент; И.: find an oppurtunity; T.: denk getirmek) ҡ.
Ыңғай, яҡшы мәлде тура килтереү. □ Найти подходящий (удобный) момент. Бик оҙаҡ ваҡыт уңайын таба алмай йоҙәне ул.
УҢАЛДЫРЫУ (уңалдыр-) ҡ.
1. ҡар. уңалтыу. ■ Шундай афәттән һуң, илдең, үҙеңдең имен ҡалыуыңа шөкөр итеп, башҡаларҙың баштарын күтәрергә, яраларын уңалдырырға ярҙам итәһе урынға, Миңнеғәли тимерсенең һаҡлап ҡалынған утын һүрелдереү һалдат эшеме ни? X. Ғиләжев. Шуныһы ғәжәп: ул яраһын уңалдырып ҡына түгел, ә тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙ менән ҡарай торған элеккесә ныҡ ихтыярлы, шат күңелле кешегә әүерелеп сыҡты. Р. Ханнанов.
2. күсм. Ҡайғыларҙан, йөрәктә булған борсолоуҙарҙан арындырыу; йыуатыу. □ Успокаивать, утешать. ■ Ярай, ярай, өләсәй, — тине Илдус, уның яңғыҙлыҡтан телгеләнгән күңелен уңалдырырға теләп. Р. Ғабдрахманов.
УҢАЛТЫУ (уңалт-) (Р: способствовать затягиванию, заживлению; И.: make for healing up; T.: iyileştirmek) ҡ.
1. Ит үрҙереп, төҙәлтеү. □ Способствовать затягиванию, заживлению. ■ Яралы януар һымаҡ, йәрәхәтеңде лә әҙерәк ялап уңал
137