УҢАЛЫУ
тырһың. Ә. Хәкимов. [Әмин] яраларын уңалтҡас, көҙөн, ҡышын һунарға йөрөнө. Ғ. Хөсәйенов. [Сәриә] нисек тә терелтер, яраларын уңалтыр, тик үлмәһен генә [Хас-булаты]! Ф. Чанышева.
2. күсм. Күңелдә, йөрәктә булған борсолоуҙарҙан арындырыу; тынысландырыу, йыуатыу. □ Успокаивать, утешать. М Беҙгә хәҙер Илдарҙың куңеленә яһалған йәрәхәтте уңалтыу сараһын курергә кәрәк. Р. Байбулатов. Ғәйникамал инәйҙең генә йөрәк яраһын уңалтырлыҡ, уны улын юғалтыу менән килештерерлек көс, дауа юҡ ине. Яр. Вәлиев.
УҢАЛЫУ I (уңал-) (Р.: заживать; И.: heal (up); T.: iyileşmek) ҡ.
1. Ит үреп, төҙәлеү. □ Заживать; затягиваться. ■ Яралары тулыһынса уңалып бөтмәйенсә, улар [һалдаттар] госпиталдән йәһәтерәк сығырға тырышҡан. Я. Хамматов. Йәрәхәттәрем уңалып килә, аяҡ-ҡулым һау, аҡыл-зиһенем дөрөҫ. Ә. Хәкимов. Яралар ҙа куптән уңалған, тик тән-йәндә яман эҙ ҡалған. С. Кулибай. • Ҡул яраһы уңала, тел яраһы йөрәктә ҡала. Мәҡәл.
2. кусм. Күңелдә, йөрәктә булған борсолоуҙар кәмеү, бөтөү; тынысланыу. □ Успокоиться, обрести покой. ■ Рәшиттең куңелендәге яра яңы ғына уңала башлағайны әле, тағы ҡанаттылар. Б. Рафиҡов. Тәнгә төшкән сыбыҡ, йәнгә төшкән йәбер яраһы тиҙ уңалмай. Р. Солтангәрәев. Уңалып барған куңел яраларын яңыртмаҫҡа ине лә бит. Ғ. Хисамов. • Куңел — быяла, бер ыуалһа, уңалмаҫ. Мәҡәл.
УҢАЛЫУ II (уңал-) (Р.: выцветать, выгорать; И.: fade; run; T: solmak) ҡ.
Уңыу; төҫө, буяуы үҙгәреү. □ Выцветать, выгорать; вылинять. Өҫтөндә уңалып бөткән иҫке генә кулдәк. ■ Аҙаҡтан хәрефтәре уңалып, көнгә һарғайған хаттарҙы аҡтарҙы [Мәликә әбей]. Я. Хамматов. Гөлкәй башындағы уңала төшкән ал яулығын ҡолаҡтары артына тартып бәйләгән һәм еңдәрен һыҙғанған. Ғ. Аллаяров. Сәлихтең өҫтөндә ҡайһы урындарында аҡ ептәр куренеп торған ҡара тужурка, шул уҡ төҫтәге, ләкин тужуркаһына ҡарағанда көнгә уңалған
салбар, аяғында уҙенә самалап тегелгән итек. С. Агиш.
УҢ АРСА (Р.: в тот миг; И.: that instant; T.: bu arada) р. диал.
Шул саҡ, ул арала, уғаса. □ В тот миг, между тем. ■ Уңарса эстә мылтыҡ шарт-лауы уңайына ҡолаҡ төбөнән генә бер пуля зыйнап үтмәһенме. Ғ. Хөсәйенов. Ваһап уҙе лә Әхмәди менән килешергә уйы барлығын әйтергә ауыҙ асҡайны, уңарса булмай, судья присяжныйҙар менән кәңәшкә сығып китте. Ж. Кейекбаев.
УҢАРСЫ р. диал. ҡар. уғаса. ■ Уңарсы булмай, йылға өҫтөн быжырландырып, һалҡынса ел иҫеп ҡуйҙы. Д. Бүләков. Уңарсы соланда таяҡ туҡылдағаны ишетелде, Хашим ишек асты, тиҙҙән, һыуыҡта ҡарағусҡылланып ҡыҙарған битендәге уйымдарын көлдөрөп, айҙай балҡып Көнһылыу килеп инде. Т. Ғарипова. Уңарсы Кәлимә, аласыҡ урындығына ашъяулыҡ йәйеп, боҫо боҫрап торған тауыҡ һурпаһын ҡоштабаҡ менән килтереп ҡуйған була. Ғ. Хисамов.
УҢАРЫУ (уңар-) (Р.: побледнеть; И.: grow pale; T.: rengi atmak) ҡ. диал.
Төҫө ҡасыу; ағарыу. □ Побледнеть. ■ Шәмсиә килен бер уңарып, бер ҡыҙарып, йән тиргә батып ултыра. Ш. Насыров.
УҢ БЕҘӘЛЕК (беҙәлеге) (Р: безымянный палец; И.: ring finger; T: adsız parmak) и. диал.
Сығанаҡ бармаҡ. □ Безымянный палец. Уң беҙәлеге ауыртҡан. Уң беҙәлеге һынған. Уң беҙәлегенә лә балдаҡ кейгән.
УҢҒАЙ (Р: направление; И.: direction; Т.: taraf) и. диал. ҡар. ыңғай.
Нимәгәлер йүнәлеш тарафы. □ Направление. Һыуҙың уңғайына йөҙөү. Юл уңғайына барыу.
УҢҒАҠ (Р: линючий; И.: apt to fade; T: boyası çıkan) c.
Көнгә уңыусан. □ Линючий. ■ Ал яулыҡҡа ҡыҙыҡмағыҙ, ал яулыҡ уңғаҡ була. Халыҡ йырынан.
УҢҒАН (Р: трудолюбивый; способный; И.: industrious; T.: çalışkan) с.
Эшкә шәп; егәрле, эшлекле, булдыҡлы. □ Трудолюбивый, способный, деятельный. /
138