УҢДЫРЫУ
Деловой человек. ■ Үҙ ауылдарында ла, курше ауылдарҙа ла бик һәйбәт, бик матур, хатта бик аҡыллы, уңған ҡыҙҙар бар. С. Агиш. Ихлас куңелле, уңған килен Юла-мановтар йортона ҡот алып килде. Ғ. Аллаяров. Беҙҙең яҡҡа ҡарағанда бында халыҡ уҡығаныраҡ та, уңғаныраҡ та. 3. Биишева. • Бала уңған ҡатындың бер ҡулын биләй, унлаған ҡатындың ике ҡулын биләй. Мәҡәл.
УҢҒАНЛАНЫУ (уңғанлан ) (Р.: быть грудолюбивым; И.: be industrious; T: çalışkan olmak) ҡ.
Уңғанлыҡ, егәрлелек күрһәтеү; эшлекле булыу. □ Быть трудолюбивым, расторопным; деятельным, дельным. ■ Егет килгәс, Голгөнә айырыуса уңғанланып китте. Д. Исламов. Һуңғы ваҡытта аҙыраҡ уңғанлана башлағайны шул малай. Р. Ғабдрахманов. Үҙе /Гәрәй ағай] ҡапыл уңғанланып, шәп-шәп атлап, ишек асырға сыҡты. Д. Исламов.
УҢҒАНЛЫҠ (уңғанлығы) (Р: трудолюбие; И.: industry; T.: çalışkanlık) и.
Уңған кешегә хас сифат, эшкә булған егәрлелек. □ Трудолюбие; деловитость. Уңғанлыҡ курһәтеу. Уңғанлыҡ сифаты. ■ Атаһынан — шат куңеллелекте, әсәһенән уңғанлыҡты мираҫ итеп алған Мамед аға. Ә. Бикчәнтәев. Уның [Сараның] етеҙ хәрәкәттәрендә, кейем-һалымында, әҙерләгән ашамлыҡтарының тәрбиәлелегендә ниндәйҙер бөхтәлек, уңғанлыҡ куренеп тора ине. Б. Бикбай. Өмәлә уңғанлығы менән данға сыҡҡан ҡыҙҙың баҙары тиҙ ук кутәрелеп китә. М. Кәрим. • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк. Әйтем.
УҢҒА-ҺУЛҒА (Р: направо и налево; И.: right and left; T.: sağa ve sola) p.
1. Уң яҡҡа ла, һул яҡҡа ла. □ Направо и налево. Рулде уңға-һулға бороу. ■ Оҙон аяҡлы туры ат сананы тигеҙ генә тарта һәм, Гөлкәй менән Зарифаның һуҙен тыңлағандай, уңға-һулға боролоп ҡарап ала. Ғ. Аллаяров. Ҡасандыр .. бейеу туңәрәгенә йөрөгән Фәнис Әлмираны уңға-һулға әйләндерә генә, уҙе ниҙер хаҡында һөйләнә, ҡыҙыҡай бер туҡтауһыҙ йылмая ине. Р. Байбулатов. Емеш тойғолар һәм уйҙар менән тулы ҡарашын уңға-һулға ташлап һуҙһеҙ генә хушлашты ла
бесән тултырылған арбаға менеп ултырҙы.
3. Биишева.
2. кусм. Тегеләй-былай, һаҡһыҙ, уйлап тормайынса (аҡса, иген, байлыҡ) тотоноу, тәләфләү тураһында. □ Безрассудно (тратить, сорить деньгами, богатством и т. д.), направо и налево. Уңға-Һулға аҡса туҙҙырыу. Байлыҡты уңға-һулға таратыу. ■ Колхоз байлығын уңға-һулға туҙҙырыусыларға сара куреуҙе һеҙгә тапшырабыҙ, Фәлән Фәләнов. Р. Ғабдрахманов.
УҢДЫРЫУ I (уңдыр-) (Р: вырастить хороший урожай; И.: have a good crop; T: iyi ürün almak) ҡ.
1. Мул итеп үҫтереү. □ Вырастить хороший урожай; способствовать поднятию урожайности. Тиреҫ иген уңдыра. И Кукурузды уңдырырға кәрәк. Р. Низамов. Бына ошо икән Һамарҙың иген уңдыра торған ҡара тупрағы. Һ. Дәүләтшина.
2. Яҡшы сифатлы итеп өлгөртөү. □ Изготовить, сделать хорошо что; приготовить качественную пищу. Ҡамырҙы уңдырыу. ■ [Сәрхәпьямал инәй:] Ауыл бисәләрен яман өйрәттем дә, хәҙер, «Һин — оҫта, супрәң икмәкте яҡшы уңдыра» тип, бөтә урам килә. Ш. Янбаев.
3. Теләк, талапҡа яраған яҡшы һөҙөмтәгә килтереү. □ Сделать что; провернуть какое-л. дело. Эште уңдырыу. ■ Кәңәшләшеп эшләргә өйрән, кәңәшле эш уңдырыр, кәңәшһеҙ эш туңдырыр, тигәндәр. Яр. Вәлиев. Ҡайһыһы уңдырыр ҙа ҡайһыһы туңдырыр? Ғ. Хөсәйенов, һалдаттарҙың Порт-Артур-ҙы куреу тугел, уның тураһында ишеткәндәре лә юҡ: уңдырырмы, туңдырырмы был ҡала? И. Ноғманов.
УҢДЫРЫУ II (уңдыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. уңыу II. понуд. от уңыу II. Кулдәкте уңдырыу. Яулыҡты көнгә уңдырыу. ■ Ер биҙәген уңдырып тугел, тағы ла сағыуыраҡ төҫкә буяп ҡалдырырға кәрәк. Н. Мусин.
2. кусм. Оноттороу, күрмәҫкә тырышыу. □ Показать блеклым что, способствовать забвению чего. ■ һеҙҙең сихри куркәмлек алдында купме быуындар телһеҙ ҡалып, теҙ сукте, һеҙҙәге илаһи гузәллекте уңдырырға
139