УҢДЫРЫУСАНЛЫҠ
быуаттарҙың да көсө етмәне, ә һуғыштың куҙ асып йомған бер араһы етте. Ш. Бикҡол.
УҢДЫРЫУСАНЛЫҠ (уңдырыусан-лығы) (Р.: плодородность; урожайность; И.: fertility, fecundity; T.: verimlilik) и. а. х. һөйл.
Уңдырышлылыҡ; игенде һ. б. нәмәне яҡшы үҫтереү сифаты. □ Плодородность; урожайность. Тупраҡтың уңдырыусанлығы. Баҫыуҙарҙың уңдырыусанлығын арттырырға кәрәк.
УҢДЫРЫШЛЫ (Р: плодородный; И.: fertile; T.: verimli) с.
Игенде һ. б. нәмәне яҡшы үҫтереү сифатына эйә. □ Плодородный; урожайный.
■ Эйе, Оло Эйек буйҙарында ер шулай иҫ киткес уңдырышлы шул ул. 3. Биишева. Беҙ килер быуындарға уҙебеҙҙән уңдырышлы, тәрбиәләнгән матур сәсеулектәр ҡалдырырға тейешбеҙ. Д. Бүләков. Ул ваҡытта миңә, бала кешегә, әсәйем уңдырышлы тупраҡҡа баш эйеп, шул хәтле ҡутарылып уңған иген өсөн уға рәхмәт әйтәлер кеуек тойола ине. Яр. Вәлиев.
УҢДЫРЫШЛЫҠ (уңдырышлығы) (Р: плодородие; И.: fertility; T.: verimlilik) и.
Игенде һ. б. нәмәне үҫтерә торған сифат. □ Плодородие. Тупраҡтың уңдырышлығы.
■ Юҡ, улар [ерҙәр] киңәйеп кенә ҡалмағандар, уңдырышлығы ла артҡан. И. Ғиззәтуллин. Яҡшылап эшләһәң, ерҙең уңдырышлығы ла бермә-бер арта, тирә-йундәге кулдәрҙең, кескәй йырғанаҡтарҙың һыуы кәмемәйәсәк, имеш. Р. Байымов.
УҢДЫРЫШЛЫЛЫҠ (уңдырышлылығы) и. ҡар. уңдырышлыҡ. Уңдырышлылыҡты кутәреу. М Революцияға тиклем уҙенең мөһабәтлеге, баҫыуҙарының уңдырышлылығы менән әҙәмдең куҙен ҡыҙҙырып ятҡан был алпауыт ере хәҙер Шәһәрбаныу менән Гөлбаныу кеуек етем-еһерҙең морон төртөр еренә — Тирәкле ауылының Себеренә әйләнгән. Т. Ғарипова. Ошо ерҙәрҙең уңдырышлылығын кутәреу өсөн кук ат менән бергә аҙ саптымы ни ул! И. Ғиззәтуллин. Һәр ауылдың тәбиғәт шарттарын, тупраҡтың уңдырышлылығын өйрәнеу ҙә бик мәғҡул. Ғ. Лоҡманов.
УҢДЫРЫШҺЫҘ (Р: неурожайный; И.: bad (fora crop); T.: verimsiz) c.
Игенде һ. б. нәмәне яҡшы үҫтереү сифатына эйә булмаған. □ Неурожайный, неплодородный. Уңдырышһыҙ тупраҡ. ■ Бәлки, ул ғалим ошо уңдырышһыҙ тау-ташлы ерҙән мул уңыш алына торған яңы сорт иген уйлап табыр. Д. Бүләков. Бөтәһенән дә бигерәк уны [Печёнкинды] ҡалын урмандар, уңдырышһыҙ ерҙәр яҙмышы борсой. М. Ғиләжев. Ер көлһыу тупраҡлы, уңдырышһыҙ. Ә. Байрамов.
УҢДЫРЫШҺЫҘЛЫҠ (уңдырышһыҙлығы) (Р: неурожай; И.: crops failure, bad crops; T.: verimsizlik) и.
Игенде һ. б. нәмәне үҫтерә алмай торған насар сифат. □ Неурожай; неурожайность. Уңдырышһыҙлыҡты кәметеу. Тупраҡтың уңдырышһыҙлығы.
УҢҠАЛАНЫУ (уңҡалан-) (Р: проявлять нетерпение; И.: display impatience; T.: sabırsız olmak) ҡ. диал.
Өтәләнеп, ыуаланып йөрөү. □ Проявлять нетерпение. Был бала ниңә уңҡалана әле?
УҢҠУЛЪЯҠ р. диал. ҡар. уң IV. Уң-ҡулъяҡта ул сөгөлдөр баҫыуы.
УҢҠ-УҢҠ (Р: подражание звуку ёканья лошади при беге; И.: sound imitative word; T.: bir ünlem) оҡш.
Ат юртҡан саҡта эсенән ишетелгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку ёканья лошади при беге. Уңҡ-уңҡ итеу.
УҢҠЫЛДАТЫУ (уңҡылдат-) (Р: издавать звук ёканья (у лошади при беге); И.: produce peculiar sounds of missing a beat; T.: koşan atın karnından ses çıkması) ҡ.
Аттың юртҡан саҡта эсенән уңҡ-уңҡ иткән тауыш сығарыуы. □ Издавать звук ёканья (у лошади при беге). Уңҡылдатып юртыу.
УҢҠЫЛДАУ (уңҡылда-) (Р: ёкать при беге; И.: go pit-a-pat; T.: koşan atın karnından ses çıkması) ҡ.
Уңҡ-уңҡ итеү, уңҡ-уңҡ килеү. □ Ёкать при беге (о лошади). ■ Ат шәп булғас, шәп инде. Ҡара әле, уңҡылдап ҡына юртып бара бит! С. Агиш.
140