Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 142


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҢЫУ
булмай. Ә. Бикчәнтәев. Яраштырылған аш дөрөҫтән дә уңып сыҡты: ап-аҡ ондан дурт-келләп, шаҡмаҡлап ҡырҡылған һалма һалынғанға, ҡурәһең. Т. Хәйбуллин. Кинйә улының кәләше бешергән икмәк ашап туйғыһыҙ булып уңған, ә ҡалған ике килененең икмәге, таш кеуек, ватып алғыһыҙ ҡаты булған, ти. Әкиәттән. • Икмәк уңмаһа — бөтә, ҡатын уңмаһа — ғумер буйы китә. Мәҡәл.
3. Теләк, талапҡа яраған яҡшы һөҙөмтәгә килеү. □ Получиться удачным; удаваться, быть успешным. Эш уңа. И Оҫтаны хөрмәт итһәң, бәлки, уңып та ҡуйыуың бар. В. Исхаҡов. «Шунан, һунар уңдымы?» — тип уҫал һорай килеп етмәҫ элгәре ук участковый. Н. Мусин. [Шулгән:] Ул яуыздан тынма-быҙ. һорағанын биреу менән, тыңла, ҡыҙым, уңмабыҙ. «Аҡбуҙат». • Көтөусеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уцмаҫ. Мәҡәл. Өй ҡорған уңыр, өйһөҙ кеше туңыр. Мәҡәл. Уҡыған уңыр, уҡымаған туңыр. Мәҡәл.
4. Кемдәндер йәки намәнәндер изгелек, яҡшылыҡ күрергә ирешеү; йәлсеү. □ Везти кому-л. с кем, чем-л. Ҡатындан уңыу. Эштән уңыу. ■ Председателдән дә уңдылар, быйыл йыл да улар [колхозсылар] өсөн бик һәйбәт килде. Д. Исламов. [Йомай әбей:] Был килейебеҙҙән уңырбыҙ, ахыры. Өлкән килен кеуек белдекһеҙ, йыбытҡы булмаҫҡа оҡшай. Һ. Дәүләтшина. • Иленән биҙгән ҡыҙ уңмаҫ, куле-нән биҙгән ҡаҙ уцмаҫ. Мәҡәл.
УҢЫУ II (уң-) (Р.: линять, выцветать, выгорать; И.: fade; run; T.: solmak) ҡ.
Тәүге асыҡ төҫтө юғалтыу. □ Линять, выцветать, выгорать. // Выцветание, выгорание. ■ Ә хәҙер ул биҙәктәр уңған, куре-нер-куренмәҫлек кенә ҡалған. И. Абдуллин. Һөнәрсегә тиклем бындай көршәкте эшләй белгән дә, ундай мәңге уңмаҫ буяуҙарҙы ҡулланған да кеше булмаған. 3. Биишева. Кешеләр араһынан .. өҫтөнә көнгә уңып, ағара башлаған һоро буҫтау гимнастёрка кейгән сандыр буйлы бер йәш кеше кутәрелде. М. Тажи. • Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа. Әйтем. Кояшта иң ҡара буяу ҙа уңа. Әйтем.
УҢЫШ (Р.: успех; И.: success; T: başarı) и.
1. Эштә, тормошта ирешкән яҡшы һөҙөмтә. □ Успех, достижение. Ҙур уңыштар
ҡаҙанған шәхес. Уңышҡа өлгәшеу. Уңышҡа ирешеу. Баланың бәләкәй генә уңыштары ла һөйөндөрөп тора. ■ Класс етәксеһе Закира Шакировна һәр ҡайһыһының уңыштарын һәм етешһеҙлектәрен билдәләй торғас, Вәсилгә ҡараны. Р. Байбулатов. Һәр бер каса уның [Өйрәнсек] өсөн яңы асыш, яңы уңыш булған. 3. Биишева.
2. Эш-хәлдең теләгән яҡҡа ыңғай йүнәлеш алыуы; бәхетле осраҡ. □ Удача. Уңыш юлдаш булһын. Уңыш килеу. Уңышҡа осрау. ■ Айытҡолов ихлас йылмайҙы ла Хәйруллаға уңыш теләне. Д. Бүләков.
3. Үҫеп еткән бөртөклө культураларҙың, емеш-еләктең, йәшелсәнең һ. б. йыйымы, дөйөм күләме. □ Урожай. Быйылғы уңыш. Көҙгө уңыш. Ашлыҡ уңышы. Баҫыуҙарҙан уңышты йыйып алыу мәле етте. Я Яҙ, бер нәмәгә лә ҡарамай, фуражға тип сәскән арпа менән борсаҡ ҡотороп уҫте, мул уңыш бирҙе. А. Абдуллин.
4. Иген йәки емеш-йәшелсәнең майҙан берәмегенән алынған күләме. □ Урожайность. Игендең уңышы. Арыш баҫыуынан гектарына 4 центнер уңыш алынды. Уңышты кутәреу. Юғары сортлы бойҙай культураһының уңышы гектарына 21 центнер. Шәкәр сөгөлдөрөнөң быйылғы уңышы юғары баһалана. Ш [Ғәмбәров — агрономға:] Куян йылы булғас, уңыш тубән буласаҡ, һеңлем. Ғ. Аллаяров.
УҢЫШ БАЙРАМЫ (Р: праздник урожая; И.: harvest feast; T: hasat bayramı) и.
Көҙгө уңышҡа арнап үткәрелгән байрам саралары. □ Праздник урожая. Мәктәптә уңыш байрамы уткәреу. Уңыш байрамына әҙерләнеу. Көҙгө уңыш байрамына арналған саралар башланды.
УҢЫШЛЫ I (Р. : успешный; И.: successful; T: başarılı) с.
1. Ыңғай, яҡшы һөҙөмтәле. □ Успешный, результативный. Уңышлы эш. Уңышлы разведка. Уңышлы һатыу. Я Һигеҙенсе класты «дуртле» һәм «бишле» билдәһенә тамамлаған бер нисә уҡыусыһын Нәсимә Хәмитовна һис тә ситкә ебәргеһе килмәне: улар унын-сыны тамамлап, һуңынан институттарға уңышлы имтихан тоторҙай кешеләр ине.
142