УҢЫШҺЫҘЛЫҠ
Р. Байбулатов. [Мәҙинәне] Кукһылыуҙың сәнғәт институтындағы уңышлы сығышы ла һөйөндөрҙө. Т. Ғарипова.
2. Ыңғай, бәхетле осраҡлы. □ Удачный. Уңышлы һунар. Уңышлы көн. Уңышлы сәйәхәт. Уңышлы кеше булыу серҙәре. ■ Борон уңышлы һунарҙан һуң Айыу туйы уткәр-гәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. Мул уңыш менән характерланған, мул уңыш алына торған. □ Урожайный. Уңышлы көҙ. Көҙгө уңышлы баҡса.
4. Уңышты мул биреүсән. □ Урожайный (отличающийся высокой урожайностью). Уңышлы бойҙай сорты. Уңышлы арыш сорты. Уңышлы сейә төбөнән кәмендә ике биҙрә емеш алып була.
УҢЫШЛЫ II (Р: успешно; И.: successfully; T.: başarılı) р.
1. Ыңғай, яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп. □ Успешно, результативно. Уңышлы һатыу итеу. ■ Кешеләрҙәге тырышлыҡ, туҙемлелек кеуек һәйбәт сифаттар эште ваҡытында һәм уңышлы тамамлауға ярҙам итһә, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ шикелле кире һыҙаттар быға ҡамасаулай. Ф. Нәҙершина. Тайфуров был ауылдағы башланғыс мәктәптә дурт йыл эшләне, һуңғы ике йылы бигерәк тә уңышлы утте. С. Агиш.
2. Ыңғай, бәхетле осраҡ менән. □ Удачно, благополучно. Уңышлы хәл итеу. Уңышлы булыу. Уңышлы барып етеу. Йылғаны уңышлы кисеп сығыу. ■ Шоңҡарҙың яҙмышы шулай ябай ҙа, уңышлы ла хәл ителгәндәй булды. Н. Мусин.
УҢЫШЛЫҠ (уңышлығы) и. ҡар. уңыш
1. ■ Әйтерһең дә, уның [Низаевтың] артабан тормошта йәшәуе, уңышлыҡтар яулауы ошо ҡаяға менә алыу-алмауына бәйләнгән. Н. Ҡотдосов. • Тыныслыҡтың төбө — уңышлыҡ. Мәҡәл.
УҢЫШҺЫҘ I (Р: безуспешный; И.: unsuccessful; T.: başarısız) с.
1. Насар һөҙөмтәле йәки бөтөнләй һөҙөмтәһеҙ. □ Безуспешный, непродуктивный, безрезультатный. Уңышһыҙ әңгәмә. Уңышһыҙ эштә ҡатнашыу. Уңышһыҙ һунар. ■ Уңышһыҙ һөжум бөтәһенең дә кәйефен ҡырған. Н. Му
син. Бәҙерғол был уңышһыҙ яуҙан да шаңҡып ҡалманы. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бәхетһеҙ, кире осраҡлы. □ Неблагополучный, неудачный. Уңышһыҙ юл. Уңышһыҙ сәйәхәт. Уңышһыҙ аҙым. ■ Носраттың йөҙө ҡара суйындан да ҡарараҡ — уңышһыҙ сәфәребеҙ өсөн атын туҡмап ус ала. Р. Сол-тангәрәев. Ниса, тағы ла ярһыбыраҡ атлап, теге яҡтағы станға китте. Уңышһыҙ юлға сыҡҡандыр инде. Ул унда ла Камилды осрата алманы. Ә. Вәли.
3. Иген, емеш, йәшелсә йәки башҡа кәрәк нәмәне әҙ биргән. □ Неурожайный. Уңышһыҙ йыл. Уңышһыҙ ашлыҡ. Ҡоролоҡ йылында уңышһыҙ көҙ көтөлә.
4. Уңышты әҙ биреүсән. □ Неурожайный, не отличающийся высокой урожайностью. Уңышһыҙ орлоҡ. Уңышһыҙ картуф сорты. Был баҫыуҙағы арыш сорты уңышһыҙ булған.
УҢЫШҺЫҘ II (Р: безуспешно; И.: unsuccessfully; T.: başarısızlıkla) р.
1. Насар һөҙөмтә менән. □ Безуспешно, безрезультатно. Уңышһыҙ сығыш яһау. Атака уңышһыҙ тамамланды. Эштең аҙағы уңышһыҙ килеп сыҡты. ■ Бугәсәу менән Салауат батыр болаһы ла уңышһыҙ тамамланды. Я. Хамматов. Пётр батшаның Азовҡа походы уңышһыҙ тамамланған, ғәскәре менән кире сигенеп, уҙе Мәскәугә ҡайтырға мәжбур булған. Н. Мусин.
2. Бәхетһеҙ, кире осраҡ менән бәйле. □ Неудачно. М [һыуһылыу:] Мине алһаң һин, егет, юлың булыр уңышһыҙ. «Аҡбуҙат».
УҢЫШҺЫҘЛЫҠ (уңышһыҙлығы) (Р: неудача; И.: misfortune; T.: başarısızlık) и.
Эштәге, тормоштағы насар, кире һөҙөмтәле хәл. □ Неудача. Уңышһыҙлыҡҡа осрау. Уңышһыҙлыҡҡа тарыу. А Ауаздашлыҡ иң әуәл ихтилалға дәррәу кутәрелеп тә, еңелеп ҡалыу кеуек уңышһыҙлыҡтың сәбәптәре хаҡында уйланыуҙа сағыла. Ә. Сөләймәнов. Ырыҫҡол тәрән уйға төштө: халыҡты кутәреп, уңышһыҙлыҡҡа осраһаң, һыйыныр урын да булмаясаҡ. 3. Ураҡсин. Баҡтиһәң, Өфө махсус отряды, улар менән бергә килгән чехтар, һөжумдең башында уҡ уңышһыҙлыҡҡа осраған икән. Р. Байымов.
143