Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 144


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

УҢЫШЫУ
УҢЫШЫУ (уңыш-) (Р.: ладить; И.: get on (with); T.: iyi geçinmek) ҡ. диал.
1. Ирле-ҡатынлы бергә татыу йәшәү. □ Ладить (между мужем и женой в семье). Уцышып йәшәйҙәр. Уцышып торалар. Бик татыу булып уцышып йәшәнеләр. Икеһе ике торло ғаиләнән булғас, барыбер уцышма-нылар.
2. Берәй төркөм эсендә йә коллективта һыйышып татыу эш итеү. □ Ладить (в коллективе). Етәксеһе менән уцышып эшләй алманы. Күрше-күлән менән уцышып тороу. Бер тиҫтер малайҙар яҡшы ғына уцышып уйнанылар.
УПА I (Р.: мягкий; И.: soft; T.: gevşek) с. диал. ҡар. ҡырпаҡ.
Баҫылып нығымаған, еңел генә яуған, көрпөлдәп ятҡан; йомшаҡ, көрпәк (ҡарға ҡарата). □ Рыхлый, мягкий, неуплотнённый. Упа ҡар. Ябалаҡлап упа ҡар яуҙы. Яцы йыл кисендә тирә-яҡты көмөш ялтырауыҡлы упа ҡар ҡапланы.
УПА II (Р: пора таяния снегов; И.: snowbreak; T.: don çözülmesi) и. диал.
1. Ҡар ирегән яҙғы мәл. □ Пора таяния снегов, оттепель. Упала ҡар аяҡҡа йәбешә, сана ла йөрөй алмай. Упала тибенлеккә мал сығарыуы ҡурҡыныс. Упала тайып йығылып имгәнеп ҡуйыу мөмкинлеге ҙур.
2. Убып, тартып ала торған батҡыл урын; күтер. □ Трясина. Упанан сығырға ярҙам итеү. Упаға төшөү. Һаҙлыҡтағы ҡурҡыныс упалар аша ғына бер юл миналанмай ҡалған.
УПАЙ I (Р: пучеглазый; И.: bug-eyed; Т.: fırlak gözlü) с.
Тупайып торған (күҙгә ҡарата). □ Пучеглазый; с выпученными глазами. Упай күҙ. Упай күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап тора. ■ Азамат айғырҙыц ҡан баҫҡан упай күҙҙәрен, дерелдәгән танау ярпыһын, ерҙе һепергән оҙон ялын ап-асыҡ күрҙе. Й. Мостафин.
УПАЙ II (Р: пучеглазый человек; И.: bugeyed person; T: fırlak gözlü kimse) и. диал.
Ҙур күҙле кеше. □ Пучеглазый человек. Упайын эйәртеп килгән.
УПАЙ III (Р: альчик коровы; И.: cow's knucklebone; T: aşık kemiği) и. диал. ҡар. ашыҡ I, i.
1. һыйыр малының ашығы, бәкәлсәй һөйәге. □ Альчик коровы. Тананыц упайы. Упайы ҡаймыҡҡан. Һыйыр упайын имгәткән.
2. Бәкәлсәй һөйәктәре менән уйнай торған уйын исеме (арҡыры һыҙыҡҡа теҙеп ултыртылған бәкәлсәйҙәргә, ситтәге бер билдәнән тороп, һуҡҡыс менән бәрәләр; йығылғанын кеше үҙенә ала; теймәй аша барып төшһә, кирегә әйләнеп, тағы бәрәләр; был юлы кемдеке яҡыныраҡ төшкән, шул башлап бәрә; һуҡҡысҡа ҡурғашлап яһаған шул уҡ бәкәлсәйҙе ҡулланғанда, йығылған бәкәлсәйҙе һуҡҡысы йөҙ түбән, йәғни «бүк» булып төшкән кеше генә ала, салҡан, йәғни «сик», булып төшһә, алмай кире ултырта).
□ Бабки (название игры с использованием путовых и надкопытных костей животных). Упай һуғыу. Упай уйыны. Иртә яҙҙан малайҙар упай уйнай башланы.
УПАЙ IV (Р: забывчивый; И.: forgetful; T: unutkan) с. диал. ҡар. иҫһеҙ 2.
Тиҙ онотоусан, хәтерһеҙ, иғтибарһыҙ.
□ Забывчивый. Упайға әйләнеү. Упай булыу. Упай бала.
УПАЙТЫУ (упайт-) (Р: таращить (глаза); И.: goggle; T: gözleri fal taşı gibi açılmak) ҡ.
Ҙур итеп тупайтып асыу (күҙҙе). □ Таращить, широко раскрывать (глаза). Күҙҙе упайтыу. М Сафиуллин партбюро ултырышында күҙҙәрен оятһыҙ упайтты, төкөрөгөн сәсеп, асыҡтан-асыҡ Ғәлимйән ағайға һөжүм итте. Ш. Янбаев. Беҙ [малайҙар], ни әйтергә белмәй, күҙҙәребеҙҙе упайтып һүҙһеҙ торабыҙ. Н. Мусин.
УПАЙЫУ (упай-, упая) (Р: смотреть, широко раскрыв глаза; И.: goggle; T: gözleri fal taşı gibi açmak) ҡ.
1. Ҙур булып, тупайып асылып тороу (күҙгә ҡарата). □ Смотреть, широко раскрыв, выпучив глаза; выделяться на лице (о глазах). Аптырауҙан күҙҙәре упайҙы. ■ Аслыҡтан итһеҙ биттәрендәге ҙур күҙҙәре генә упайып ҡалған кескәйҙәрҙец дә өҫтөндәге кейемдәре тетелеп бөткән. Ф. Әсәнов. Айҙар буйы йөрәге һыҙыуҙан ябыҡҡан, күҙҙәре упайып ҡалған Ғәрифә апайҙыц да сырайында йылмайыу ғәләмәте күренде. Н. Му
144